Ҡала ҡыҙы Әлкәне һайлаған15.07.2015
Ҡала ҡыҙы Әлкәне һайлаған Өфөнән Малаяҙға китеп барғанда һул яҡта Әлкә тигән ауыл тороп ҡала. Ошо яҡтарға күпме тапҡыр сәфәр ҡылып та, уға бер ҡасан да һуғылырға тура килмәне. Күптән түгел район хакимиәтенең кадрҙар, хоҡуҡ һәм мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Гөлнур Бәшироваға был турала әйттем. “Юл төшкәндә, хәбәр итерһегеҙ, шундағы бик шәп фермер менән дә таныштырырмын”, – тигәйне.
Бына беҙ Әлкә тарафтарына юлландыҡ. Үсҡанды йылғаһы ауылды тегеләй ҙә, былай ҙа киҫеп аға. “Ҡош-ҡорт үрсетеү өсөн бик тә уңайлылыр, шулай уҡ йәшелсә, еләк-емеш өсөн дә” тигән фекер үтте баштан. Беҙҙе ғәжәпкә һалғаны – таныштырырға вәғәҙә ителгән эшҡыуарҙың гүзәл заттан, улай ғына ла түгел, ҡала ҡыҙы булыуы.
– Кеше ҡалаға ынтылғанда, һеҙҙең бында йәшәп ятыуығыҙ ғәжәпләндерә, – тинем.
– Юғары уҡыу йортон тамамлағас, бер нисә йыл һөнәрем буйынса эшләнем, унан әхирәттәремде шаҡ ҡатырып эшҡыуарлыҡҡа тотондом, – тип башланы һүҙен “Насирова” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Юлиә Насирова. – Иҫәп-хисап йәһәтенән диңгеҙ­ҙәге балыҡ шикелле йөҙәм тиһәм, дөрөҫ булыр. Мәктәптә беҙҙән бер класҡа юғары уҡығандарға мәсьәлә сисергә ярҙамлаша инем. Халыҡ бәләкәй ауылдан ҙурыраҡ­тарына, район үҙәгенә, кемдәрҙер ҡалаға йәшәргә күсенгәндә, эшемде атайымдың тыу­ған ауылында башлауым ҡайһы берәүҙәргә ят тойолдо, әлбиттә. Ауыл тормошон һәм ер эшен яратам.
Йәш ҡыҙ Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған, бухгалтер-иҡтисадсы һөнәрен үҙләштергән. “Ҡыҙым, һинең ҡулыңдан килә, кәрәк икән, ярҙам итермен”, – тип Феликс ағай уны дәртләндергән. Хәҙер иһә ҡыҙы – үҙе улар өсөн терәк-таяныс.
Фермер гектар ярым майҙанда йәшелсә үҫтерә, геракл һәм барвина сортлы ҡыярға өҫтөнлөк биргән. Тәүге уңышты март урталарында йыйғандар. Башта йәшелсәнең бер килограмын 120 һум менән һатһалар, әле хаҡ ныҡ төшкән. Улар өсөн иң ҡыҙыу осор – марттан алып июнь бөткәнсе. Тауарҙың тиҙ һа­тылыуы мөһим, тиҙәр. Йәшелсәне рес­пуб­ликабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш райондары, “Янғантау” шифаханаһы, шулай уҡ сиктәш ятҡан Силәбе өлкәһенең ауылдары теләп ала, һирәк-һаяҡ булһа ла Өфө баҙарына ла сығалар. Әйткәндәй, республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә ике генә фермер йәшелсәселек менән шөғөлләнә: тағы ла Балаҡатай районының Ҡараҡай ауылынан Әнүәр Ғәлиәкбәров.
Йәш фермер Ләйсән Шөғәйепова, Айгөл Кәлимуллина, Рәлиҙә Закирова, Айгөл Иҙрисованы эш менән тәьмин иткән.
Элек бөгөнгө теплица урынлашҡан ерҙә һаҙлыҡ булған тиһәң, күптәр ышанмаҫ, ауыл көтөүе лә ошонда һыулауға төшкән. Хәҙер иһә был урын алыҫтан тотош ҡаласыҡ кеүек күренә. Фермер артабан да эшен киңәйтергә уйлай. Магазин асырға теләүен дә әйтте.
– Юлиә Насирова эшен йәйел­дер­гәс, ауылға ҡот инде, – тип һүҙгә ҡушыла Әл­кә ауыл хакимиәте башлығы Урал Дәү­ләтшин. – Бер нисә ҡатын-ҡыҙға эш табыл­ды, бынан тыш, йүнсел Әлкәне тө­ҙөк­лән­де­реү һәм йәшелләндереүгә лә тос ярҙам күрһәтә.





Вернуться назад