“2014 – 2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклемге осорға ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” федераль маҡсатлы программаһына ярашлы, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса сертификаттар алты кешегә тапшырылды. Улар араһында ауыл хужалығында эшләгән белгестәр ҙә – агроном, тракторсы-машинист, ағас эшкәртеүсе, социаль тармаҡта хеҙмәт итеүселәр ҙә бар.Урман-Бишҡаҙаҡ ауылынан Әлфирә менән Ришат Рәшитовтар ғаиләһе лә ошондай сертификат алды. Икеһе лә — ошо ауылдыҡы, ғаилә ҡорғас, тыуған төйәктә төпләнергә ҡарар итәләр. Бергә йәшәүҙәренә — 13 йыл. Ҡыҙҙары Әлфинур быйыл V класты тамамлаһа, улдары Радмир – тәүге уҡыу йылын. Ғаилә башлығы байтаҡ ғүмерен ауыл хужалығы тармағына арнаған. Һуңғы йылдарҙа иһә юл ремонтлау-төҙөү идаралығында тракторсы-машинист булып эшләй. Әлфирәнең эше ижад менән бәйле. 2001 йылдан алып – Урман-Бишҡаҙаҡ мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе.
– Ауыл тормошо тартты, ситкә китке килмәне. Әсәлек капиталын файҙаланып, йорт һала башланыҡ. Өй күтәреп, ҡыйығын ябып ҡуйҙыҡ. Әле алған торлаҡ сертификатына ҡалған эштәрҙе теүәлләп, тиҙ арала күсенергә тигән ниәт менән йәшәйбеҙ. Сертификат беҙҙең өсөн ҙур ярҙам булды. Уны дүрт йыл көттөк. Бындай хәстәрлек, ярҙам өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, – тине Әлфирә Рәшитова.
Ауылда егәрлеләр генә йәшәй ала, тип юҡҡа әйтмәй халыҡ. Рәшитовтар ҙа эшкә йөрөргә лә өлгөрә, балалар ҙа үҫтерә, үҙҙәренең шәхси хужалыҡтарында мал-тыуар, ҡош-ҡорт та аҫрай. Тыуған еренә береккәндәр булғанда ауылдарҙа тормош та һүнмәҫ.