“Башҡортостан беҙҙе онотмай”10.07.2015
“Башҡортостан беҙҙе онотмай” Силәбе ҡалаһына килеп еткәс тә, тура китапханаға юлландыҡ. Бында Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы милләттәштәрҙе берләштергән үҙәк булып тора. Күпселек мәҙәни саралар ҙа ошонда ойошторола. Уның мөдире Көнһылыу Әйүпова ихлас ҡаршыланы.
– Көн эҫе тип ҡарап тормай, алыҫ араны яҡын итеп килгәнегеҙгә ҙур рәхмәт, – тине ул. – Һуңғы тапҡыр яҙыусылар бынан өс йыл элек булғайны беҙҙә. Халыҡ шундай осрашыуҙарға сарсаған...
Уҡыу залына уҙғас, беҙҙе күреп ҡалып, яныбыҙға яулыҡ ябынған әбей килде:
– Өфөнән башҡортса китаптар килте­рергә тейештәр тигән хәбәрҙе ишеттем дә һеҙҙе көтөргә булдым. Башҡортостандан ситтә йәшәһәк тә, үҙ телебеҙҙә китап уҡығы килә, тик табыуы ауыр. Һеҙгә рәхмәт яуһын, ғәзиздәрем.
Бындай йылы һүҙҙәрҙе ишеткәс, күңел күтәрелеп китте. Етмәһә, беҙ килтергән баҫмаларҙы улар кемуҙарҙан барлай ҙа башланы.
– Мостай Кәримдең беренсе томы ла бар икән, – тип үрелде оло йәштәге ханым. – Хәҙер үк уҡырға алып ҡайтам.
Кемеһелер “Әлифба”ның биттәрен ҡараштырырға тотондо.
– Әле Силәбе ҡалаһында 38 мең башҡорт йәшәй, шуға туған телдәге китап­тарға ихтыяж ҙур, – тип һүҙен дауам итте Көнһылыу Рамаҙан ҡыҙы. – Шөкөр, былай Башҡортостан беҙҙе иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай. Бына әле лә күпме нәфис әҙәбиәт килтергәнһегеҙ. Юғиһә, беҙгә бүленгән аҡсаға әллә ни мулығып булмай. Өфөгә транспорт юллап барыу ғына күпме сығым талап итә!
Әйткәндәй, Ш. Бабич исемендәге китапхана өлкәлә иң боронғоларҙан иҫәпләнә. Уны 1899 йылда Шакир Сәлимов тигән зыялы ойошторған. Бөгөн китапхана нигеҙендә М. Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә уңышлы эшләп килә. Шулай уҡ “Шишмә” клубы, “Хазина” ансамбле лә милли сараларҙы ойоштороуҙа терәк булып тора.
Осрашыуға урындағы ағинәйҙәр, ҡоролтай ағзалары, өлкәнең башҡорт йәштәре ойошмаһы әүҙемдәре йыйыл­ғайны. Мөмкинлектән файҙаланып, силә­беләр милләттең бөгөнгөһөнә, мәҙәни тормошона арналған ҡор ҙа ойошторҙо.
Силәбе ҡалаһы башҡорттары ҡорол­тайы рәйесе Сәхрәгөл Ғатауллина үҙ сы­ғы­шында төбәктә милләттәштәрҙе бер­­ләш­тереү йәһәтенән башҡарылған эштәр хаҡында һөйләне.
– Беҙҙең халыҡ әүҙем. Берәй байрам үткәрһәк, зал тулып китә, – ти ул. – Тик милли саралар ойоштороу ҙур сығым талап итә. Бының өсөн өлкә бюджетынан бер ниндәй ҙә ярҙам ҡаралмаған. Башҡорт­остандың вәкиллеге беҙҙе бө­төнләй ишетмәй. Уларҙан хәҙер нимәлер көтмәйбеҙ ҙә. Ярай әле үҙебеҙҙең хәлле милләттәштәребеҙ бар. Күпселек саралар шуларҙың хәстәрлеге менән ойошторолоп килә.
Сәхрәгөл Абдулла ҡыҙы белдереүенсә, тиҙҙән Ҡоншаҡ районының Солтан ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәрәсәктәр. Матди сығымды уның Санкт-Петербургта йәшәгән туғандары үҙ өҫтөнә алған. Һай, афарин! Халҡы өсөн янып йәшәгән шундай ул-ҡыҙҙар күберәк булһын ине...
Өлкәнең башҡорт йәштәре ойошмаһы рәйесе Әлфир Илбаҡтин алдынғы ҡарашлы булыуы, киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡуйыуы менән ҡыуандырҙы.
– Туҡталышта торғанда бер ағай яныма килде. “Һин башҡортмо?” — тип һораны минән. Ыңғай яуап биргәс, үҙ зарын еткерҙе. Баҡтиһәң, балалары туған телдә һөйләшмәй. Сәбәбен дә әйтте. Элек балалар баҡсаһына йөрөгәндә, улар баш­ҡортса һөйләшһә, тәрбиәселәр әрләшкән икән. Шунан оялып, улар үҙ теленән ситләшкән. Хәҙер заман башҡа ла бит, тик әсә телен белеүселәр һирәк, — тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Әлфир.
Шуға ла китапхана нигеҙендә башҡорт телен өйрәнеү курсы асылған. Дүрт йыл эсендә ыңғай күренештәр ҙә күҙәтелгән икән. Йәштәр Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сосновка райондарына ла йыш сыға. Мәктәпте та­мамлаған милләттәштәрҙе Санкт-Петербург, Мәскәү университеттарына уҡырға инергә өндәйҙәр. Спорт ярыштарынан, мәҙәни сараларҙан да ситтә ҡалмайҙар...
Көнһылыу Әйүпова белдереүенсә, өлкәләге милләттең киләсәге – йәштәр ҡулында. Шундай рухлы егет-ҡыҙҙар барҙа Силәбе башҡорттарының даны артыр әле.




Вернуться назад