Иртәгә почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Тармаҡтағы үҫеш юлдары хаҡында һөйләүен һорап, “Рәсәй почтаһы” предприятиеһы филиалы – Башҡортостандың Федераль почта элемтәһе идаралығы директоры Ирек Ғәлимовҡа мөрәжәғәт иттек.– Ирек Миңлевәли улы, һуңғы ваҡытта федераль почта операторы киң мәғлүмәт сараларында акционерлаштырыу, стратегия, закон кеүек төшөнсәләр менән йәнәш телгә алына. Почтаны хосусилаштырырҙармы? Ошо мәсьәләгә асыҡлыҡ индерһәгеҙ ине.
– Акционерлаштырыу мотлаҡ хосусилаштырыуҙы аңлатмай. Бөгөн республикалағы почта селтәренә 1 277 бүлексә инә. Уларҙың барыһы ла дәүләт милкендә ҡала, сөнки федераль почта ғына Рәсәйҙеке кеүек ҙур биләмәгә эйә булған дәүләттең төп социаль функцияларын тулыһынса тәьмин итә ала. Башҡортостанда пенсионерҙарҙың яртыһынан күберәге пенсияны почтальондар аша ала.
– Улай булғас, акционерлаштырыуҙың кәрәге бармы?
– Акционерлаштырыуҙы Рәсәй почтаһындағы структур үҙгәрештәрҙең бер өлөшө тип ҡабул итергә кәрәк. Программа документын, йәғни үҫеш стратегияһын ил Хөкүмәте быйыл февралдә генә хупланы. Унда хат корреспонденцияһы, посылка һәм финанс хеҙмәте кеүек өс төп үҫеш йүнәлеше билдәләнә. 2018 йылға беҙ тап ошо юҫыҡта конкурентлы предприятиеға әүерелергә тейешбеҙ. Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн өр-яңы технологиялар, заманса логистика һәм белемле персонал кәрәк. Ә бының өсөн инвестиция талап ителә. Стратегияла билдәләнгән мөһим үҙенсәлектәрҙең береһе – дәүләт аҡсаһын йәлеп итмәү. Сығымдың бер өлөшөн үҙебеҙҙең сығанаҡтарҙан ҡаплаясаҡбыҙ, ә ҡалғанын ситтән аласаҡбыҙ. Федераль дәүләт унитар предприятиеһының хоҡуҡи формаһы быны ҡулланыуҙы рөхсәт итмәй, шуға күрә ул дәүләттең 100 процентлыҡ өлөшөн һаҡлап ҡалып, акционерҙар йәмғиәте итеп үҙгәртеләсәк. Әле Рәсәй почтаһын акционерлаштырыу тураһындағы закон проекты Дәүләт Думаһына тикшереүгә тәҡдим ителде.
– Ябай ҡулланыусы булараҡ, миңә был яңылыҡтың ниндәй файҙаһы тейер?
– Быны яҡшыраҡ аңлау өсөн ҡулланыусыларҙың кемдәр икәнлеген, уларға ниндәй файҙа килтереүебеҙ хаҡында хәбәрҙар булыу шарт. Нигеҙҙә, ҡулланыусы – ул урта йәштәрҙәге хеҙмәт кешеһе. Уның торлағы бар, һалым һәм коммуналь хеҙмәт өсөн түләй. Һуңғы өс йылда 35 йәшкә тиклемге ҡулланыусыларыбыҙ һаны – 11 процентҡа, ә килеме ҙур булғандар 5 процентҡа үҫкән. Тимәк, Интернет селтәрен әүҙем файҙаланған, уның аша тауар һатып алған клиенттар һаны ла артҡан.
Артабан инде барыһы ла ябай ғына. Почтальон һалым түләү тураһындағы белдереү ҡағыҙын һәм коммуналь хеҙмәт өсөн квитанцияны почта йәшнигенә төшөрә. Һеҙ уны алып, почтаға түләргә юлланаһығыҙ. Бында иһә һалым һәм торлаҡ өсөн түләүҙән тыш, башҡа иҫәпләшеүҙәр, кеҫә телефонына аҡса һалыу хаҡында ла хәтергә төшөрәһегеҙ. Матбуғатты алдыраһығыҙ икән, рәхим итегеҙ: каталогтар. Почта йәшнигендә реклама буклетын табып алып, берәй әйберҙе оҡшаттығыҙ, ти. Заказ бирһәгеҙ, уның килеүе хаҡындағы белдереү ҡағыҙын алғас, тағы ла почта бүлексәһенә ашығаһығыҙ...
– Ә унда коммуналь хеҙмәт өсөн түләүгә йәки посылка алыуға һыу буйы сиратҡа тап булаһығыҙ...
– Әлбиттә, бындай етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел. Ләкин хаталар өҫтөндә эшләүебеҙҙе аңлатыу өсөн Рәсәй почтаһының үҫеш стратегияһына һәм уның йүнәлештәренә әйләнеп ҡайтайыҡ. Мәҫәлән, почта аша әйбер ебәреүҙе алайыҡ. Был әйберҙәрҙең төп өлөшөн ауырлығы ике килограмдан артмаған ваҡ төргәктәр тәшкил итә. Былтыр сит илдәрҙән республикаға ебәрелгән ошондай тауар һаны өс тапҡырға (1,3 миллион дана) артҡан. Шул уҡ ваҡытта уларҙы ҡабул иткән бүлексәләр һаны үҙгәрешһеҙ ҡалған.
Хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу маҡсатында Рәсәй почтаһы 250 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалаларҙа тауар тапшырыусы һәм ҡабул итеүсе 500 үҙәк аса. Ундағы хеҙмәткәрҙәр тик тауар оҙатыу һәм ҡабул итеү менән генә шөғөлләнә. Эш ваҡыты ла уңайлы: үҙәктәргә иртә таңдан һәм эштән һуң да килергә мөмкин.
– Бындай үҙәктәр Башҡортостанда ла бармы?
– Һуңғы айҙа ғына Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта берәр үҙәк астыҡ. Клиенттарҙан алған тәүге баһалар ҙа ыңғай. Йыл аҙағына тиклем Өфөлә тағы ла дүрт үҙәк ойошторорға ниәтләйбеҙ. Улар бөтөн ҡала буйлап урынлашасаҡ. Быйыл республикалағы 28 почта бүлексәһендә посылка һәм ваҡ төргәктәр өсөн айырым тәҙрәләр асыу күҙаллана. Шуларҙың 15-е Өфөлә эшләйәсәк. Теләһәгеҙ, тауарҙы өйөгөҙгә үк килтерәсәктәр.
– Интернет аша заказ биргәс, белдереү ҡағыҙын алыуҙы нисек тиҙләтергә мөмкин?
– Логистикалағы үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә һуңғы ваҡытта Рәсәй почтаһы сит илдәрҙән ебәрелгән әйберҙәрҙе ташыу ваҡытын ярайһы уҡ ҡыҫҡартыуға өлгәште. Быға күп йәһәттән Мәскәү янындағы Внуковола ҙур логистика үҙәген төҙөү булышлыҡ итте. Үҙәктә сорттарға айырыу таможня эшкәртеүе менән бер үк ваҡытта тормошҡа ашырыла. Халыҡ-ара посылкалар ағымы ла яйға һалынды. Әйткәндәй, уларҙың төп өлөшө – Ҡытайҙан. Әлегә тиклем тауарҙы Мәскәү аша алһаҡ, хәҙер иһә күбеһен – Новосибирск менән Екатеринбургтан. Был ҡалаларҙа почта алмашыуы урындары булдырылды. Һөҙөмтәлә сит илдән ебәрелгән әйбер уртаса ике аҙнала килеп етә, элегерәк юлға ике ай китә ине.
Ҙур логистика үҙәктәрен төҙөү дауам итә. Киләһе йыл бындай майҙансыҡтың Ҡазанда, унан һуң Екатеринбургта асылыуын көтәбеҙ.
– Почтанан тауарҙы алыуға сиратты бөтөрҙөгөҙ, ти. Башҡа клиенттарҙы нисек хеҙмәтләндерәһегеҙ?
– Бүлексәлә клиенттың оператор менән аралашыу ваҡытын кәметеү ярҙамында хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртырға мөмкин. Ошондай маҡсатта беҙ хеҙмәттәрҙең бер өлөшөн онлайн режимына күсерҙек. Мәҫәлән, клиент беҙҙең сайтҡа инеп, почта аша ебәрелгән тауарҙың килеп етеү ваҡытын һәм хаҡын иҫәпләй ала. Тиҙҙән бланкты үҙаллы тултырып, компьютерҙан сығарырға һәм почтаға килеп тауарҙы алырға мөмкин буласаҡ. Операторҙың эше бланкка билдә ҡуйыу менән генә сикләнәсәк.
Клиенттарҙы тәғәйен хеҙмәт төрҙәре буйынса айырыу – тағы ла бер бурыс. Айырым “финанс” тәҙрәһендә аҡса күсерергә йәки түләргә мөмкин. Әлегә бындай тәҙрәләр республикалағы ун ҙур ҡалала ғына бар. Бүлексәлә сират барлыҡҡа килә икән, оператор башҡалар менән бергә тауарҙы ла тапшыра, хат корреспонденцияһы менән дә эшләй.
Финанс хеҙмәттәренең бер өлөшөн ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеүгә күсерҙек. Өйҙән сыҡмайынса беҙҙең сайтҡа инеп, банк картаһынан аҡсаны Рәсәйҙәге 42 мең почта бүлексәһенә ебәрергә мөмкин.
– Һеҙ һүҙ алып барған хеҙмәттәргә ҡала ерендә ихтыяж ҙур. Ә ауылдарҙа почтаға бәйле хәл нисегерәк?
– Әлбиттә, ауылда почта-финанс хеҙмәтенә ҡалалағы менән сағыштырғанда ихтыяж байтаҡҡа кәмерәк. Уның ҡарауы, республикалағы бүлексәләрҙең 80 проценты тап ауылдарҙа урынлашҡан. Уларҙың күбеһе зыянға эшләй тиергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта урындағы халыҡты почтаһыҙ ҡалдырып та булмай. Ауыл йүнселдәре үҙ магазинында беҙгә урын бүлеп, унда Рәсәй почтаһы логотибы аҫтында хеҙмәт күрһәтһәк, гәзит, журнал һатһаҡ, яҡшы булыр ине. Тейешле йыһаздар менән тәьмин итергә лә әҙербеҙ.
Район үҙәктәрендә хәл башҡасараҡ. Бында хеҙмәттәргә ихтыяж ҙур, ә бүлексәләр етешмәй. Шуға күрә теге йәки был районға барғанда хакимиәт башлыҡтарына, эшҡыуарҙарға коммерция объекты төҙөүгә ер бүлегеҙ, унда почта бүлексәһе өсөн дә бүлмә ҡаралһын, ә беҙ уны ҡуртымға аласаҡбыҙ, тигән тәҡдим индерәм. Был барыһы өсөн дә файҙалы буласаҡ. Район инфраструктураһына инвестиция киләсәк, бәләкәй бизнес үҫеш аласаҡ, халыҡҡа урында хеҙмәт күрһәтеләсәк. Бер ниндәй ҙә яңылыҡ юҡ. Был – дәүләт-шәхси партнерлыҡтың классик алымы.
– Почта элемтә бүлексәләрендә сауҙа итеүҙән баш тартырмы?
– Сауҙа һүлпән барған бәләкәй ауылдарҙа почтала тауар һатыуҙы мөмкин тиклем һаҡлап ҡаласаҡбыҙ. Бүтән биләмәләрҙә ҙур селтәрҙәр менән бер рәттән сауҙа итеүҙең кәрәге юҡтыр. Беҙҙең йүнәлеш – ул почта продукцияһы, матбуғат, филателия һәм канцтауарҙар. Башҡа осраҡтарҙа почта аралашсы бурыстарын ғына үтәй ала.
Рәсәй почтаһы бөгөн үк тауарҙы онлайн һатып алыу хеҙмәтен күрһәтә ала. Элемтә бүлексәһендәге каталогтан үҙегеҙгә оҡшаған тауарға заказ бирһәгеҙ, ул тәғәйен ваҡыт эсендә мотлаҡ һеҙгә килтереләсәк.
Былтыр Башҡортостанда почта аша ебәрелгән әйберҙәр һанының өс тапҡырға артыуын телгә алғайным инде. Шул уҡ ваҡытта урындағы етештереүселәр менән әүҙем эшләү һөҙөмтәһендә республиканан ситкә сығарылған тауарҙар күләменең 13 проценттан ашыуға артыуын да билдәләргә кәрәк. Был күрһәткес Башҡортостан тауарҙарының башҡа баҙарҙарҙа ла конкурентлыҡ ҡеүәһенә эйә булыуы хаҡында һөйләй. Әлегә Рәсәй баҙары хаҡында һүҙ бара, әлбиттә. Ләкин Интернет менән почта һәр ерҙә бар бит. Урындағы етештереүселәр менән эшләп, беҙ уларға бизнесты үҫтерергә булышлыҡ итәбеҙ, шул уҡ ваҡытта республикабыҙҙа почта аша тауар ебәреү баҙарын да яйға һалабыҙ.
– Был аҙнала Өфө ШОС һәм БРИКС халыҡ-ара саммиттарын ҡабул итте. Рәсәй почтаһы ошо ваҡиғаларға нисек әҙерләнде?
– Был ваҡиғаларҙың тарихта һаҡланып ҡалыуына үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырыштыҡ. Беҙҙең филиал башланғысы менән Бөтә Рәсәй “Марка” нәшриәт үҙәге Өфө һәм саммиттарҙың логотибы сағылған конверт, марка һәм махсус почта штемпелен сығарҙы. Башҡорт сувенирҙары менән бер рәттән беҙҙең тауар ҙа саммиттарҙа ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
– Һөнәри байрамығыҙҙы билдәләгән осорҙа хеҙмәттәштәрегеҙгә ниндәй теләктәрегеҙ бар?
– Барлыҡ ниәттәрҙең тормошҡа ашыуын теләйем. Ғаиләләрҙә тыныслыҡ һәм татыулыҡ булһын, балалар һау-сәләмәт, бәхетле үҫһен. Һәр яңы көн шатлыҡ килтерһен, борсолоуҙар, күңелһеҙлектәр үткәндә ҡалһын.
Борис СЛУЦКИЙ
әңгәмәләште.