— Халыҡтың 98,7 проценты торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереүгә бурыстарын түләп бөттө, үткән йылдар менән сағыштырғанда, был — юғары күрһәткес. Президент башланғысы буйынса ойошторолған күп фатирлы йорттар советының һаны арта, — тине Өфө ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Владимир Ильич Дмитрюк матбуғат конференцияһында. — Халыҡтың әүҙемлеге шатландыра, сөнки фәҡәт йорт хужалары торлаҡты кәрәкле ҡиәфәттә тота ала.
Былтыр күп фатирлы 39 йортта капиталь ремонт үткәрелде, быйыл йәнә 47 йортҡа ремонт планлаштырылған, — тине Владимир Ильич.
Баш ҡаланы төҙөкләндереү буйынса ла күп эш башҡарылған. Мәҫәлән, 25 урам төҙөкләндерелгән, дүрт ер аҫты үткәүеле барлыҡҡа килгән, шәхси секторҙарҙа яҡтылыҡ үткәрелгән. Ҡайһы бер урам саттарында таймер менән йыһазландырылған светофорҙар ҡуйылған. Был сара артабан да дауам ителеп, аварияларҙың кәмеүенә килтерәсәк.
Сипайлово биҫтәһендә ташҡындан һаҡлаусы дамбаның икенсе өлөшө төҙөлә. Шулай уҡ Дим районында тимер юл аша күпер реконструкциялана.
Йортһоҙ хайуандар мәсьәләһе лә Өфөнө инде байтаҡ йылдар борсой. Статистика күрһәтеүенсә, йыл һайын 15 меңләп эт тотолһа ла, халыҡ хәүефтән азат түгел. Ҡала хакимиәте был мәсьәләне быйыл хәл итәсәк: хужаһыҙ эттәр өсөн махсус питомник төҙөү планлаштырылған.
Матбуғат конференцияһында шулай уҡ крематорий төҙөү хаҡында ла һүҙ барҙы. Ҡала хакимиәте ташландыҡ хәлдәге Яңы Александровка ауылы биләмәһен ҡулайлы урын тип тапты. Был сараға бюджеттан аҡса бүленәсәк.
Ағиҙел йылғаһы һыуының сифатын артабан да яҡшыртыу маҡсатында Дим биҫтәһендә боҙ таҙартыу ҡоролмаһы төҙөләсәк.
Эльмира БӘШИРОВА.