Ошо көндәрҙә Урман ҡасабаһындағы ғәҙәттән тыш хәлгә ҡатнашлығы бар тип танылған ике ир-егет ҡулға алынды. Иглин районында йәшәгән 41 һәм 31 йәшлек ирҙәр боеприпас урлауҙа һәм һаҡлауҙа ғәйепләнә. Тикшереү барышында был кешеләрҙең өйөндә патрондар, биш килограмм самаһы дары, тротил шашка, яһалма шартлатҡыс табылған. Әле был граждандарҙың элекке хәрби часть биләмәһен һаҡлаған хәрбиҙәргә һөжүм итеүгә, боеприпастарҙы шартлатыуға ҡағылышы булыу-булмауы тикшерелә.
Хәтерегеҙҙәлер, 3, 21, 28 июндә Урман ҡасабаһында ҡайтанан шартлауҙар яңғырағайны.