Оло быуын әүҙем дә, ихлас та15.07.2015
Оло быуын әүҙем дә, ихлас та Бөгөн күп ауылдарға йәм һәм ҡот өҫтәп йәшәгән оло быуын кешеләренең ихласлығына һоҡланмау мөмкин түгел. Тап улар ауылдың йәшәйешенә һәм артабанғы киләсәгенә үҙ өлөшөн индерә, туранан-тура ярҙам итә. Хәйер, күптәр “аҡыл өйрәтеүсе” һәм һәр эшкә “ҡыҫылып” барған ололарҙы өнәп тә бөтмәйҙер, әммә бөгөн йәш быуын уларҙың фекеренә, ярҙамына мохтаж. Хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, дәрт-дарманы ташып торған ветерандар үҙҙәре лә тик ятмай: ауылда үткән һәр сарала әүҙемлек күрһәтә, хатта күпселек эштең башлаусыһы булып тора.

Әбйәлил районының Хәлил ауы­лы ололары — районда иң әү­ҙем ветерандар рәтендә. Уларҙың ма­тур эштәре һәр саҡ маҡтауға һәм хөрмәткә лайыҡ. Ауыл билә­мәһе­нең Ишбулды ауылынан ветерандар советы рәйесе Ишмөхәмәт Тимербаев, Әбделмәмбәттән Рә­йес Усманов, Мәхмүттән Булат Шаһивәлиевтәр үҙ бурысына етди ҡарай. Шулай уҡ Ҡалмаҡ һәм Хөсәйен ауылдарында ла оло йәштәгеләрҙең хәлен даими белешеп, ярҙам күрһәтеп торалар.
Күптәр ветерандар советы нин­дәй эш башҡара һуң, тип аптырап та ҡала. Тәү ҡарамаҡҡа ғына эшмә­кәрлектәре күренмәгән төҫлө, әммә тап улар — хакимиәт баш­лы­ғының уң ҡулы, ярҙамсыһы һәм кәңәш­сеһе. Бер кемгә лә сер түгел: бөгөн күпселек ауылдарҙа башлыса пен­сионерҙар йәшәй. Өлкән быуын, ғәҙәттәгесә, барлыҡ һорау­ҙары ме­нән ветерандар советына килә, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған мәсьә­ләләрҙе хәл итеүҙе һорай.
Әҙеһәм Хәмзин әйтеүенсә, биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләп үҫтергән әсәгә пенсияға өҫтәмә булыуы тураһындағы ҡарар нигеҙен­дә, ауыл биләмәһендәге пен­сио­нерҙарҙың хеҙмәт стажын ҡайтанан тикшертеп, күптәренә бер аҙ булһа ла түләү билдәләнгән.
Күптәр ҡарттарға ярҙам күрһәт­кән социаль хеҙмәткәрҙең кемгә­лер ярҙам итеүен аңламай, урынһыҙ тауыш ҡуптара. Имеш, балаһы ауылда йәшәһә лә, фәлән кешегә ярҙам бар, ә миңә юҡ, тип яла яғыу­сылар ҙа юҡ түгел. Ошо мәсьәләгә аныҡлыҡ индереү, социаль хеҙмәт­кәр тотоу өсөн дә түләү ҡарал­ға­нын ябай итеп аңлаталар.
Киләсәк быуынға ҡасандыр гөр­ләп торған Киров исемендәге колхоздың тарихын бар тулы­лы­ғын­да ҡалдырыу, тыуған ауыл­дарының ер-һыу атама­лары исемдәренең дөрөҫ әйтелешен һәм яҙылышын тәьмин итеү, уларҙың тарихын яҙҙырыу буйынса ла ғәйәт ҙур эш башлаған ветерандар советы ағзалары. Күптән түгел Хәлил ҡарттың ейәне, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Фазлиәхмәт Кәримовтың хәтер һәм ҡәҙер кисә­һен үткәреп, иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйғандар. Был эштең барыһын да ветерандар советы ойоштора.
Хәлилдәрҙең мәҙәниәткә ғашиҡ булыуы хаҡында һөйләмәһәк, дө­рөҫ булмаҫ, моғайын. Улар йыл һа­йын тиерлек “Мин яратам һине, тормош!” республика ижад фес­тивалендә әүҙем ҡатнаша һәм һәр саҡ призлы урындар яулай. Республикала “Малайҙар” вокаль һәм халыҡ ҡорал­дары ан­самбле (етәксеһе — Әҙеһәм Хәмзин) сығыштарын һәр ерҙә кө­төп алалар. Һигеҙенсе тиҫтәне тултырып килгән олатайҙарҙың моңло итеп гармунда, мандолинала уйнауын күреү — үҙе бер мөғжизә.
Ҡоро һүҙ һөйләп кенә түгел, ә үҙҙәренең эше, йәшәйеше һәм булмышы менән йәштәргә өлгө булырлыҡ ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар йәшәй Хәлилдә. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың “Ирәндек” фольклор, Ишбулды ауылынан “Етеле шәм”, Әбделмәмбәттән “Йәнбикә” фольклор ансамблдәре сығышын да тамашасы яратып ҡабул итә.
Йырлап-бейеп, күңел асып ҡына йәшәмәй ветерандар, улар шулай уҡ сәләмәт тормошто, айыҡ йәшәү­ҙе лә пропагандалай. Ауылда Яңы йыл, 23 февраль, 9 Май байрамдары алдынан шахмат, бильярд ярыштары үтә. Бағыусыларҙы та­бып, бүләктәр алып, ярышты юға­ры кимәлдә ойоштора ветерандар советы. Әйткәндәй, Себер тарафтарында эшләп йөрөгән Рәүеф Дәүләтов бильярд уйнау өсөн шар һәм кийҙар алып биргән.
Хаҡлы ялға сығыусыларҙы, үҙ­ҙәре әйтмешләй, “йәш пенсионер”­ҙарҙы сафтарына ҡабул итеү ҙә матур йолаға әүерелгән. Шулай уҡ йыл һайын биләмәгә ҡараған бер ауылда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” осрашыуы үтә. Был байрамда шул ауылдың иң абруйлы кешеһенә “Почетлы граждан” исеме бирелә.
Бына шундай дәртле, тормошто яратҡан, әүҙемлеге менән йәштәр­гә өлгө булған, ауылдарҙы һаҡлап ҡалыуға үҙ өлөшөн индергән, рухи яҡтан көслө, сабыр һәм хөр­мәткә лайыҡ ололарға һоҡланмау мөм­кин түгел.


Вернуться назад