Ғаиләләргә ярҙам күрһәтәсәкбеҙ17.07.2015
Омскиҙа казарма емерелгәндә һәләк булған Башҡортостан хәрбиҙәренең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеләсәк. Матбуғат конференцияһында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ошо турала хәбәр итте.
– Тормошто яратҡан, йәп-йәш егеттәребеҙҙе юғалттыҡ. Шәмбе улар ант бирҙе, ә йәкшәмбе һәләк булды. Тағы ла өсәүһе ауыр хәлдә госпиталдә ята. Бик ҡыҙғаныс, — тине Рөстәм Хәмитов. — Республика Хөкүмәте ултырышында ла ошо теманы күтәрҙем. Һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтергә кәрәк. Егеттәребеҙ тыуып үҫкән район хакимиәт башлыҡтары менән дә һөйләштем. Хәрби комиссар әйтеүенсә, йәштәр конкурс нигеҙендә һайлап алынған. Хеҙмәт итергә теләгән һәр 10 кеше араһынан иң ныҡлы, сәләмәт, аҡыллы егетте һайлап алғандар. Тап уларҙы юғалттыҡ та инде.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, яугирҙәрҙең ғаиләләренә, туғандарына ярҙам күрһәтеләсәк. “Зыян күргәндәрҙе һәр йәһәттән хәстәрләйәсәкбеҙ. Уҡырға теләге булғандарҙы ваҡыт үтеү менән университеттарға, техникумдарға йүнәлтәсәкбеҙ,” – тип белдерҙе төбәк етәксеһе.