Дини календарҙа – иман нигеҙҙәре21.07.2015
Дини календарҙа –  иман нигеҙҙәре Изге Рамаҙан айында уҡыусылар, дин ҡәрҙәштәребеҙгә Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте “Башҡортса дини календарь”ҙың 2016 йылға тәғәйенләнгән яңы баҫмаһын тәҡдим итә.


Уның автор­ҙа­ры — Сәләхетдин Хөсәйен улы Суҡ­баев, Ғәлиә Ғәлим ҡыҙы Ғә­лимова, Фирҙәүсә Миңнулла ҡыҙы Бикташева менән Әлфиә Йәғәфәр ҡыҙы Илекәева. Был баҫмалағы аят, доға һәм сү­рәләрҙең ғәрәпсә яҙылышы, транскрипцияһы, дини даталар Башҡортостан мо­солмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәммәт хәҙрәт Ниғмәтулла тарафынан әҙерләнгән.
“Башҡортса дини календарь”ҙа Ислам тәғлимәте, мосолман байрамдары, ай һәм ҡояшҡа бәйле астрономик мәғлү­мәттәр, намаҙ уҡыу ваҡыттары бирелгән, мосолман ай иҫәбе күрһәтелгән. Баҫма халҡыбыҙҙы динебеҙҙәге әхлаҡи ҡиммәттәр, иман нигеҙҙәре, йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр менән таныштырыу маҡсатында нәшерләнгән.
10 мең дана тираж менән донъя күргән календарҙы нәшриәт магазиндарында һатып алырға мөмкин.




Вернуться назад