Легендар полководец Муса Мортазиндың
тыуыуына — 123 йылБашҡорт халҡының легендар шәхесе, граждандар һуғышы Геройы, өс тапҡыр Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, күренекле дәүләт эшмәкәре, үткер ҡәләмле публицист, яҙыусы һәм тарихсы Муса Мортазиндың абруйы, иншаллаһ, тыуған иленә, халҡына һуңлап булһа ла кире ҡайтты.
Арҙаҡлы шәхесебеҙ хаҡында романдар, повестар, поэмалар, драма-одалар һәм очерктар яҙылды, йырҙар ижад ителде, легендалар тыуҙы, сәхнәләрҙә трагик образы, ҡаҡшамаҫ рухы тормош дөрөҫлөгөндә сағылдырылды. Геройҙың исемен хужалыҡтар, ойошмалар, урамдар йөрөтә, 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан (1991 йыл) тыуған ауылы Көсөктә (Маяҡта) йорт-музейы асылды, район хакимиәте премияһы булдырылды. Уның ҡаһарман образы ваҡытлы матбуғатта яҡтыртыла килә. Ошо изге эште дауам итеп, беҙ ҙә оло шәхестең тормош һәм хәрби юлын өйрәнеп, “Мәңге халыҡ хәтерендә” тигән китап яҙып, нәшриәткә тапшырҙыҡ. Был йыйынтыҡҡа ингән мәҡәләләрҙә данлы яҡташыбыҙҙың героик үткәнен, хөкүмәт етәксеһе булараҡ ойоштороу һәләтен, сәйәси һәм ижади маһирлығын уҡыусыға түкмәй-сәсмәй, бар тулылығында һәм асыҡлығында еткерергә тырыштыҡ.
“...Таш төрмәнең тар ғына камераһына килеп инеү менән ул үҙен тимер ҡоршауға эләккәндәй хис итте. Кемдеңдер ауыр, ҡотолғоһоҙ ҡаты ҡулдары күмәгәйенән алып, торған һайын нығыраҡ быуғандай, таш иҙәнгә һалып иҙергә теләй. Атаҡлы комбригтың мөһабәт, мыҡты кәүҙәһе килеп ултырыуҙан ҡаҡ һике шағыр-шоғор итеп ҡалды, тик ул быны ишетмәгәндәй терһәктәрен тубығына, эйәген көрәк дәүмәле устарына терәп уйға сумды. Иртәнге ваҡиғалар уның күҙ алдынан тағы ла бер ҡабат ап-асыҡ булып үтеп китте...” (М. Ямалетдиндың “Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым” повесынан). Ә быға тиклемге тормошо, данлы үткән юлы Муса Мортазиндың НКВД зинданында ғазап сиккәндәргә ялғанып күҙ алдына бөгөнгөләй килеп баҫыр...
1918 – 1919 йылдарҙа Башҡортостан иле граждандар һуғышы менән солғап алына. Дутовсылар, Колчактың аҡ гвардеецтары, төрлө фетнәселәр яңы һуғышҡа, ҡан ҡойошҡа баш күтәрә. Фетнә ҡала-ауылдарҙы талай, активты аҫа-киҫә, башбаштаҡлыҡ көндән-көн арта бара. Нығынып та өлгөрмәгән ҡыҙылдар власы дошманға ҡаршы отрядтар туплап, походҡа сыға. Беҙҙең Башҡортостан тарихында шул дәүерҙәге күренекле шәхестәр, ҡаһарман хәрбиҙәр, оҫта ойоштороусы ғәскәр башлыҡтары М. Фрунзе, В. Блюхер, В. Чапаев, А. Чеверев һәм башҡаларҙың исеме мәңгелеккә алтын хәрефтәр менән яҙылды. Муса Лут улы Мортазин да шул уҡ йылдарҙа ошо исемлектә торорға тейеш ине. Әммә шәхес культы ҡорбаны булып, күп тиҫтә йылдарҙан һуң ғына аҡланып, туған халҡына, тыуған еренә легендар шәхес, шөһрәтле полководец һәм дәүләт эшмәкәре булып әйләнеп ҡайтты.
