Тел — күңел көҙгөһө21.02.2012
Ике һүҙ сәнғәте оҫтаһының да “ҡыҙҙары” уҡыусының күҙен ҡыҙҙыра. “Ҡанлы илле биш”тә ҡыҙҙарҙың матурлығы ғына түгел, батырлығы ла һоҡланғыс. Әйтәйек, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ ҡыҙҙары һыбай оҫта йөрөргә сабый саҡтан уҡ өйрәнә башлай. Һутланып, тулышып өлгөргән йәш ҡыҙға күҙ атыусы егеттәр солтаны ла күп була. Ҡыҙ менән егет ат өҫтөндә ярышҡа сыға. Әгәр егет, ҡыуып етеп, ҡыҙҙы ҡосаҡлап үпһә йә үҙ янына тартып алып ултыртһа, кәләш — уныҡы. Тимәк, ҡыҙҙар мөхәббәт рухы менән дә тәрбиәләнә. Мөхәббәт рухының көсөн Башҡортостан ҡыҙҙары Бөйөк Ватан һуғышында ла күрһәтте. Майор Бершанская ойошторған төнгө осоусылар полкында Мәғүбә Сыртланова (Бәләбәй ҡыҙы), Ләйлә Санфирова (Өфө ҡыҙы) Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ. Һуңғы мәртәбә Мәғүбә Сыртланова Берлин күгендә штурманы ҡаҙаҡ ҡыҙы Хиваз Доспанова менән оса. Ат сабышында бер егет тә ҡыуып етә алмаған Хиваз ул!
“Ҡанлы илле биш”тә дала матурлығы, ил матурлығы нәфис ҡыҙ затына сағыштырып бирелә. Әйтелгәнсә, матурлыҡтың батырлыҡ төшөнсәһе менән нағышланыуы эстетик тойғоно йәнә көсәйтеп ебәрә. Айбарлы халҡым бар сағында, баҙынма, дошман, еремә тигән ғибәрә башҡортта хан заманынан бирле ҡулланыла. Бында батырлыҡ ҡанына йүгертелгән матурлыҡ һөтө лә бар. Йәнә: “Эргәлә генә кәүсәр шишмәләр, һөт йылғалары ағып ятҡан кеүек. Мең төрлө ҡоштары, тауистары һайрар тормош. Йәннәттең нәҡ үҙе тиерһең” (35-се бит); “Батырша шәкерттең, гүйә, һушы китеп, һыны ҡатҡайны. Иҫ-аҡыл йыя алмай” (41). “Ялҡын әҙәм кәүҙәһен баш аша ялмағанда уның үлемесле тартышып, бер-ике тапҡыр йөрәк өҙгөс аҙырғанышын ишетеп-күреп торған әҙәми заттар үҙҙәре шашынып киткәндәй булды. Быға балалар сыйнашты, кемдер, әллә улдары илашы ҡушылды. Танауҙарға кеше көйөгө еҫе уҡшытып бәреп инде. Шул саҡ, ҡорбанын өҙгөләп ташлаған йыртҡыс януарҙай, ялпы үҙе оторо ҡоторона ине. Майҙан торғаны бер мәхшәр. Әҙәм янған ут йәһәннәм киҫәгеме лә, яндырыусылары зобаныйҙарымы ни” (51).
Беҙҙең эрағаса уҡ боронғо Юнанда “Прометей уты” тигән метафора барлыҡҡа килә. Бөтә донъяға Өлкәр йондоҙ тиҙлеге менән тарала ул. Уның нигеҙендә төрлө илдәрҙә төрлө әҫәрҙәр ижад ителә. Мостай Кәрим дә “Ташлама утты, Прометей!” тигән героик сәхнә әҫәре яҙа. Ә инде “Ҡанлы илле биш”тәге тере кешене яндырған ут — иманһыҙлыҡтың иң ҡара бысраҡ шайтаны ул. Иманһыҙҙар иманлыларҙың танауын, ҡолағын аҡыртып ҡырҡа. Был ҡырағайлыҡ тамуҡҡа ут төртөүсе зобаныйҙыҡынан мең өлөш шаҡшыраҡ. Иманлы, шәфәғәтле, нескә күңелле, хис тойғоло Ғайса ҡәләмдәшкә был хаҡта яҙыу ҙа еңел булмағандыр. “Яҙырға ҡәләм бармай, әйтергә тел әйләнмәй” (51) ти ул бер урында. Шундай уҡ хис-тойғоно мин дә кисерәм. Тарихсы үҙе йәшәгән осорҙағы тормош рәүешен, матди һәм рухи байлыҡты, ижтимағи, сәйәси, иҡтисади, мәҙәни күренештәрҙе үткән менән сағыштырып аңлатырға ярата. Унда, әлбиттә, аң-аҡылға бәйле фәнни өслүб (стиль) өҫтөнлөк ала. Фантазияға сик ҡуйыла. Һүҙҙәр күберәк тура мәғәнәлә ҡулланыла. Тарихи әҫәрҙә һүҙ-һүрәтлелек (образлылыҡ) менән эш ителә. Һүҙҙең эске мәғәнәһе метафорик йүнәлештә күп файҙаланыла. Әҙиптең аҙ һүҙ менән күп мәғәнә аңлатырға тырышыуы һәр беребеҙгә мәғлүм. Был үҙенсәлектәрҙең дә аҫыл өлгөһөн күрһәтә Ғайса ғәли йәнәптәре. Елдең йә сабырлыҡ менән, йә дыулап, йә ҡотороп иҫеүен аңлатыу өсөн ваҡыт-ваҡыт күп кенә яҙырға кәрәк. Ә бына һүҙбиҙәгестәр йәки эпитеттарҙа яңғыҙ килеш тә күп мәғәнә аңлатыу һәләте бар.
“Барак солтандың ҡанлы ҡулынан фажиғәле рәүештә был ялған донъянан үтә Әбелхайыр хан” (381-се бит), ти автор бер урында. Ялғанлыҡ элек тә, бик йыраҡ тарихта, булғанмы? Булған, әлбиттә. Булмаһа: “Ялған төпкә бата, дөрөҫлөк өҫкә ҡалҡа”, — тимәҫ ине халыҡ. Ялған һөйөшөп туя алмаған егет менән ҡыҙ мөхәббәтен, яратышып өйләнгән ир менән ҡатын араһын, ата-әсә менән балалар яғымлылығын, ил, ҡәүем, ырыу, ҡәбилә, мәмләкәттәр татыулығын боҙа, дуҫлыҡ кеүек бөйөк хис-тойғоларҙы емерә. Әйтәйек, беҙҙең эраның баштарында, быуаттар буйы көрәшеп бер-береһен еңә алмағас, боронғо чиндар (ҡытайлылар) менән төркиҙәр (һундар) ҡапыл ғына дуҫлашып ала. Ләкин ялған дуҫлыҡ була был. Чиндар күп ҡәүем булып йәшәгән һундар араһында шымсылыҡ итеп, уларҙы бер-береһенә ҡотортоп, һуғыштырыу маҡсатына ирешәләр. Һөҙөмтәлә һундар тарҡала. Уларҙың бер өлөшө башта Уралдың көньяҡ-көнсығыш ерҙәренә килеп яйлаша, һуңыраҡ Иҙел (Волга) йылғаһы уртаһындағы урындарға барып етә. Бына ялғанға ҡоролған донъя ни эшләтә әҙәм балаларын. Ғайса Хөсәйенов бындай тарихи, сәйәси, ижтимағи, иҡтисади ваҡиға-күренештәргә бәйле ҡоторонған хәлде метафорик йәки образлы һүҙбиҙәгестәр менән түгел, күберәк логик эпитеттар ярҙамында аңлатыу оҫталығына ирешә. Ялғанға алданыу ҡомһоҙлоғо харап итә Аллаһы Тәғәлә биргән мөхәббәтле үә иманлы Ер шары яҙмышын.
ХVIII быуатта башҡорт халҡы һәм башҡа төркиҙәр донъяһында булған ялғанлыҡ еле һуңынан Маркстың “коммунизм шәүләһе”, Гитлерҙың “фашизм өйөрмәһе” өйкөмө менән ҡушылып ҡоторона. Хәҙерге ваҡытта — халыҡтың эстетик зауығы, фекер йөрөтөү офоҡтарының һаман киңәйә барған осорҙа — ялған барлыҡ ҡитғаларҙа бысраҡ аяҡлы шайтан урынына ҡотороноп йөрөй.
Ялған донъяны “Ҡанлы илле биш” романы менән генә сикләмәй автор, бөгөнгө көн менән дә бәйләй. Шул уҡ ваҡытта ялғандың төпкә батасағына, дөрөҫлөктөң өҫкә ҡалҡасағына ла ышанып яҙа. Икенсе төрлө әйтһәк, бәндәләрҙең иманына, Хоҙайҙың хозурына таяна. Яһил йөҙ мишәр (32-се бит), шәфәғәтле мөхит (33), баҙыҡ рух (35), Өфө өйәҙенең Усы юлы гәйнә башҡорттары сая халыҡ (54), үҙҙәре ғәҙел һәм эшсән ырыу (54), зирәк һәм һынсыл йәш дамелла Батырша (54), тулы йәш (377), дәғүәле бәхәс (35), дуғалы ҡунаҡ (384), алтын ялатылған ҡумта (385), затлы ҡама бүрке (386) һәм башҡа бик күп эпитеттар тәрән анализ яһауға мохтаж.
