Ат эйәһе табылды, ауылҡайы – Табылды17.07.2015
Ат эйәһе табылды, ауылҡайы – Табылды 2015 йылдың II яртыһына “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыусылар араһында лотерея уйнатыласаҡ тигән һөйөнөслө хәбәрҙе йыл башында уҡ еткергәйнек. Шул иғтибарға лайыҡ: бер нисә айҙа республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан бихисап хат алдыҡ, күркәм башланғысҡа ихлас ҡушылған дуҫтарҙың күплегенә шатландыҡ. Вәғәҙә – иман, тиҙәр. Ошо көндәрҙә был изге вәғәҙәне бойомға ашырҙыҡ.


Шулай итеп, “Башҡортостан” вәғәҙә иткән төп бүләк – башҡорт аты – Стәр­лебаш районынан Файза ВАХИТОВАҒА эләкте! Кем әйтмешләй, ат хужаһы табылды, ул – Табылды ауылынан. Ә то­ҡомло һарыҡты Рәжәп ЮЛБАРИСОВ алды, әүҙем авторыбыҙ Яңы Мораптал (Көйөргәҙе районы) ауылында йәшәй. Бынан тыш электр сәйнүге Балтас ра­йонының Иҫке Балтас ауылында ғүмер итеүсе Фәнүзә ДИЛМӘЕВАның өлөшөнә төштө, ит турағыс иһә Восточный ауылынан (Мәләүез районы) Фәнир ҮМӘР­ҒӘ­ЛИНға тәтене. “Бодрость” шифа­ха­наһына юллама Дилбәр ХӘСӘНОВАға (Баймаҡ районы, Шүлкә утары) сыҡты, ә Көйөргәҙе районының Яҡут күлендә ял итеү өсөн юлламаны Әлфирә СӘЛИХОВА (Кү­гәрсен районы, Йомағужа ауылы), Мәхмүзә ШӘҒӘЛИЕВА (Бүздәк районы, Ҡаңны-Төркәй ауылы), Сәфәрғәле ТАЖЕТДИНОВ (Баймаҡ районы, Байым ауылы) һәм Гөлсибәр ВӘЛИЕВА (Ҡыйғы районы, Абзай ауылы) бүлеште. Шул уҡ ваҡытта хозур Башҡортостаныбыҙ буйлап сәйәхәт итеү бәхете Зөһрә БӘШӘРОВА (Әбйәлил районы, Асҡар ауылы) менән Баныу ИШМЫРҘИНАға (Белорет районы, Абҙаҡ ауылы) йылмайҙы. Еңеүселәрҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Бүләктәрҙе алыу өсөн бәйләнеш телефоны: 8 (347) 272–62–61.
Ат эйәһе табылды, ауылҡайы – ТабылдыГәзитебеҙ ойошторған “Коллектив менән – “Башҡортостан”ға!” акцияһы быға тиклем дә әүҙем барҙы. Ысынлап та, рухи эстафетаға ҡушылыусылар күп булды. Башҡортостан мосолманда­рының Диниә назараты, Республика перинаталь үҙәге, БР Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге, Ейәнсура районы башҡорттары ҡоролтайы, Бәләбәй башҡорт гимна­зияһы, Октябрьский ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, БДУ-ның Сибай институты, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы, Ишембай яғыулыҡ-энергетика колледжы, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты, “Йәйғор” шифаханаһы, Ауырғазы районының “Урал” хужалығы һәм башҡа ойошмалар – шуға асыҡ миҫал.
Өфө урамдарына йән өҫтәгән һәм шиғри нур бөрккән “Әҙәби троллейбус”ты ла халыҡ яратып ҡабул итте. “Башҡортостан” гәзитенең шиғриәт һәм йыр-моң тулы троллейбустағы сәфәре лә онотолмаҫлыҡ ваҡиға булды.
Хәйер, матбуғатҡа яҙылыу дауам итә. Кемдәр “Башҡортостан”ға яҙыла алмай ҡалған, шул мәғлүм булһын: әгәр 20-һенә хәтлем яҙылһағыҙ, гәзит алдағы айҙың тәүге көнөнән килә башлар. 2016 йылдың I яртыһына матбуғатҡа элекке хаҡ менән алдан яҙылыу мөмкинлеген дә ҡулдан ысҡындырмағыҙ, был осор 1 сентябргә тиклем генә барасаҡ. Ошолар тураһында күршеләрегеҙ, дуҫтарығыҙ, апай-ағайҙарығыҙ һәм килен-кейәүҙәрегеҙҙең дә иҫенә төшөрөп йөрөгөҙ.
Хаҡтар түбәндәгесә:
50600 индексы – 1 486 һум 14 тин;
31805 индексы (“Йома”) – 580 һум 02 тин.
Ҡыҫҡаһы, мөхәрририәт 2015 йылдың II яртыһына “Башҡортостан”ға яҙылыуҙы йәнләндереү маҡсатында төрлө акциялар ойошторҙо, район һәм ҡалаларҙа гәзит уҡыусы­лар менән бихисап осрашыуҙар үткәрҙе. Һөҙөмтәләр нисек тиһегеҙме? Гәзитебеҙгә яҙылыуҙы айырыуса Архангел, Мәләүез, Ауырғазы, Краснокама, Хәйбулла, Дәүләкән, Күгәрсен, Борай, Шишмә, Дүртөйлө, Нуриман, Стәр­летамаҡ, Баҡалы райондарында һәм Сибай, Нефтекама, Күмертау, Стәр­летамаҡ ҡалаларында һәйбәт ойоштор­ҙолар. Ҙур рәхмәт уларға! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бөрйән, Бүздәк, Йәрмәкәй, Иглин, Ҡариҙел, Благовещен, Яңауыл, Тәтешле һәм башҡа ҡайһы бер райондар һүлпәнлек күрһәтте. Был төбәктәр артабанғы матбуғатҡа яҙылыу осоронда һынатмаҫ тип өмөтләнәбеҙ.
Әлбиттә, гәзитебеҙҙең уҡымлылығы темаларҙың бай булыуына, проб­лемаларҙың ҡыйыу күтәрелеүенә бәйле. “Башҡортостан” редак­ция­һы киләсәктә лә үҙ уҡыу­сыларын йөкмәткеле махсус биттәре, фәһемле һәм ҡыҙыҡлы мәҡә­ләләре, һәр төрлө кәңәштәре менән һөйөндөрөп торасаҡ.
Гәзитебеҙ һеҙгә һәр саҡ кәрәк тә, терәк тә булһын, туғандар!


Вернуться назад