Палдискиҙа Салауатты онотмайҙар10.07.2015
Былтыр Палдиски ҡалаһында Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуға арнап үткәрелгән фәнни-мәҙәни семинарҙың материалдарын Өфөлә йыйынтыҡ итеп сығарҙылар. Китаптың исем туйы “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында уҙғарылды.
Семинарҙа Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашҡайны. Салауат Юлаевтың Эстониялағы тормошон өйрәнгән белгес, Башҡортостан Милли музейының генераль директоры Ғәли Вәлиуллин Юлай Аҙналиндың һәм Салауат Юлаевтың биографияларына бәйле ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр табылыуы тураһында бәйән итте.
Философия фәндәре кандидаты Азат Бирҙин иһә йыйынтыҡ тураһында ентекле һөйләне, семинарҙың юҡҡа ғына Эстонияла үткәрелмәүен иғтибарға алды. Ни тиһәң дә, тап Палдиски ҡалаһында Салауат Юлаевтың һуңғы иң фажиғәле 25 йыл ғүмере үткән.
Ғәли Вәлиуллиндың белдереүенсә, киләсәктә Палдиски ҡалаһында Салауат Юлаев музейы асылыуы ихтимал. Әле экспозиция ҡала хакимиәтенең фойеһында торһа, киләсәктә урыҫ мәктәптәренең береһенән музей булдырыу өсөн махсус бүлмә бүлеү тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла.