“Йәштәр ситкә китмәһен”10.07.2015
Белем биреү тармағындағы үҙгәрештәр, заманса талаптар мәктәптәргә генә түгел, юғары уҡыу йорттары эшмәкәрлегенә лә яңы бурыс ҡуйҙы. Улар сифатлы хеҙмәт күрһәтергә, студентты маҡсатҡа ярашлы әҙерләргә тейеш. Бының төп алымдарының береһе – ойошма-предприятиелар менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу.

Республикала ошо йәһәттән байтаҡ уңышҡа өлгәшелде. Мәҫәлән, Өфө дәү­ләт нефть техник университеты яғыулыҡ-энергетика, төҙөлөш комплекстарының алдынғы предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итә, оҙайлы ваҡытҡа 70-тән ашыу килешеү төҙөлгән. Өфө дәүләт авиация техник университетының партнер предприятиелары иһә — 160-тан ашыу. Республиканың һәр юғары уҡыу йорто, уларҙың филиалдары шулай уҡ сит илдәрҙең мәғариф учреждениелары менән хеҙмәттәшлек алып бара, студенттар менән алмашыу киң йәйелдерелә. Ошо һәм башҡа эшмәкәрлек йүнәлеш­тәре һөҙөмтәһендә йәштәр белем туплаған саҡта уҡ һайлаған һөнәренең нескәлектәрен үҙләштерә башлай, әҙерлекле белгес булып сыға.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегеләй яҡшы шарттар тыуҙырылыуға ҡарамаҫтан, аби­ту­риенттарҙың байтағы ситкә китеп белем алыуға өҫтөнлөк бирә. Күптән тү­гел республиканың юғары уҡыу йорттары ректорҙары кәңәшмәһендә ошо мәсьә­ләне яйға һалыу юлдары тикшерелде.
— Беҙҙең мәғариф учреждение­ларының ҡеүәте йылдан-йыл арта, – тине ултырышта Башҡортостандың Ректорҙар советы рәйесе, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты етәксеһе Раил Әсәҙуллин. – Ләкин күп осраҡта көсөбөҙҙө күрһәтә белмәйбеҙ. Мәғлүм булыуынса, яңыраҡ Рәсәйҙәге юғары уҡыу йорттарының эшмәкәрлегенә мониторинг үткәрелеп, беҙҙең учреж­дениеларҙың барыһы ла, шул иҫәптән филиалдар, алдынғылар рәтен яуланы. Хатта федераль кимәлдәге бер нисә университетты уҙып киттек.
Ысынлап та, беҙҙәге юғары уҡыу йорт­тарының мөмкинлектәре сикһеҙ. Сифат­лы белем бирелеүҙән тыш, барыһының да тиерлек мәҙәниәт һарайы, спорт майҙансыҡтары, ятаҡтары бар, матди-техник хәлде яҡшыртыуға, кабинеттарҙы заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бүленә.
Раил Мирвай улы әйтеүенсә, респуб­ли­каның юғары уҡыу йорттары бер-бе­реһенә ярҙам итә, көнәркәшлек шарттары тыуҙырылмай.
— Ярыштың кәрәге юҡ, унан һис кемгә файҙа булмаясаҡ, – тине Ректорҙар советы рәйесе. – Киреһенсә, көстө туплап, бер маҡсатҡа йүнәлтеү кәрәк. Быйыл мартта ректорҙар менән ошо мәсьәлә буйынса кәңәшләшеп, Башҡорт университеты селтәре булдырырға ҡарар иттек. Яңы белем биреү проектының асылы шул: юғары уҡыу йорттары бер-бере­һе­нең студенттары мәнфәғәтендә көс-ҡе­үә­тен берләштерә, бер үк ваҡытта һәр береһе үҙ юридик һыҙатын һаҡлап ҡала. Мәҫәлән, БДУ-ла белем алғандар Өфө дәүләт авиация техник университетының лабораторияларында шөғөлләнә, теләгән уҡытыусыһының лекцияларын тыңлай аласаҡ. Мәғариф учреждениеларының бер-береһен ошолай тулыландырыуы йәш­тәргә сифатлы белем алыуға, улар­ҙың ситкә китмәүенә булышлыҡ итәсәк.
