Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса республика Советының күсмә ултырышы булды. Быйыл ул республиканың төньяҡ-көнсығышында — Дыуан, Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондарында үтте.
Ултырыш һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыу һәм мәғлүмәтләштереү, кадрҙар менән тәьмин итеү, медицина ярҙамына эйә булыу мөмкинлеген арттырыу, эш сифатын яҡшыртыу, матди-техник базаны нығытыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Күсмә ултырышта ҡатнашыусылар көндөң тәүге яртыһында Дыуан районында балалар сәләмәтлеге үҙәге, район-ара амбулатор онкология үҙәге һәм диализ үҙәге эше менән танышты.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, шулай уҡ республика Советы ултырышында ҡатнашыу өсөн Мәскәүҙән килгән Рәсәйҙең баш санитар табибы Геннадий Онищенко Малаяҙ ауылындағы район мәҙәниәт йортонда төньяҡ-көнсығыш райондарҙың һаулыҡ һаҡлау ҡеүәте сағылдырылған күргәҙмәне ҡарап сыҡты.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.