Милләт яҙмышы бишектә хәл ителә10.07.2015
Милләт яҙмышы бишектә хәл ителә Ҡадир Даян исемендәге китапханала беҙҙе уның мөдире Дамира Нәжметдинова ихлас ҡаршыланы. Иң башта “Китап батшалығы” менән таныштыҡ.
Ҡоншаҡ ауылында тәүге китапхана 1924 йылда барлыҡҡа килә. Ул клуб рәүешендә лә, сәйәси һәм мәҙәни-мәғрифәт усағы булараҡ та файҙа­ла­ныла. Бәләкәй генә “мәҙәниәт шта­бы”нда ауыл хужалығы, төрлө саралар ойоштороу һәм башҡа эштәр тикшерелә.
1997 йылда Аҡмулла исемендәге әҙәби түңәрәк асыла, уны уҡытыусы Венера Нуретдинова алып бара. Түңәрәк ағзалары үҙнәшер юлы менән китаптарын сығарып, әҫәрҙәрен халыҡҡа еткерергә тырыша.
...Осрашыуҙы VIII класс уҡыусыһы Алина Юнысова Муса Ғәлиҙең “Салауат батыр” шиғыры менән асты. Халыҡ аралашыуға сарсаған икән – күңелдәрен өйкәгән мәсьәләләрҙе һәр кем әйтеп ҡалырға тырышты.
– Быйылдан беҙҙә мәктәп ябылды, – тине Солтан ауылынан килгән элекке уҡытыусы, фольклор ансамбле етәксеһе Нәфисә Шакирова. – Телебеҙҙе үҙебеҙ бөтөрәбеҙ. Ата-әсә балаларын башҡорт мәктәбенә бирмәй, йәнәһе, урыҫса насар беләсәк. Районыбыҙҙа шағирҙар ҙа, йырсылар ҙа бар, ләкин уларға иғтибар юҡ, бер кем күрмәй. Ҡадир Даян исемендәге премияның бөтөрөлөүенә 10 йыл булды.
Апайҙың һүҙҙәрен Хәмит ауылы уҙаманы Рим Рәхимов күтәреп алды:
– Башҡорт теленең хәле насар. Ауылыбыҙҙы тырыша-тырыша һаҡлап киләбеҙ, төрлө сараларҙа ҡатнашабыҙ. Башҡортостандан артис­тар килгеләй, әммә мәҙәниәт йорто емерек хәлдә. Артистарҙы унда индермәҫкә ҡуш­тылар.
Татарстандан Файза Ғафарованың сығышы йөрәккә үтте:
– Мин башҡорт халҡын хөрмәт итәм. Улар араһында әүлиәләр күп булған. Тарихығыҙ иҫ киткес бай. Халыҡтың милли аңын күтәрергә кәрәк, балаларығыҙ ата-бабалары менән ғорурланырға тейеш. Тел – иң ҙур хазина. Үҙебеҙ һаҡламаһаҡ, ҡайҙандыр ситтән килеп ярҙам итеүсе булмаясаҡ. Ниңә ата-әсәләрҙе балаларын башҡорт мәктәбенә бирергә өгөтләмәйһегеҙ, ниңә хакимиәткә мөрәжәғәт итмәҫкә? – тине ул.
Был хаҡ һүҙҙәргә нимә өҫтәйһең инде? Телебеҙгә, милли хазина­лары­быҙға битарафлыҡ “емеше”н тирмәй­беҙме бөгөн?! Ошо хаҡта һәр беребеҙ уйланһын ине, сөнки милләттең яҙмышы кабинеттарҙа ғына түгел, иң башта бишектә хәл ителә.
– Бер үтенесебеҙ бар. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһына етке­регеҙ инде: әҙиптәр беҙҙе онотмаһын, өс-дүрт айға бер тапҡыр булһа ла килһендәр, – тине әҙәби түңәрәк етәксеһе Венера Нуретдинова.
“Башҡортостан” гәзите килтергән китаптарҙы ҡыуанып ҡабул итте ҡоншаҡтар.



Вернуться назад