“Киләсәктә лә һеҙгә ышаныс бағлайбыҙ”17.07.2015
“Киләсәктә лә һеҙгә  ышаныс бағлайбыҙ” Мәжлестең йәме – ҡунаҡты асыҡ йөҙ менән ҡаршылауҙа, уға хөрмәт күрһәтеүҙә. Ошо хәҡиҡәткә БРИКС һәм ШОС саммиттарында йәнә бер инандыҡ: сит ил вәкилдәре Башҡортостан халҡының ихласлығына һоҡланып ҡайтты.

“Киләсәктә лә һеҙгә  ышаныс бағлайбыҙ”Был уңышта ирекмәндәрҙең өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Улар ҡунаҡтар менән һәр саҡ бергә булды, ситтән килгәндәр ҡыйынлыҡ тоймаһын өсөн барлыҡ көсөн һалды.
– Саммиттар мәлендә Өфөнөң “визит карточкаһы” кеүек булдығыҙ, – тине республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ирекмәндәр өсөн ойошторолған байрам кисәһендә. – Ҡунаҡтар һеҙҙең эштән бик ҡәнәғәт ҡалды. Уларҙан көн дә күпләп телеграмма, рәхмәт белдерелгән хаттар алабыҙ. Был – һеҙҙең дә хеҙмәт емеше.
Рөстәм Зәки улы ирекмәндәргә ҙур рәхмәт әйтеп, уларҙың республика ғына түгел, тотош Рәсәй өсөн файҙалы, юғары әһәмиәткә эйә эш башҡарғанын билдәләне.
“Киләсәктә лә һеҙгә  ышаныс бағлайбыҙ”– Башҡортостан хәҙер донъя кимәлендә танылды, – тине төбәк Башлығы байрам сығы­шында. – Алда беҙҙе саммиттарҙа ҡатнашҡан илдәр менән иҡтисади бәйләнеш булдырыу, республикаға инвесторҙар, туристар йәлеп итеү һәм башҡа мөһим эштәр көтә. Ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа һеҙгә – төрлө телдәрҙе белгән, йәш, матур, тәүәккәл кешеләргә – ҙур ышаныс бағлайбыҙ.
“Киләсәктә лә һеҙгә  ышаныс бағлайбыҙ”Артабан Рөстәм Хәмитов айырыуса яҡшы эш һөҙөмтәһе күрһәткән биш ирекмәнгә рәхмәт хаты тапшырҙы. Тәбрикләнгәндәр араһында иң өлкәне – 61 йәшлек Венера Попкова һәм иң йәше – быйыл XI класты тамамлаған Тимур Мөлөков. Дөйөм алғанда, өс көнлөк йыйында 640-тан ашыу ирекмән ҡатнашҡан. Әлеге байрамда яңғыраған “Өфөгә хәҙер нимә етмәй?” тигән һорауға улар: “Метро, ирекмәндәр өсөн мәҙәниәт һарайы, турис­тар кәрәк”, – тип яуапланы.




Вернуться назад