Фразеологик әйтемдәр ҡулланыуҙа ла классик батырлыҡ күрһәтә Ғайса Батыргәрәй улы. 7000-ләп фразеологик әйтем бар романда. Уның шулай күп булыуы тәбиғи, сөнки романдың теле бай. Фразеологик әйтем һүҙ-һүрәт яһағанда, һүҙ-фекер ҡеүәтләгәндә, һүҙ-тойғо рухын йәнләндергәндә төрлө лексик берәмектәрҙең (исем, сифат, һан, рәүеш, ҡылым һ.б.) мәғәнәһен йә халыҡлаштыра, йә эстетик идеал менән яңырта, йә фекер тәрәнлеген арттыра. Бер урында батшаның халыҡтан ҡурҡыу шауҡымын шыр ебәрә тигән фразеологик әйтем менән нағышлай яҙыусы. Унда юмор ҙа, сатира ла бар. Башҡорт телендә шыр һүҙе ярҙамында төрлө фразеологик әйтемдәр яһала: шыр тиле, шыр наҙан, шыр яланғас, шыр һыу булыу (стать совершенно мокрым) һ.б. Шундай осор был: батша халыҡтан ҡурҡып ҡына түгел, шыр ебәреп йәшәй.
Романда боронғо төрки ҡәүемдәрҙең дуҫлығы тураһында ҡыҙыҡһынып, мауығып, тулҡынланып уҡырлыҡ итеп яҙылған. О, дала халҡы! Йәй көнө йәйләүҙәр гөрләп тора. Йыр. Ҡурай моңо. Уйын. Көлкө. Даланың үҙе кеүек киң күңеллелек.
Халыҡтың киләсәк ҙур бәхете өсөн фекер алышыуҙар. Тел йыйыны. Тел мәжлесе. Тел ярышы. Бөтәһен бергә йыйып нағышлаһаң, башҡорттоң бал кәрәҙе килеп сыға. Умарта ҡортона әүерелеп, шул кәрәҙгә үҙеңдең дә бәлзәмләнәһең килә. Халыҡтың шундай хыял кәрәҙенә батша мең-мең ҡылыс менән киҙәнә. Әммә шул иманһыҙ ҡылыстың, еңелеүен һиҙенеп үҙен үҙе сағып үлтергән саян һымаҡ, үҙ ғырылдағына кире килеп бәрәсәге тураһында ҡурҡып уйлана батша. Йәнә авторса ҡабатлап әйтһәк, шыр ебәреп йәшәй. Туҡай әйтмешләй, һүҙҙә түгел, баҫмала — романдан бер өҙөк күрһәтәйек әле: “Башҡортостанда батшалыҡҡа ҡаршы бер-бер артлы оло-оло яуҙар ҡубып тора. Ирек һөйөр яусыл башҡорттарға бер дин, ҡан-ҡәрҙәш татарҙар, ҡыр-ҡаҙаҡтар ҙа ҡушылып китһә, эш харап. Бөтөн мосолман, төрки халыҡтарҙың ҡуҙғалыуы бар. Бына ниңә шыр ебәрә батша. Быға ҡаршы ҡорал ғына түгел, хәйлә-мәкерҙе, хеҙмәтселәрҙе лә егергә кәрәк. Дин, ҡан-ҡәрҙәшлек берлеген тарҡатырға, ул инородецтарҙы үҙ-ара һөсләтергә, үсләтергә, талаштырырға. Әйҙә, шымсылыҡ ҡылып, бер-береһенә ябырылып йәндәрен ҡыйһын, туғанлыҡ, татыулыҡтары ҡороһон. Аҡ батшаның мишәрҙәрҙе башҡорттар араһына күсереүенең бер мәкерле ғилләһе шунда ине” (32-се бит).
