Ағинәйҙәр — беҙҙең ҡалҡан14.07.2015
Ағинәйҙәр — беҙҙең ҡалҡан Роза Вәли ҡыҙын белгән
40 йылдан ашыу дәүерҙә мине һәр ваҡыт ундағы һалҡын ҡанлылыҡ, төплө фиғел һәм маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ һоҡландырҙы.


Урта мәктәпте тамамлағас, уни­вер­ситетҡа тиклем миңә йыл самаһы район гәзитенең тәржемәсе-хәбәр­сеһе булып эшләп алырға тура кил­гәйне. Редакция коллективы берҙәм, татыу ине. Минән аҙ ғына өлкәнерәк Илүзә менән Роза ситтән тороп Баш­ҡорт дәүләт университетында уҡый, үҙҙәре ошо уҡ гәзиттә тәржемәсе бу­лып эшләй, Сания – корректор. Арала Роза айырылып тора: үткер, шаян һүҙ­ле, ҡыйыу. Берәй нәмә оҡшамаһа, күҙгә бәреп әйтә, берәүҙән дә өркөп тормай.
Тәүге командировкаға йыйынғас, мөхәррир Марсель ағай Ҡот­лоғәл­лә­мов юлға икебеҙҙе сығарып ебәрҙе. Өс ай мәҡәләләр тәржемә итеп кенә ултырып (ул саҡта “Осҡон” гәзите ике телдә сыға ине) ялҡҡайным, шуға күрә әлеге сәфәргә бик ашҡынып ҡуҙғалдым.
Редакцияның берҙән-бер ма­ши­на­һы көн дә тиерлек өлкән ағайҙарҙан бушамай, шуға күрә беҙ Асҡарҙағы май заводына һөт ташыусы машинаға ултырып, үҙәктән 45 саҡрымда ятҡан Хәлил ауылына ыңғай ғына барып төштөк. Көнөбөҙ мәҡәлә туплау менән үтте: Ишбулды ауылында фермала ла, машина-трактор оҫтаханаһында ла, хеҙмәт алдынғыларының йорттарында ла булып өлгөрҙөм, Роза иһә был ваҡытта колхоз үҙәге булған Хәлилдең үҙендә яуаплы кешеләр менән интервью ойошторҙо. Ниәтебеҙ — арыраҡ, төпкөлдәрәк урынлашҡан Мишәрҙә, Розаның ата-әсәһендә, төн үткәреү һәм иртәгәһенә ҡайтып китеү.
Иртәгәһенә беҙ уяныуға билдән ҡар яуған, күҙ асҡыһыҙ буран сыҡҡан. Ро­за­ның атаһы Вәли ағай мәрхүм ат егеп, беҙҙе Хәлилгә илтеп ҡуйҙы ла ул, әммә бер яҡҡа ла юл юҡ, буран кө­сәйгәндән-көсәйә. Асҡарға шылтыратып иҫкәртеү мөмкин түгел: бәйлә­неш өҙөлгән. Ике көн Хәлилдә ҡа­малып яттыҡ, Розаның бер туған апаһы, үҙ­эш­мәкәр композитор, шағирә Маһинур Дәүләтҡолова менән шунда таныштым. Ғүмерен мәктәптә балалар уҡы­тыу­ға бағышлаған Маһинур апай ғә­жәйеп кеше ине. Байтаҡ йылдар үткәс, Роза менән Маһинур апай­ҙың әсәләре Ғилмияза инәй Асҡарға, кинйә ҡыҙы Риммаға күсеп килгәс һәм өлә­сәйем менән икәүһе әхирәттәр булып киткәс, ҡыҙҙарындағы күп гүзәл сифаттар әсә кешенән күскәнлеген аңланым. “Ғилмияза менән рәхәтлә­неп аралашаһың, кинәнеп һөйлә­шә­һең, — тиер ине Ғәлиә өләсәйем. — Һәйбәт кеше”.
Кемдер хаҡында фекер йөрөткәндә беҙ, ғәҙәттәгесә, уның ата-әсәһе кем булыуын иҫкә алабыҙ. Ғилмияза инәй менән Вәли ағай бик татыу, матур ғүмер кисерҙе. Йыр-моңға, уйын-көлкөгә маһир булдылар. “Тирә-яҡта­ғы йырсы, ҡурайсылар менән гел ара­лашып йәшәгән атайым менән әсәйем. Ғиниәт Ушанов, Ғата Сөләй­мәнов һәм башҡалар беҙгә килеп йөрөгән, — тип һөйләгәйне миңә бер ваҡыт Роза Вәли ҡыҙы. — Беҙҙә Ғата ағайҙы “Ғатау” тип йөрөттөләр”.
