Мин Ҡадир Даян менән яҡындан танышыу бәхетенә өлгәштем.
1952 йыл, 9 май. Еңеү байрамы. Беҙ демонстрацияла Өфө урамдары буйлап үтәбеҙ. Һуғыш ҡалдырған йөрәк яралары әле төҙәлеп етмәгән. Илде аяҡҡа баҫтырыу ауырлыҡтары кисерелә ине ул саҡта.Беҙ, студенттар, төркөм-төркөм булып шул йылдарҙағы йырҙарҙы йырлап, Ленин урамынан атлайбыҙ. Матур тауышлы ҡыҙ “Шайморатов генерал”ды башлап ебәргәйне, барлыҡ кеше күтәреп алды.
Шул саҡта йүгереп тигәндәй беҙҙең янға Ҡадир ағай килде лә ҡушылып йырлай башланы. Ул үҙенең шиғырына яҙылған халыҡ көйөн тыныс ҡына алыҫтан тыңлай алманы, күрәһең. Был йырҙы беҙ бер нисә тапҡыр башҡарҙыҡ, төрлөһөн һуҙып, таҡмаҡтар әйтеп бейешеп барҙыҡ. Ҡадир ағай, олораҡ булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙән ҡалышманы. Шул арала ул беҙҙең исемдәрҙе лә белеп алды. Бик алсаҡ, ирәбе һәм кеселекле кеше ине.
Беҙ шағир менән күптәнге таныштар һымаҡ аралаша башланыҡ, һуңынан үҙебеҙ уҙғарған әҙәби кисәләргә һәр саҡ саҡыра инек. Ул бик ихлас килә торғайны. Күрешкән ваҡытта беҙҙән алдараҡ иҫәнләшергә тырышты, яныбыҙға килеп етмәҫ борон уҡ исемдәребеҙҙе әйтеп, ҡысҡырып күреште.
Кисәләрҙә үҙенең яңы шиғырҙарын уҡый, ижади пландарын һөйләй ине Ҡадир ағай. Күберәк йырҙар яҙа торғайны ул саҡта, ә йырҙары халыҡ өлгөләренә оҡшаш ине. Шуның өсөн уның шиғырҙарын ифрат яраттыҡ.
“Шайморатов генерал”ды халыҡ айырыуса үҙ итте. Ул милләтенә булған ошондай яҡынлығын бер ҡасан да юғалтманы. Шағирҙың шиғри һәләте кешеләр күңеленән һут ала ине. Ҡадир ағайҙың ихласлығы, ябайлығы һәм халыҡсанлығы күңелемдә мәңге һаҡлана.