Беҙҙең эра баштарында чиндарҙың ялған, хәйләле дуҫлыҡ арҡаһында һундар тарҡалыуы тураһында әйтелгәйне. Шундай мәкерлек, һөсләтеү, шымсылыҡ, үсләшеү ете быуаттан һуң да дауам итә. Батшаһы ниндәй — иле шундай. Боронғо ата-бабаларыбыҙ уны киреһенсә лә әйткән: иле ниндәй — батшаһы шундай. Йәки наҙан илдән рәтле батша сыҡмай. Йософ Баласағуни әйтмешләй: “Аҙмы дәүләт-илдәр йән-тәслим итә, үлмәҫ тойған батшалар бар ҙа китә”. Мәгәр бәғзе батшаның иманлы ер күкрәгенә иманһыҙ тупраҡ сәсеп китеүе яралай күңелде. Был күренештең дауам итеүе йөрәк төпкөлөн әсеттерә. Романда батшаға ҡарата ҡулланылған шыр ебәреү фразеологик әйтемдең асыл мәғәнәһе бының менән генә сикләнмәй, әлбиттә. Күп аяуһыҙ көрәштәрҙең ҡанлы даръяһын йөҙөп сығырға көсө еткән айбарлы, сая, рухлы башҡорт халҡы ялғандың төпкә батасағына, дөрөҫлөктөң өҫкә ҡалҡасағына ышана. Ялғанлыҡ тамырын Ер йөрәгенә ебәрергә маташыусы батшаларға ҡарата контрһөжүм башлана хәҙер. Иншаллаһ, һөжүм һөҙөмтәһеҙ булмаҫ. Йомшаҡ батша бындай һөжүмдән шыр ебәреп йәшәй. Ә инде 1755 йылғы ҡанлы көрәштә батшаның шыр ебәреүе — халыҡтың киләсәк ҡорос көсөнә ышаныу. Халыҡ үҙе ижад иткән фразеологик әйтемде ҡулланғанда шул хаҡта ла уйланғандыр яҙыусы. “Дин ҡәрҙәшлегенә ҡан ҡәрҙәшлеге ҡушылыу” (33), “рухты ят иманға алыштырыу” (37) кеүек индивидуаль йәки автор үҙе уйлап тапҡан фразеологик әйтемдәрҙә лә — тематик киңлек, мәғәнә тәрәнлеге, хис-тойғо көсө. “Көсләп асҡан күҙҙең нуры булмай” (39) тигән мәҡәл тураһында ла шул уҡ фекерҙе әйтергә мөмкин.
Болон сәскәләр менән хозур. Хозурлыҡ бәндә өсөн рухи ҙурлыҡ. Рухи ҙурлыҡ иман гәүһәренә торорлоҡ. Иман ашы — Ер яҙмышы. Бал ҡорттары тәм, йәм, ғәм (забота) кәрәҙләй. Тормош китабын Алла миллиард яҡут бөртөгө менән кәрәҙләгән. Халыҡ ул бөртөктәрҙән һүҙ яһай. Һүҙ эсендә — фекер алтыны. Фекер-алтынды яҙыусы аҡ ҡағыҙға ҡоя. Бына һиңә китап! Ниндәй тел менән яҙылған? Әҫәр туҡымаһына һүҙ ғәскәрен кәрәҙләй беләме? Кәрәҙләү өсөн бал ҡорттарындағы оҫталыҡ бармы? Фекер йөрөтөү офоҡтары һаман ҡанатлана, эстетик зауығы үрсей барған хәҙерге талапсан уҡыусы шундай уйланыуҙар тулҡыны менән ҡулға ала китапты. Бөгөнгө уҡыусының шундай юғары талабын иҫкә алып яҙа был романын әҙип. Бының өсөн уның күп мөмкинлектәре бар: академик-филолог, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, әҙәбиәт һәм тел ғалимы, атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор һ.б.
Әҫәренең Алла рухы, пәйғәмбәр теле менән яҙылыуы был мәҡәләлә асыҡланып та бөтмәгәндер, бәлки. “Алла рухы” тип әйтеүем әҙиптең иманды аңлап яҙыуына бәйле. “Пәйғәмбәр теле” шул иманды кәрәҙләүгә ярҙам итә. Автор уҡыусыны алтын аҡыллы, изге хис-тойғоло, мәрхәмәтле, мөрәүәтле, кешелекле, саф күңелле, шәфәғәтле, батыр йөрәкле, оптимист рухлы булырға өйрәтә. Роман шул иманлы рухта тамамлана: “Уралтауҡай емерелмәһә, Ағиҙел, Һаҡмарҙар ҡоромаһа, илен, иркен, үҙ һиммәтен һаҡлар аҫыл улдарын тыуҙыра, үҫтерә торор башҡорт халҡы ғүмер-ғүмергә. Амин!” (542-се бит).
(Аҙағы. Башы 33-сө һанда).
Суфиян ПОВАРИСОВ,
филология фәндәре докторы, профессор,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.


Вернуться назад