Был бер аҙ ситкәрәк тайпылыу булды. Роза менән тәүге ижади ко­мандировкабыҙға әйләнеп ҡайтайыҡ. Шулай итеп, ике көн Хәлилдә ҡама­лып ятҡандан һуң, мең бәлә менән Һартҡа (Әбделмәмбәт) тракторҙа ки­леп еттек. Артабан беҙҙе йәнә трак­торҙа Йәнгелгә илтеп ҡуйҙылар. Унда бер төн ҡундыҡ, сөнки Гусевкаға ике генә саҡрым булыуға ҡарамаҫтан, юлды тотош көрт баҫҡайны. Икенсе көнө Гусевкала булып, беҙҙе үҙенең тракторында әсәйемдең ҡустыһы Мәрхәм ағайым килеп алды. Телефон бәйләнеше был яҡта ла булмай сыҡты. Юлдашта ағайымдарҙа тағы бер тәүлек ҡунаҡ булып, саҡ Асҡарға ҡайтып еттек. Беҙҙе “геү” килеп ҡар­шыланылар — йыһан осошонан ҡайттыҡмы ни! Әсәйем, меҫкенкәй, көнө-төнө редакция, милиция туп­һаһын тапаған, ә Розаның ире Вла­дис­лав Рәүеф улы (улар йәшләй генә өйләнешкәйне), йәш кәләшен иҫән-һау күргәс, был яғына командировка тип ауыҙыңды ла асма, тигән шарт ҡуйған. Ана шул бер аҙна эсендә Розаның ышаныслы, кәрәк саҡта дөрөҫ ҡарар ҡабул итерҙәй юлдаш, ярҙамсыл, игелекле кеше икәнлегенә төшөндөм. Юлда ул икебеҙ өсөн дә яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алды, һәр яҡлап хәлемде еңеләйтергә тырышты, көләмәстәрен һөйләп, кәйефемде күтәрҙе.
“Осҡон” район гәзитендә Роза Вәли ҡыҙы ун өс йыл эшләне. Ире Владис­лав Таһиров гел яуаплы вазифалар би­лә­гәс, уға ышаныслы ғаилә тылы кәрәк ине. Ул арала бер-бер артлы өс балалары донъя күрҙе. Тәбиғи, Розаға ты­нысыраҡ, ваҡытында өйгә ҡайтыр­лыҡ эшкә — район китапханаһына — күсергә тура килде. Әммә тынғыһыҙ күңел улай йәшәй аламы ни?! Һәр төрлө саралар, аҙналыҡтар үткәреүҙә, билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар ойоштороуҙа китапхана алдын­ғы­лыҡ­ты бирмәне, шул уҡ ваҡытта егәрле, етеҙ ҡатын балалары һәм ире өсөн тәмле ризыҡтар бешерергә лә, өйөн бөхтә тоторға ла, район мәҙәниәт һарайына хорға йөрөргә лә өлгөрҙө. Ҡырҡты үткәс, Владиславына дүртен­се бала — Тимурын — бүләк итте. Артур, Жанна, Руслан ҙурайғандар, үҙаллы тормош­ҡа аяҡ баҫа баш­лағайнылар инде.
Һәр яҡлап уңған, бер-береһе өсөн өҙөлөп торған ғаиләне ҡара ҡайғыға һалып, Владислав Рәүеф улы яҡты донъянан китеп барҙы. Ҡапыл. Тимур­ҙары мәктәптә генә уҡый ине әле.
– Сирен минән бик оҙаҡ йәшереп йөрөгән. Бер ваҡытта ла зарланманы. Мине һаҡланы, ҡурсаланы. Ҡайһылай бәхетле ҡатын булғанмын икән, — Роза Вәли ҡыҙының был һүҙҙәрендә Владигының һөйөүен баһалау ҙа, иренә булған мөхәббәтен һаман йөрәгендә һаҡлауы ла сағыла.
Тәүҙә китапханасы булһа, һуңынан һигеҙ йылдан ашыу ул китапхана директоры вазифаһын башҡарҙы. Роза Вә­ли ҡыҙы эшләгән дәүерҙә фонд бай­таҡҡа артты, йәмғиәттәге кире үҙгә­рештәргә ҡарамаҫтан, уҡыусылар һаны кәмемәне, төрлө күрһәткестәр буйынса коллектив республикала ал­дынғы урындарҙы яуланы. Оҙаҡ йылдар ул райондың ҡатын-ҡыҙҙар сове­тын етәкләне. Тырыш хеҙмәте, йәмәғәт тормошонда ихлас ҡат­наш­ҡаны өсөн маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Был грамоталар ара­һын­да Мәҙәниәт министрлығының да, Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайының да рәхмәт ҡағыҙҙары бар.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре Роза Вәли ҡыҙы Таһирова бөгөн райондың Ағинәйҙәр ҡорон етәкләй. Республикабыҙҙағы был яңы башланғыс Әбйәлилдә киң яҡлау тапты һәм хәҙер һәр ауылда тиерлек ағинәйҙәр бергә тупланып, сәләмәт тормош өсөн көрәш йәйел­дерә, иллене үткән ҡатын-ҡыҙҙарҙы йәмәғәт эштәренә ылыҡтырып ҡына ҡалмай, ғөмүмән, урындарҙа халыҡты әүҙемләштереү, файҙалы шөғөлдәргә йәлеп итеү, айырым кешеләрҙе яман ғәҙәттәрҙән арындырыу буйынса күп эш атҡара. Халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен тергеҙеү, эскелеккә ҡаршы көрәш — ҡорҙоң иғтибар үҙәгендә булған төп мәсьәләләрҙең береһе.
