Суҡтай кейендереп, ҡурсаҡтай төрөндөрөп21.07.2015
Суҡтай кейендереп, ҡурсаҡтай төрөндөрөп Һәр ҡатын-ҡыҙҙың матур һәм һөйкөмлө булыу теләге – тәбиғи күренеш. Килешле, ыҫпай һәм модалы кейенгән гүзәл затты һәр ерҙә һоҡланып ҡаршы алалар. 40 йылға яҡын сауҙа өлкәһендә хеҙмәт иткән, фәҡәт ҡатын-ҡыҙ кейеме бүлегендә эшләгән Рәмзиә ШӘЙХИНА был һүҙҙәр менән тулыһынса килешә.


– Ҡатын-ҡыҙ үҙен һәр саҡ матур ҡиәфәттә тоторға тейеш. Йорт хужабикәһе йә вазифалы хеҙмәткәр, студент йә уҡыусы булһынмы, ҡабатланмаҫ, килешле кейем һайлау мөһим. Гүзәл заттың һоҡланғыс, бөхтә йөрөүе зарур, – тине Рәмзиә Ласын ҡыҙы. – Әбйәлил ҡатын-ҡыҙҙарын матур һәм нәзәкәтле итеп кейендерергә тырышам, уларға әйбер һайлашам, файҙалы кәңәштәр бирәм.
Дөрөҫ, һатыусылар үҙенең тауарын үткәрер өсөн килешмәгән әйберҙе лә хәйләләп алдыра, тип тә уйлаусылар барҙыр. Рәмзиә Шәйхина өсөн иһә был күренеш бөтөнләй ят. Киреһенсә, өҫ-башы ла, кейеме лә күркәм был ханым һатып алыусыларҙың иң яҡын дуҫылай. Йылдар дауамында тап Рәмзиәгә килгән клиенттарҙың һаны байтаҡ. “Тәүҙә әсәләрен кейендерә инем, хәҙер ҡыҙҙарына сират етте”, – тип йылмая уңған һатыусы.
Әле Рәмзиә Ласын ҡыҙы өсөн үтә мәшәҡәтле осор, сөнки йәй – сығарылыш кисәләренә, туй, юбилей тантаналарына бай миҙгел. Уларҙа һәр ҡатын-ҡыҙ сибәр, һомғол күренергә теләй. Былтырҙан башлап һатыусы ханым уҡыусылар өсөн мәктәп формалары тәҡдим итә. “ОПТРИ” йәмғиәте етештергән күлдәк, жакеттар, сарафан, итәк, блузкалар күркәмлеге генә түгел, тәбиғи туҡыманан тегелеүе менән дә ата-әсәнең иғтибарын яулай. Балаларға, үҫмерҙәргә уңайлы мәктәп формаларын бер урында һайлау мөмкинлеге ауыл халҡы өсөн бик отошло.
Тал Ҡусҡары ауылында тыуып үҫкән Рәмзиә Шәйхинаның хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу – 1978 йылда универмагка һатыусы итеп тәғәйенләнгән. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, матурлыҡты яратҡан ханым әле лә төбәктең гүзәл затын нәзәкәтле, ҡупшы итеп кейендереү ниәтендә “Әбйәлил ҡыҙҙары” исемле ҡатын-ҡыҙҙар кибетендә тир түгә. Ейәнсәрҙәрен дә суҡтай кейендереп, ҡурсаҡтай төрөндөрөп, гүзәллек серҙәренә төшөндөрә.





Вернуться назад