Әкиәт тыңлап, шиғыр һөйләп...11.07.2015
Әкиәт тыңлап, шиғыр һөйләп... Йомағужа урта мәктәбендә ойошторолған көндөҙгө лагерҙа 36 бала рәхәтләнеп ял итә, һаулығын нығыта. Директор Гөлнур Йомағолова әйтеүенсә, араларында быйыл сентябрҙә “алтын һуҡмаҡ”ҡа тәү тапҡыр аяҡ баҫырға йыйынған бәләкәстәр ҙә бар. Улар әкиәт тыңлай, шиғыр ятлай, мәктәп ҡағиҙәләрен өйрәнә.

Лагерға күрше Сәләх, Һаҡтау ауылдары балалары ла йөрөй. Ике отряд булдырылған. Тәрбиәселәр ял ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс үтһен өсөн уйындар, экскурсиялар ойоштора. Беҙ барғанда, мәҫәлән, һабантуй уҙғарыла ине. Ярыштарҙа ҡатнашып, төрлө бүләк алған балаларҙың шатлығының сиге юҡ.
Уҡыусылар йәш вожатыйҙы – Сибай педагогия колледжында белем алған, бында практика үтергә ҡайтҡан Айһылыу Ҡолһаринаны – яратып та өлгөргән. Студент ҡыҙ уларға уйындар өйрәтә, ҡыҙыҡлы ярыштар уҙғара. Физкультура уҡытыусыһы Айгөл Шаһиғәлина ойошторған спорт бәйгеләрен дә көтөп ала балалар. Өҫтәүенә рәхәтләнеп һыуҙа йөҙһәң ине лә бит... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай мөмкинлек юҡ. Мәктәп етәкселеге мәсьәләне хәл итеү маҡсатында уҡыусыларҙы Йылайырҙағы физкультура-һауыҡтырыу комплексындағы, Баймаҡ ҡалаһындағы бассейндарға йөрөтөргә тырыша. Балалар шулай уҡ район үҙәгендәге Шәйехзада Бабич һәйкәленә, Еңеү обелискына сәскә һалып, уларҙың эргәһендә күркәм сара үткәреп, ҡаһармандарҙың рухына баш эйеп ҡайтҡан.






Вернуться назад