Алда әйтеп үтелгәнсә, эш биреүселәр менән бәйләнеш нығый. Теоретик әҙерлекте – уҡыу йортонда, практиканы предприятиела үтеү киң йәйелдерелә бара. Был йәһәттән майҙансыҡтар бүлеү буйынса республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, ҙур компаниялар менән киле­шеү төҙөлгән. Белгестәрҙе нисек әҙерләү мәсьәләһе етештереүселәр менән кәңәшләшеп хәл ителә, белем биреү программалары ла шуға ярашлы эшләнә.
Ректорҙарҙың әйтеүенсә, мониторингта беҙҙең уҡыу йорттары сығарылыш студенттарын эшкә урынлаштырыу буйынса юғары күрһәткескә (80 процент) өлгәшкән. Уларҙың һәр береһенең сайтында предприятиелар менән хеҙмәт­тәш­леккә айырым урын бүленгән, ва­кан­сиялар билдәләнгән. Ғөмүмән, етәк­селәр белдереүенсә, уҡыу йортон һай­лағанда сағыу рекламаларға өҫтөн­лөк бирергә ярамай. Иң дөрөҫө – учреж­дениеның сайты менән танышыу. Унда барлыҡ мәғлүмәтте табырға мөмкин.
“Юғары уҡыу йорттарында бюджет урын­дары кәмей” тигән хәбәрҙең ысын­бар­лыҡҡа тап килмәүе хаҡында ла бел­дерҙе ректорҙар. Киреһенсә, быйыл улар 740-ҡа артҡан. Халыҡ-ара бәйләнеш тә йылдан-йыл нығый. Сит ил сту­дент­тарының күбеһе Өфө дәүләт нефть техник, Башҡортостан дәүләт медицина, Баш­ҡорт дәүләт педагогия университеттарын һайлай. Үҙебеҙҙең йәштәр ҙә республикала ҡалһын өсөн барлыҡ уңай­лыҡтар булдырырға әҙер мәғариф учреж­дениелары етәкселәре. Шул иҫәп­тән педагогтарҙың белемен камил­лаш­тырыуға ла ҙур иғтибар бүлеү ҡаралған.
ШОС һәм БРИКС саммиттарынан һуң, һис һүҙһеҙ, Өфөнөң, Башҡортостандың исеме киңерәк билдәлелек аласаҡ, тимәк, уның уҡыу йорттарына ла ҡыҙыҡһыныу артасаҡ. Өҫтәүенә ҙур сара уңайынан төҙөлгән яңы биналарға, айырыуса ҡу­наҡханаларға йәш, заманса ҡарашлы бел­гестәр талап ителеүе бәхәсһеҙ. Ти­мәк, абитуриенттарға бәхетте ситтән эҙ­ләргә кәрәкмәй. Шулай уҡ балалар баҡ­саларының артыуына бәйле мәк­тәп­кәсә, өҫтәмә белем биреү йүнә­лештәре буйынса белгестәргә ихтыяж ҙур.
Кәңәшмәлә ректорҙар Берҙәм дәүләт имтиханына ҡарашын да белдерҙе. Әй­теү­­ҙәренсә, һынау йылдан-йыл асығы­раҡ төҫ ала, уҡыусылар уға етдирәк әҙер­лә­нә, әммә педагогтарҙың белемен даи­ми камиллаштырыуға иғтибар етең­керәмәй.
– Мәктәптә уҡытыу програм­мала­рының йыш үҙгәреүе белем кимәленә ҙур йоғонто яһай, – тигән фекерҙә ректорҙар. – Тотороҡлолоҡ юҡ. Ошо мәсьәләне күҙ уңында тотоп, һәләтле балалар менән эште киңәйтергә ниәтләйбеҙ. Маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн барлыҡ юғары уҡыу йорттарында ла майҙансыҡтар бар. Һайлаясаҡ һөнәргә нигеҙ башланғыс кластарҙа уҡ һалынырға тейеш. Әгәр эште ошо йүнәлештә алып барһаҡ, йәштәребеҙ ситкә китмәйәсәк, үҙебеҙҙең Ватанға хеҙмәт итәсәк.



Вернуться назад