Изгелек теләү айы21.07.2015
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Ураҙа байрамында Кушнаренко ауылында булып, мосолмандарҙы изге ғәйет көнө менән ҡотланы.
— Рамаҙан — рухи яңырыу, яҡындарыңа һөйөү һәм изгелек теләү айы. Элек-электән унда мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыла, изге эштәр башҡарыла, — тине республика етәксеһе, мәсеткә йыйылған халыҡ алдында сығыш яһап.
Рөстәм Хәмитов барыһына ла һаулыҡ, йорттарына бәрәкәт теләне, Башҡортостандағы дини хәл-торош тураһында һөйләне, мәсеттәрҙең күпләп төҙөлөүе, изге урындарға сәфәр ойошторолоуы, башҡа ғәмәлдәр атҡарылыуын әйтте. Республика етәксеһе шулай уҡ дини ойошмаларҙың экстремизмға, радикализмға ҡаршы тороуҙа әүҙем ҡатнашыуын билдәләне.