Һорауҙар асыҡлана15.07.2015
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре һәм система администраторҙары, муниципаль район секретарҙары менән республикала урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлау кампанияһы барышы хаҡында кәңәшмә үткәрҙе.
Сараны Комиссия рәйесе Хәйҙәр Вәлиев алып барҙы. Унда 13 сентябрҙәге берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерләнеүгә һәм уны уҙғарыуға бәйле мөһим проблемалар тикшерелде. Кандидаттарҙы тәҡдим итеү һәм теркәү, территориаль һайлау комиссияларындағы эш барышы, муниципаль кимәлдә кампанияны финанслау, һайлауҙы мәғлүмәт менән тәьмин итеү кеүек мәсьәләләр ҡаралды. Ултырышта Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Наилә Алтынова менән Комиссия секретары Марина Долматова сығыш яһаны. Үҙәк студия менән бәйләнешкә Баҡалы һәм Көйөргәҙе райондары территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре Н. Павлов менән И. Мөхәмәтшин, Бишбүләк район Советы секретары А. Зарипов сыҡты.