Ваҡиғалар йомғағы геройҙы утлы өйөрмәләргә алып инеп китә... 1919 йылдың көҙөндә Башҡорт кавалерия бригадаһы төньяҡ Ҡаҙағстан далаларында казактарға ҡаршы һуғыш алып бара. 1920 йылдың яҙында бригада аҡ поляктар менән алыша. Бында ул дошман тылы буйлап хәрәкәт итә. Башҡорт кавалерияһы, дошмандың ҡотон осороп, көтмәгәндә ҡыйыу һөжүмдәр яһай. Совет ғәскәрҙәре командованиеһы уларҙың яуҙағы ҡаһарманлығын юғары баһалай. Дүрт тиҫтәнән ашыу яугиргә Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены тапшырыла. Бригадаға Муса Мортазин етәкселек итә. Ғәскәрҙең данлы еңеүҙәре артабан да иғтибар үҙәгендә була. Республика реввоенсоветы рәйесенең 1921 йылдың 31 декабрендәге бойороғона ярашлы, Айырым Башҡорт кавалерия бригадаһы командиры М. Мортазин икенсе тапҡыр Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана. Шулай итеп, батша армияһында рядовой артиллерист булып хеҙмәт итеүҙән башлап комбригка тиклем үрләй ҡаһарман яҡташыбыҙ.
Ул ваҡыттағы Советтар Союзы Маршалы Семен Буденныйҙың һәм башҡа хәрби полководецтарҙың М. Мортазиндың хәрби талантын, һоҡланғыс батырлығын юғары баһалауҙарын беҙ тарихтан яҡшы беләбеҙ, яҡташыбыҙҙың, төрлө фронттарҙа ике тиҫтәнән ашыу хәрби операция үткәреп, һәр саҡ еңеүгә өлгәшеүе хаҡында бөгөнгө уҡыусы ла хәбәрҙар. Ҡыйыу яугирҙең баҫҡыстан-баҫҡысҡа күтәрелеүе, рухи һәм хәрби үҫеше уның тураһында тарихи мәғлүмәттәрҙә асыҡ сағыла.
Билдәле яҙыусы, эҙәрмән һәм журналист Рәүеф Насировтың “Ыласын йөрәклеләр” исемле яҙмаларындағы архив документтарынан күренеүенсә, М. Мортазин 8-се кавалерия дивизияһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн өсөнсө орден менән наградланған. Артабан шундай юлдарҙы иғтибарға алайыҡ. “М. Мортазин үҙе лә байтаҡ ҡаһарман яугирҙәрҙе һанап үтә, уларҙың исемлеген бирә. Барлығы 78 кешене теркәй. Шуныһы фәһемле: 78 батырҙың бишәүһе — Мортазиндар. Бына улар: Ибраһим Мортазин — 18-се полк командиры, Дауыт Мортазин — эскадрон командиры, Х. Мортазин — взвод командиры, Әхмәҙи Мортазин — 5-се полктың хужалыҡ бүлеге начальнигы. Барыһы ла иң юғары награда — Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән...” Тарихи документтар шул турала һөйләй: сәғәте, көнө, йылы менән күрһәтелгән был аманат Муса Лут улы Мортазиндың граждандар һуғышы һәм унан һуңғы йылдарҙа өс тапҡыр Герой исемен алғанын раҫлай. Был – беҙҙең өсөн ғорурлыҡ!
“...Алдан ҡарағанда ғына бик оҙон, ҙур күренгән икән был ғүмер тигәнең. Осона килеп сыҡҡайны, шул тиклем ҡыҫҡа, шул тиклем бәләкәй булды ла ҡалды, әйтерһең, аты менән сабып барҙы-барҙы ла ярлауға килде лә осто. Артта ла, алда ла бер ни юҡ. Бөттө, юҡ булды юл. Ә бит ул тәне, йәнендәге көстө тотоноп бөтөү түгел, барын татып та өлгөрмәгәйне. Бәлки, ғүмер һәр кемгә лә шулай күренәлер: уға тиклем йәшәгәндәргә лә, унан һуң йәшәйәсәктәргә лә! Осто бөркөт. Аттылар уны. Үҙенекеләр атты. Үҙенекеләрме икән?!..” (Р. Солтангәрәев, “Осто бөркөт”).
Мин дә яҡташым хаҡында тиҫтәләгән мәҡәлә яҙҙым. Мәҫәлән, “Муса батыр йәшәй күңелдә” тип исемләнгәнендә ошондай юлдар бар:
“...Учалы — ҡаһарман халҡыңдың
Ҡалҡандай ҡалҡынған күкрәге.
Ер һаҡлап, ил яҡлап талпынған
Мортазин батырҙай күкрәнең...
Эйе, шағир һүҙе раҫ. Батша тәхеттәрен дер һелкетеп, изге яу ораны менән азатлыҡ көрәшендә илаһи дан ҡаҙанған, мәңгелек рухыбыҙ булмышына күтәрелеп, халыҡтың яҡты хыялында хаҡлы урынын яулаған ажар ғәйрәтле батырҙарыбыҙ араһында яҡташыбыҙ, шанлы йылдарҙың легендар полководецы, дәүләт етәксеһе Муса Лут улының тыуыуына бөгөн – 106 йыл.