Берәүгә лә сер түгел: хужалыҡтар тарҡалып, кешегә эш бөткәс, бөтәһе лә яңы баҙар шарттарына яраҡлашып китә алманы. Ҡасандыр әхлаҡи ҡанун­дарҙың нигеҙе булған ауылдарҙа эскелек көсәйҙе, үҙҙәрен бер кемгә кәрәкһеҙ тойоусылар күбәйҙе. Халыҡ­тың элекке кәсептәрен — ағас эшкәр­теүҙе, кейеҙ баҫыуҙы, бәйләү-сигеүҙе, тимерҙе семәрләп, төрлө кәрәкле әйберҙәр яһауҙы тергеҙеү күптәргә ғаиләләрен аҫрарға мөмкинлек бирҙе.
– Эскән кеше барыбер эсә инде, шуның өсөн ҡайһы мәл йәмәғәтсе­лектең тәүәккәл ярҙамы кәрәк. Беҙ бөгөн ЛТП-ларҙы, урындарҙағы дауа­ханаларҙа наркология кабинеттарын ҡайтанан булдырыу кәрәклеген аң­лай­быҙ һәм ошо йүнәлештә эш алып барабыҙ. Аҡһаҡалдар, ҡатын-ҡыҙҙар советтары, депутаттар, ағинәйҙәр — бөтәбеҙ бергәләп тотонһаҡ, эскелекте лә еңер инек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер урындарҙа халыҡ дәррәү түгел, — тип әсенә Роза Вәли ҡыҙы. — Битараф булмаһаҡ ине...
Битарафлыҡ енәйәткә бәрәбәр — уныһы хаҡ. Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе­нең һәр нәмәлә эше бар, тормоштағы ғәҙелһеҙлеккә лә, тәртипһеҙлеккә лә ул күҙ йомоп ҡала алмай. Әле бына Асҡар урамы буйлап киләбеҙ. Эсеп алған өс-дүрт егет, тәмәке көйрәтә-көйрәтә, шау-шыу килеп һүгенеп, үҙ-ара ниҙер аңлашып маташа. Аяҡ аҫ­тында тәмәке төпсөктәре, араҡы шешәһе аунай. Мин ул-был уйлап өлгөргәнсе, Роза Вәли ҡыҙы егеттәр эргәһенә барҙы, ипле генә иҫәнләште.
– Һеҙ ауылдың, райондың күрке була торған кешеләр бит, — тине тегеләргә. — Көтмәгәйнем, ошондай йәш, көслө егеттәрҙең тәмһеҙ итеп һүгенеүен, етмәһә, тирә-яҡты бысратыуын. Һеҙҙән балалар өлгө ала! Ә бит ошо Ер беҙҙе туйындыра, яҡты донъянан киткәс тә, ошо ер эсенә инәбеҙ барыбыҙ ҙа...
Роза Вәли ҡыҙы өгөт-нәсихәтен һөйләп бөтмәне, егеттәрҙең береһе шешәне, төпсөктәрҙе йыйып алды.
– Бына рәхмәт, — тине юлдашым. — Әйткәнде аңлағас, һеҙ насар кеше түгел. Тимәк, насар булып ҡыланырға ла кәрәкмәй...
Роза Таһирова етәкселегендәге Ағи­нәйҙәр ҡороноң көндәлек эшен яҡтыртыуҙы маҡсат итеп ҡуйманым. Бары тик үҙем оҙаҡ йылдар белгән һәм ихтирам иткән ябай башҡорт ҡатынының күңел йәдкәрен асырға ғына тырыштым. Һәр ҡайһыбыҙ үҙебеҙҙе уратҡан мөхиткә, кешеләргә ҡарата шулай ихтирам һәм иғтибар күрһәтһә, донъябыҙ ҙа сафыраҡ, етешерәк, матурыраҡ булыр ине, тиеүем генә...




Вернуться назад