Эш кешеһенең ҡәҙере бармы?17.07.2015
Хөкүмәт йортондағы социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссия ултырышы “Юғары социаль һөҙөмтәлелек һәм социаль партнерлыҡ үҫеше” тигән республика конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләүҙән башланды.

Премьер-министр урынбаҫары Салауат Сәғитов, иң-иңдәрҙе ҡотлап:
– Конкурс өлгөлө ойошмаларҙың матур эшен башҡаларға күрһәтеү маҡсатынан ойошторолғайны. Уны илдең башҡа төбәктәре лә хуплап ҡаршы алды, хәҙер Рәсәй күләмендәге күркәм сараға әүерелде, – тине.
Конкурста барлығы 190 ойошма ҡатнашып, шуның 19-ы еңеүселәр, призерҙар булды. Уларҙы билдәләгәндә ойошмала хеҙмәтсәндәргә даими социаль ярҙам күрһәтеү, эш хаҡы буйынса бурыстың, үлем осраҡтарының булмауы төп критерий итеп алынған. Кеше һаны, ҡаҙна иҫәбендәге, бюджетҡа ҡарамаған предприятиелар буйынса үҙ төркөмдәрендә тәүге урындарҙы “Газпром” трансгаз” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Стәрлетамаҡтағы “Межрайкоммунводоканал” муниципаль унитар предприятиеһы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Белорет районының Үрге Әүжән урта мәктәбе алды.
Сарала йәнә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы алыу юлдарын ҡулайлаштырыу, байрам һәм ял көндәрендә эшләү мәсьәләләре ҡаралды. Октябрьский ҡалаһындағы “ПК “Автоприбор” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендәге хәл тикшерелде. Предприятиела 308 кеше ярты йыл самаһы эш хаҡы ала алмай, 24 миллион һум самаһы бурыс йыйылған. Салауат Сәғитов был борсоулы хәл буйынса ашығыс саралар күреләсәген, уның уңышлы хәл ителәсәген белдерҙе.




Вернуться назад