1937 йыл. Шәхес культы ҡорбаны булыуына 60 йылдан ашыу ғүмер үтеп киткән. Бындай шәхестәрҙең ғүмер араһы ни тиклем алыҫлашҡан һайын, уларҙың изге рухы шул тиклем халыҡ күңеленә яҡыная бара. Алыҫ-алыҫ йылдар төпкөлөнән әле булһа Муса батыр тауышы килә...”
“Батырға һәйкәл ҡуяйыҡ” тигән мәҡәләмдә (2009 йыл): “...Башҡорт халҡының ялҡынлы патриоты, граждандар һуғышы геройы, дәүләт эшмәкәре Муса Мортазин — Учалыла ғына түгел, республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөнөң бер үҙәк майҙанында ла оло һәйкәлгә тиң шәхес. Быға иманым камил! Халҡы барҙың батыры ла бар. Муса батыр бөгөнгө һәм киләсәк быуын рухында ла мәңге йәшәр”, — тигән тәҡдим менән сығыш яһағайным, әммә изге оранды ни өсөндөр күтәреп алманылар.
”Муса батыр” тигән рецензиямда (2012 йыл): “...Бик күп арҙаҡлы шәхестәребеҙ араһынан беҙҙең прозала С. Юлаев, З. Вәлиди, М. Мортазин образдары хаҡлы рәүештә үҙәк урынды биләй. Бөгөн ошо өс героик тағандың береһе Муса Мортазиндың әҙәбиәтебеҙҙә тормош дөрөҫлөгөндә сағылышына әҙме-күпме күҙ һалыу кәрәктер. Был йәһәттән Муса Мортазин шәхесен юғары художестволы кимәлдә асыуҙа Я. Хамматов, Р. Солтангәрәев, М. Ямалетдин уңышлы ижад итте... М. Мортазин образын асыуҙа әҙиптәрҙең үҙҙәренә генә хас алымдары булһа ла, уларҙың был ҡатмарлы герой яҙмышына ҡарата уртаҡ фекерҙәре бер бөтөн концепцияла хәл ителеүе әһәмиәтле...” — тигәйнем.
Билдәле журналист Ғамир Ҡаҙаҡҡолов үҙенең “Үлемһеҙ ҡаһарман” мәҡәләһендә (1989 йыл): ”...1978 йылда Башҡортостан китап нәшриәте Башҡорт АССР-ы тарихы буйынса дәреслек сығарҙы. “Башҡортостан граждандар һуғышында” тигән бүлектә тотош абзац хәрби часҡа арналған, ә командирҙы телгә алмағандар”, – тигән.
Яҙыусы яҡташыбыҙ Рәүеф Насировтың “Ҡылыс ҡынында килешә” китабында (Өфө, 2000 йыл) “Алты ҡырлы Мортазин” тигән мәҡәлә бар.
1918-1919 йылдарҙа Муса артынан яуҙарға сапҡан, һуңынан 30-сы йылдарҙа ла уның менән бик йыш аралашҡан Әбйәлил халҡының Мусаны “алты ҡырлы Мортазин” тип атауы бер ҙә юҡҡа түгелдер. Ябай, бер ҡатлы йәки ике ҡатлы ла түгел, йомро һәм шар ише шыма ла түгел, ә “алты ҡаулы”, ниндәй генә тарихтар килеп тыумаһын, үҙ характерын юғалтмаған, ләкин һис көтөлмәгән яҡтарын, сифаттарын күрһәтә алған етәксе...
Ҡәҙим Аралбайҙың “Ғәйрәт” (М. Мортазинға арналған) триптихынан:
...Ҡайнағандыр һиндә ажар ғәйрәт,
Булғанғалыр даулы заманың.
Шуғалыр ҙа халҡың, илең һиңә
Йөктө һалған, белмәй саманы...
...Муса батыр,
Һиңә күскәндер, тим,
Урал тауҙарының ғәйрәте.
Кәмемәйме Урал ғәйрәте лә
Көн-төн яҡҡас тәнен көйрәтеп...
Трагик яҙмышлы шәхес образына ғорурлыҡ һәм һоҡланыу менән ҡатар күңел һыҙланыуы сағыла бында.
Рәүеф ШАҺИЕВ,
филология фәндәре кандидаты.
(Аҙағы бар).