1978 – 1983 йылдарҙа мин Дондағы Ростов ҡалаһындағы дәүләт университетында уҡыным. Беҙҙең менән бергә сит илдәрҙән килгән студенттар ҙа белем алды. Социалистик лагерға ҡарағандарынан тыш, Латин Америкаһынан, Азиянан һәм Африканан да йәштәр бар ине. Беҙҙең төркөмдә Грециянан, Мадагаскарҙан, Эфиопиянан, Ираҡтан булдылар. Татыу йәшәнек.Мин бигерәк тә Эдисон Мапумуло тигән егет менән дуҫлаштым, тыумышы менән Көньяҡ Африка Республикаһынан ине. Ул йылдарҙа был дәүләт расистар ҡулы аҫтында булды — апартеид системаһы сәскә атҡанда СССР уның менән бәйләнештә торманы. Эдисон, Африка милли конгресы ағзаһы булараҡ, беҙгә Эфиопия аша килде. Гел генә Башҡортостан тураһында ҡыҙыҡһына ине. Каникулға алып ҡайтырға теләк булды, әммә төрлө ҡаршылыҡтар арҡаһында хыял бойомға ашманы. Ҡыш тураһында ныҡ ҡыҙыҡһынғаны хәтерҙә ҡалған. Беҙҙә бер йыл ҡар яуғайны, һыйырҙар үлеп бөттө, тип һөйләне. Һыуыҡта уларҙың бесән ашағанын да күҙ алдына килтерә алмай торғайны. Турғайҙарҙың да ҡышлай алғаны уны ныҡ ғәжәпләндерҙе.
Уҡыуҙы тамамлағас, төрлө яҡҡа таралыштыҡ. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Эдисон нисектер минең адресты табып, хат та ебәргәйне, хаталанмаһам, Мапуту ҡалаһынан.
БРИКС составында булған КАР делегацияһында уны танып белгән кешенең булыуы ихтимал. Шуға өмөтләнеп, уның фотоһын гәзиттә баҫып сығарыуығыҙҙы үтенәм. Кем белә, бәлки, минең сәләм дуҫыма барып етер.