“Үтә күренеү”ҙән ҡурҡмағыҙ21.07.2015
“Үтә күренеү”ҙән ҡурҡмағыҙ Бынан бер йыл элек урамда күптәнге танышымды осратҡайным. Уны күргәс, аптырап киттем: айыуҙай ир кибеп, һарғайып ҡалған.
— Яман шеш таптылар бит, ҡустым, — тине ул, ғәжәпләнеүемде аңлап. – Ваҡытында тикшерелергә йөрөмәгәс ни…
Үкенескә ҡаршы, уның менән был осрашыу һуңғыһы булды, ике ай ҙа үтмәне, баҡыйлыҡҡа күсте.
…Ысынлап та, донъя мәшәҡәттәренә һылтанып, сирҙе көсәймәҫ борон асыҡлап, юҡ итеү урынына муйындан һығып алғанын көтәбеҙ шул. Ә табиптарға ваҡытында йөрөһәк, һаулыҡты һаҡлап ҡалыр инек бит! Мәҫәлән, рентген, УЗИ аппараттары аша нисәмә төрлө сир асыҡлана, компьютер томографияһы, МРТ-ларҙың ярҙамы сикһеҙ.
Стәрлетамаҡта билдәле табип, рентгенолог Йәмил Яппар улы БАЙГӨБӘКОВ менән ҡорған әңгәмәнән һуң сирҙе иҫкәртеү хәйерлерәк икәнлегенә тағы бер тапҡыр инандым.


