Оло Һүрәм йылғаһы Сөләймән ауылын (халыҡ телендә – Алабайтал) һуғарып ята, өҫтәүенә ул ике тау араһына ышыҡланып ултыра. Бына ошо ерҙә урынлашҡан “Ал елкән” балалар лагеры.Малай һәм ҡыҙҙарҙың һыу инеп ҡайтып килеүенә тап булдыҡ. Һәр кем бер-береһен бүлдереп, һорауҙарға ихлас яуап бирергә тырышты. Әйтеүҙәренсә, һыу шул тиклем йылы, унан бер кемдең дә сыҡҡыһы килмәгән, ятыуҙа йөҙөргә өлкәнерәктәргә генә рөхсәт ителгән.
– Әле 81 бала беҙҙә һаулығын нығыта, – тип һөйләй “Ал елкән” лагеры директоры Денис Йомалин. – Бында, ейәнсураларҙан тыш, эргә-тирә райондарҙан, хатта Өфөнән дә балалар бар. Көн дә сараларҙы төрләндереп үткәрәбеҙ. Спорт уйындарына өҫтөнлөк биреү – дөрөҫ алымдыр, тибеҙ. Дөйөм алғанда, хәҙер бит ҡыҙ һәм малайҙар әҙ хәрәкәтләнә, компьютерға бәйләп ҡуйған шикелле тик ултыралар. Маҡсатыбыҙ – өс аҙналыҡ ял һәр кемдең хәтерендә уйылып ҡалһын, һуңынан һағынып һөйләрлек булһын.
Өлкән пионервожатый Әлфиә Шәймөхәмәтова, тренер Алексей Стерликов, мәҙәни яҡтан биҙәүсе Раил Хунафин һәм башҡалар Денис Әсҡәт улы менән һәр саҡ килешеп эш итә.
“Ал елкән”дә ял итеүселәр янына ҡунаҡтарҙың юлы йыш төшә. Мәҫәлән, Сибай ҡалаһындағы “Сулпан” балалар театры сәхнәләштергән “Принцесса на горошине” мажаралы әкиәте барыһына ла оҡшаған.