Хеҙмәттәшлек даирәһе киңәйә21.07.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөтә Рәсәй авиация материалдары ғилми-тикшеренеү институтының генераль директоры Евгений Каблов менән осрашты. Улар институттың республика предприятиелары, мәғариф учреждениелары менән хеҙмәттәшлеген нығытыу мөмкинлеген тикшерҙе.


Осрашыу барышында бер нисә ки­ле­шеүгә ҡул ҡуйылды. Мәҫәлән, Бөтә Рәсәй авиация материалдары ғилми-тикшеренеү институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты араһында хеҙмәттәшлек рәсмиләштерелде. Документ тәжрибә производстволары ойоштороуҙы, функциональ деталдәрҙе проектлауҙың комплекслы үҙәген булдырыуҙы, республика биләмәһендә мәғариф үҙәктәре һәм лабораториялар асыуҙы күҙ уңында тота.
Бынан тыш, “Өфө моторҙар эшләү бе­рекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм бер нисә ғилми, мәғариф учрежде­ниеһы Өфө дәүләт авиация техник университетында Ҡойоу һәм аддитив технологиялар үҙәген булдырыу тураһында бер­лек­тәге проектты ғәмәлгә ашырырға килеште.



Вернуться назад