— Һүҙҙе тарихтан башлайыҡ әле. Стәрлетамаҡта рентген-узи күренеше ҡасандан бирле бар?
— Рентген уҙған быуаттың 70-се йылдарҙан алып эшләнә, УЗИ 1991 йылда ”СК” дауаха­на­һында бар­лыҡҡа килде. Ул саҡта “Сода” за­во­ды­ның медсанчасын­да эшләй инем, беҙҙе уҡытырға ебәрҙеләр. Белем алып, аппараттар ҡайта­рылғас, икенсе дауаханала яңы йүнәлеш буйынса эш башланым.
Әйтергә кәрәк, был яңылыҡ ме­дицинаға ныҡ ярҙам итте. Быға тиклем асыҡланмаған сирҙәр, рент­генда күренмәгән ауы­рыуҙар­ҙы компьютер аша билдәләнек. Сирҙе “һә” тигәнсә асыҡлап, белгес тейешенсә диагнозын да ҡуя башланы. Үҙем УЗИ аппараты менән 21 йыл дуҫ булдым, хәҙер бер йүнәлештә – рентген ғына эшлә­йем.
Башта ҡала халҡын тикшерҙек, артабан пациенттар һаны яйлап арта барҙы. 1-се дауахана ете районды һәм өс ҡаланы хеҙмәт­лән­дерҙе, шулай булғас, уның халыҡ өсөн файҙаһын, әһәмиәтен үҙегеҙ ҙә самалай алаһығыҙ инде. Тәүге йылдарҙа был өлкәлә, әлбиттә, белгестәр ҙә бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине, аппараттар ҙа – һирәк күренеш. Һуңғы ваҡытта компьютер томо­гра­фияһы, МРТ (магнит-резонанслы томография) бар­лыҡҡа килде. Улар – медицина үҫешендәге баһалап бөткөһөҙ байлыҡ.
— Яңы технологиялар рентген-УЗИ-ҙарҙы “ҡыҫы­рыҡ­ла­май­мы”?
— Һис шикһеҙ, уңайлыҡтар буйынса бәхәсләшеп тә булмай. Мәҫәлән, МРТ һүрәттәрен өйрә­неү өсөн табипҡа аппарат урын­лашҡан ҡалала булыу мотлаҡ түгел, уға мәғлүмәттәр Интернет аша ғына ебәрелә. Шулай уҡ МРТ рентген күрмәгән ҡайһы бер кес­кәй генә таптарҙы ла таба. Әммә был рентгендың кәрәге юҡ тигән һүҙ түгел. Уның башҡа яҡтан бик тә “күҙе осло”. Бынан тыш, һәр нәмәнең хаҡы бар бит әле. Миллионлаған һум торған МРТ аппаратында хеҙмәтләндереү ҙә ҡиммәткә төшә шул.
— Йылына нисә пациентты “үтә күрәһегеҙ”?
— 30 меңдән ашыу кешене рентгендан үткәрәбеҙ.
— Йылына уны бер генә тап­ҡыр эшләтергә ярай, тиҙәр…
— Медицина күҙәтеүе генә үтһәң – шулай, ә операция өҫтә­ленә ятырға мәжбүр булһаң, уға ҡарап тормайһың инде. Аяғыңа йә иһә баш мейеһенә операция эшләтергә кәрәк икән: “Минең үпкәмде төшөргәйнеләр”, — тип баш тартып булмай бит.
Дөрөҫөн әйткәндә, үкенескә ҡаршы, йылына бер тапҡыр түгел, биш йылға бер килмәгәндәр ҙә байтаҡ. Ҡайһы берҙә йәш кенә егет-ҡыҙҙарҙың “һүрәтен” ҡарап ул­тырам да һуңғы сиккә барып еткәндәрен тап итәм – яман шеш аҙған була. Ваҡытында тикшерелеп тормау, үҙ һаулығыбыҙға би­тарафлыҡтан килә был. Шуға рентген эшләтеүҙән һағаймаҫҡа, нурланыш алам тип ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Башҡа табиптарға күре­неү­гә килгәндә лә, шулай уҡ һуңла­мағыҙ, иртәгәгә ҡалдырмағыҙ.
Бер миҫал: әйтәйек, һин сәлә­мәт тормош алып бараһың, үҙең­де һаҡлайһың, ти. Әммә был сир һиңә ҡағылмай тигәнде аңлатмай бит әле. Мәҫәлән, һин йәшәгән йорттоң башҡа фатирында асыҡ туберкулездан яфаланған кеше­нең тороуы ихтимал. Бөтә йорт менән тикшереү үтергә мәжбүр булған, табиптар етәкләп, полиция ярҙамында алып килгән ос­раҡтар ҙа юҡ түгел был йәһәттән. Айырым һүҙ – эскеселәр һәм төрмәнән ҡайтҡандар. Уларҙан да сир таралыу ҡурҡынысы янай.
Әлбиттә, диспансерлаштырыу ха­ҡында һүҙ йөрөткәндә, ҡаршы­лыҡ­тар, финанс ауырлыҡтары ту­раһында ла әйтергә мөмкин. Әм­мә, бер нимәгә ҡарамай, һау­лығыңды ҡайғыртыу зарур. Та­биптарға йөрөргә ваҡытың йәки теләгең юҡ икән, сәләмәт тормош алып бар. Физик күнегеүҙәр, дөрөҫ туҡланыу, психик торош — һәм­мәһе лә бит һаулыҡҡа тәьҫир итә.
— Һеҙ ғүмер буйы тиерлек ошо өлкәлә эшләйһегеҙ. Ғөмү­мән, медицина хеҙмәте еңел түгел. Балаларығыҙ ҙа һеҙҙең юлды һайланымы?
— Ҡыҙыбыҙ Ләйсән, әсәһе һы­маҡ, педагогия буйынса белем алды, фән кандидаты. Ә бына улыбыҙ Илһам минең юлдан кит­те. Рентгенологияны һайламаһа ла, эше, миңә ҡалһа, барыбер еңелдән түгел: ул — психо-неврология интернаты директоры.
— Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Пациенттарығыҙҙан тик йылы, изге һүҙҙәр генә ишетергә яҙһын!



Йәмил Яппар улы БАЙГӨБӘКОВ Күгәрсен районының Нуҡай ауылында тыуған. Нуҡай, Мораҡ мәктәптәрен тамам­лағандан һуң, медицина институтына (хәҙерге БДМУ) уҡырға инә. Студент саҡта уҡ өйләнә, атай була. Диплом алғас, йәш ғаилә Стәрлетамаҡта төп­ләнә.
Табип хеҙмәт юлын ҡаланың санэпидстанцияһында башлай, унан һуң “Сода” заводы медсанчасына күсә, артабан эшен 1-се ҡала дауаханаһында дауам итә. Әле 2-се ҡала дауаханаһының рентгенология бүлексә­һенә етәкселек итә.


Рәмил МАНСУРОВ әңгәмәләште.



Вернуться назад