“Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәте ойошторолоуға 90 йыл тулыу уңайынан уҙғарылған тантанала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы.Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең мәҙәниәт һарайы байрамса биҙәлгән: күңелде күтәрә торған көй яңғырай, эшселәрҙең кәйефе көр, хеҙмәт ветерандарының һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй.
Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғырағандан һуң төбәк етәксеһе йөкмәткеле сығыш яһаны.
– Башҡортостан өсөн был – мөһим дата, – тине Рөстәм Зәки улы. – Завод Рәсәйҙән ситтә лә яҡшы билдәле, моторҙар эшләү тармағында флагман һанала.
Ул – республикабыҙ иҡтисады өсөн терәк предприятие. Шәхсән минең өсөн ул айырыуса ҡәҙерле, сөнки хеҙмәт кенәгәмдәге тәүге яҙма нәҡ Өфө моторҙар эшләү заводында яҙылды. Бынан 40 йыл элек бында мастер ярҙамсыһы, унан һуң 6-сы цехта мастер булып эшләнем.
Рөстәм Хәмитов ул саҡта үҙенә ярҙам иткән һәм кәңәштәренән өҙмәгән миһырбанлы кешеләрҙең барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Республика Башлығы белдереүенсә, Өфө һәм Башҡортостан әле һаман беҙҙә булып үткән саммиттар тәьҫирендә йәшәй, ситтән килгән бихисап хөрмәтле ҡунаҡтар сараны бик юғары баһалаған һәм һоҡланыу менән тыуған яҡтарына ҡайтып киткән, баш ҡалабыҙ донъя сәйәсәтенең үҙәгенә әйләнгән, Өфө тарихҡа инеп ҡалған. Моторҙар эшләү берекмәһенең күргәҙмә майҙансығына ҡуйылған двигатель макеты янында халыҡ күп булған, Ҡытай һәм Һиндостан илдәре вәкилдәре уның менән яҡындан ҡыҙыҡһынған.
– Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ Рәсәй һәм Башҡортостандың визит карточкаһы икәнлегенә саммитта тәрән инандыҡ, – тип дауам итте һүҙен республика Башлығы. – Илдә төрлө үҙгәрештәр бара, иҡтисадта хәлдәр ҡатмарлашты. Әммә шул иғтибарға лайыҡ: импортҡа алмаш тауар етештереү юлға һалынған. Һуңғы биш йылда завод табыш алыуҙы ике ярым тапҡырға күбәйткән, етештереү күләме лә ярайһы артҡан. Заказдар иһә бер нисә йылға алдан төҙөлгән.
Республика Башлығы бер төркөм хеҙмәт алдынғыларын бүләкләне, аҙаҡтан тамашасылар йыр-моң тыңланы, бейеү ҡараны.