Тотороҡлолоҡ хаҡына берләшеү10.07.2015
Тотороҡлолоҡ хаҡына берләшеү Кисә Өфөләге саммит эшендә БРИКС ағзалары булған дәүләт башлыҡтары — Рәсәй Президенты Владимир Путин, Бразилия Президенты Дилма Руссефф, Һиндостан Премьер-министры Нарендра Моди, Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе Си Цзиньпин, Көньяҡ Африка Республикаһы Президенты Джейкоб Зума ҡатнашты. Форум барышында шулай уҡ БРИКС-тың профсоюз ойошмалары вәкилдәре осрашты, Эшлекле совет ултырышы үтте.

Әйткәндәй, БРИКС лидерҙары бәлә­кәй һәм киңәйтелгән даирәлә аралашты. Тәүгеһендә дәүләт башлыҡтары мөһим донъяуи мәсьәләләр, шул иҫәптән Украи­налағы, Грециялағы хәлдәр һәм “Ислам дәүләте” террор төркөмөнә ҡаршы көрәш буйынса фекер алышты, сәнәғәт, технология һәм финанс коопе­рацияһын ки­ңәй­теү мөмкин­лектәрен барланы, Яңы үҫеш банкы һәм БРИКС-тың Валюталар резер­вы берекмәһе буйынса ла фекер алыш­ты. Киңәйтелгән ултырыш иһә бер­лектәге документтарға, шул иҫәптән Өфө дек­ларацияһына һәм Эшмәкәрлек планына ҡул ҡуйыу тантанаһы менән тамамланды.
Әйткәндәй, белгестәр Өфө деклара­цияһын БРИКС саммитының төп документы тип баһалай. Ул хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса аныҡ позиция­ларҙан тора. БРИКС-тың 2016 йылға һәм оҙайлы ваҡытҡа эш планы иһә Эшмәкәрлек планында сағылыш тапты. Был көндә БРИКС-тың Иҡтисади парт­нерлыҡ стратегияһы ла раҫланды.
Төп документтарҙан тыш, Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай, Көньяҡ Африка Республикаһы лидерҙары алдында мә­ҙәни бәйләнештәр тураһындағы хөкү­мәт-ара килешеүгә, Яңы үҫеш банкы менән хеҙмәттәшлек, биш дәүләттең сит ил эш­тәре министрлыҡтары араһында үҙ-ара эшмәкәрлек, БРИКС-тың берлектәге сайтын төҙөү тураһындағы мемо­ран­дум­дар­ға ҡул ҡуйылды.
Рәсәй Президенты Владимир Путин сам­миттың эшлекле шарттарҙа үтеүен билдәләне.
— Программаның бай йөкмәткеле булыуы — үҙ-ара бәйләнештәрҙең күп яҡлы һәм тәрән икәнлегенә асыҡ дәлил. Осрашыуҙар дуҫтарса һәм конструктив шарттарҙа үтте, — тине ил етәксеһе.
Рәсәй башлығы Өфө саммитының Икенсе донъя һуғышы тамамланыуҙың һәм Берләшкән Милләттәр Ойош­ма­һы­ның 70 йыллығын билдәләгән осорға тура килеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Юбилей даталары халыҡ-ара берләшмәләргә тыныслыҡ, тотороҡлолоҡ хаҡына берләшеү кәрәклеген иҫкәртә, — тип белдерҙе ул.
Кисен БРИКС лидерҙары саммитҡа саҡырылған дәүләт башлыҡтары — Әрмән­с­тан, Афғанстан, Белоруссия, Иран, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Монголия, Пакистан, Тажикстан, Үзбәкстан республикалары етәкселәре менән осрашты.


Вернуться назад