Салғыһы үткер Айнурҙың14.07.2015
Салғыһы үткер Айнурҙың [b]…Егән буйы туғайҙарында йәмле йәйгә ҡыуанып үҙ йырын башҡарған һандуғастар, нисек кенә тырышмаһын, ҡеүәтле техника тауышын еңә алманы. Геүләтеп килеп туҡтаған “МТЗ-82” һүнгәс, ә уға тағылған сапҡыс тыҡылдауҙан арынғас ҡына, “концерт” ныҡлап ишетелә башланы. Әйҙә, ҡоштар ҙа һайраһын, тракторҙар ҙа геүләһен – шул саҡта тормошобоҙ ҙа алға барыр.
[/b]
Тәбиғәт менән Әҙәм балаһының бәйләнеше хаҡында уйланып торған арала кабинанан таныш йөҙ күренде. Күрше егет Айнур Ғәниев ул. Егет тип ни, өс бала атаһы инде хәҙер, Әрмет-Рәхим ауылында урынлашҡан “Шәрә­фетдинов” крәҫтиән (фермер) хужа­лы­ғына ҡатыны Тәнзилә менән икәүләп Түбәнге Әрметтән йөрөп эшләй, хеҙмәт урынынан бик ҡәнәғәттәр.
— Эштең иң ҡыҙған мәле, 7 гектар сабып ташланым инде. Сабып бөтө­рөргә лә тиҙерәк төрә башларға ине, ана бит, нисек ҡыҙҙыра, бесән “һә” тигәнсә кибеп сыға, — тип эш барышы менән таныштыра тракторсы. Бала саҡтан уҡ Айнурҙың техникаға әүәҫлегенә һоҡлана торғайным, бер ҙә үҙгәрмәгән икән: сапҡысы менән тракторҙы ныҡлап тикшерә. Һис шикһеҙ, яҡшы уңыш алыр өсөн шәп орлоҡ менән һауа торошо ғына етмәй шул – техниканы ла тәртиптә тоторға кәрәк.
Ялтырап торған сапҡыстан оҙаҡ ҡына күҙҙе ала алмай торҙом. Айнур, уйҙарымды һиҙгәндәй:
— Өр-яңы ул. Хужалар кисә генә һатып алып ҡайтты. Бик ҡеүәтле, сит илдеке, хаҡы 60 меңдән дә кәм түгел, – тип техникаһын маҡтай башланы. – Бындай сапҡыс булмаһа, 35 гектар бесән­лекте сабып бөтөрөп буламы ни?! – Шулай ин­де, ҡорал эшләй, ир маҡтана. Нисек кенә булмаһын, 40 баш һыйыр малы, 6 ат, 150 һарыҡҡа бесән әҙерләүҙә сапҡыстың өлөшө ҙур.
…Уттай ҡыҙыу эш мәле бит, күрше хәлен белеүҙе оҙаҡҡа һуҙып торманыҡ. Мул уңышҡа ишара булып ҡуйы үҫкән үләндәр йәнә “баштарын һалырға” тотондо, бер аҙҙан үткер салғыһы менән Айнур ҙа йыраҡлашты. Трактор тауышын йәнә ҡоштар йыры алмаштырҙы. Кешеләрҙең эшмәкәрлегенә улар ҙа ҡыуаналыр. Һәр хәлдә, миңә шулай тойолдо.





Вернуться назад