Баҫма китап – кеше аҡылы тапҡан мөғжизәләрҙең береһе. Аҡыл-ғилем йыйылмаһы ғүмергә юйылмаҫы, тиҙәр. Йәнә китаплы илдең абруйы бар, китаплы халыҡтың киләсәге бар, тип тә әйтәләр. Силәбеләге ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ менән осрашыуҙың тап Арғаяш үҙәк китапханаһында башланыуы ҙур мәғәнәгә эйә ине. Район ауылдарындағы мәҙәниәт усаҡтары етәкселәре, китапханасылар, “Таң нурҙары” әҙәби берекмәһе ағзалары килеп тә еткән. Аяҙғолдан – Флүзә Ҡотлоғужина, Оксана Шакирова, Иҫке Субылдан – Люциә Үлмәҫҡолова... Өҫтәлгә үҙебеҙ килтергән “күстәнәстәрҙе” һалыуыбыҙ булды, улар ябырылып тигәндәй йәбеште:
– Ҡайһылай шәп!
– “Әсә теле” лә бар!
Хеҙмәттәшебеҙ Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” тигән китабын күреп ҡалыу менән берәм-берәм эләктерә башланылар. Бәғзеләре авторҙың үҙен танып, автограф яҙып бирегеҙ әле, тип уға төбәлде. Уларҙы район үҙәк китапханаһы директоры Татьяна Николаевна Морозова тынысландырҙы:
– Исмаһам, теркәп алғанды көтһәгеҙсе...
Арғаяштарҙың китап тип “үлеп барыуы” тиккә түгел икән. Ни генә тимә, районда туған телдә сыҡҡан китаптарға ҡытлыҡ ҙур. Булғандары да таушалған, ә яңылары бик аҙ. Шуға ла беҙҙең килеүебеҙгә ҡыуанып бөтә алманылар.
– Ауылдарҙа башҡортса китап уҡыйҙармы һуң? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ.
– Әлбиттә! Башлыса хаҡлы ялдағылар. “Башҡортостан ҡыҙы”, “Аманат” журналдарын күпләп һорайҙар.
Хәйер, арғаяштар үҙҙәре лә ижадҡа маһир икән. 1994 йылда район үҙәгендә “Таң нурҙары” исемле әҙәби түңәрәк ойошторолған. Уның тәүге етәксеһе Бәжекәй урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре Рафаэль Мөхәмәтйәнов булған. Берекмәгә артабан шул уҡ белем усағының тарих уҡытыусыһы Сажиҙә Хәлилова ла етәкселек иткән.
– 2007 йылда “Әйтер һүҙем бар” исемле тәүге әҙәби йыйынтыҡ донъя күрҙе, – ти уның бөгөнгө етәксеһе Гөльямал Нәжмиева. – Былтыр 20 йыллыҡ юбилейҙы билдәләнек. Зәйтүнә Хәйруллина, Саимә Фазылова, Нәғимә Усманова, Асия Рамазанова, Айҙар Ишбирҙин, Закирә Фәттәхова, Гөлсөм Фәхрисламова, Гөлсирә Ғүмәрова, Эльвира Ҡолоева, Ғәҙилә Аҡсулпанова, Миңсара Йомасолтановалар үҙҙәренең ижад емештәре менән яҡташтарын һөйөндөрә. “Ҡурай моңдарына ҡушылып” тигән яңы йыйынтыҡ сығарып, уларға ҙур шатлыҡ бүләк иттек.
Әйткәндәй, Гөльямал Нәжмиеваның үҙенең дә быйыл “Эй, йәшлегем” исемле тәүге шиғри йыйынтығы донъя күргән. Иҫке Субыл ауылы ҡыҙы, Силәбе дәүләт педагогия институтының сит телдәр факультетын тамамлағас, оҙаҡ йылдар Сорғот ҡалаһында уҡытыусы булып эшләгән. Күптән түгел тыуған яғына ҡайтҡан ханым бөгөн Арғаяш медицина училищеһында студенттарға белем бирә.
Арғаяш ерендәге ҡыҫҡа ғына осрашыу ҙа матур тәьҫораттар бүләк итте.