Милләтебеҙҙең шундай егәрле шәхестәре бар: улар ойоштороу һәләте, профессиональ кимәле буйынса ғына түгел, кеше менән һөйләшеү һәм сығыш яһау ҡеүәһе һөҙөмтәһендә лә халыҡ араһында тиҙ танылыу ала, береһенән-береһе яуаплыраҡ вазифаларҙы йөкмәй. Шуларҙың береһе – Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Рөстәм ИШМӨХӘМӘТОВ. Өфөгә килеп киткән арала сәйәсмән беҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирергә лә ваҡыт тапты.– Рөстәм Рифат улы, Дәүләт Думаһында эшләй башлауығыҙға бер нисә ай булды, ундағы тормошто беҙҙең республика парламентыныҡы менән сағыштырғанда ниндәй мәсьәләләр беренсе сиратта күҙгә салына? Унда ниндәй тәғәйен бурыстарҙы иңегеҙгә алдығыҙ? Әле ниндәй мәсьәләләр менән шөғөлләнәһегеҙ?
– Ярты йыл инде Дәүләт Думаһы мөхитендә йәшәйем. Унда эшләп алып киткәндә бер аҙ ҡурҡыта биреп ҡуйғайны, сөнки федераль кимәлдәге бурыстар ҙурыраҡ яуаплылыҡ талап итә. Бында, республикала, үҙ һайлау округыңа барып әйләнеү һәм халыҡтың фекерен белеү ҡыйын булмаһа, Рәсәй кеүек ғәйәт ҙур илде гиҙеп сығыуы еңел түгел, әлбиттә. Шулай ҙа ошо ваҡыт эсендә Әстрханға һәм Көньяҡ Сахалин ҡалаһына барыу һәм хоҡуҡты ҡулланыу тәжрибәһен өйрәнеп ҡайтыу форсаты тейҙе.
Дәүләт Думаһында мин Энергетика буйынса комитет ағзаһы булып торам. Ундағы һәр депутаттың тәғәйен бурысы бар, кемдер – электр энергияһы өсөн түләүгә ҡағылышлы проблемалар, кемдер электр энергияһы етештереү мәсьәләләре өҫтөндә эшләй. Мин аҙ дебитлы скважиналар менән шөғөлләнәм. Ҙур компаниялар өсөн улар отошло түгел, ә бәләкәй һәм уртаса нефть ойошмалары өсөн бындай скважиналар ҡулай, хәҙерге иҡтисади көрсөк шарттарында уларҙы эшләтеп ебәреү, ҡаҙнаға өҫтәмә килем алыу һәм яңы эш урындары булдырыу маҡсатҡа ярашлы буласаҡ.
Ошо ярты йыл эсендә Дәүләт Думаһы иғтибарына коллегаларым менән берлектә 19 закон проекты тәҡдим итә алдыҡ. Ҡайһы берҙәре ҡабул ителде лә инде.
Дәүләт Думаһы ил төбәктәренең парламенттары индергән тәҡдимдәрҙе һәр саҡ иҫәпкә алып эшләй, өлкәләр һәм республикаларҙан килгән закон проекттары йыш ҡына Рәсәй кимәлендәге депутаттар яҙған документтарға хәл иткес төҙәтмәләр индерә.
– Оҙаҡ йылдар мәғариф системаһында эшләнегеҙ. Был өлкәлә Һеҙҙе бөгөн нимәләр ҡәнәғәтләндермәй, нимәне кисекмәҫтән үҙгәртергә була? Ә ниндәй йүнәлештәрҙе, киреһенсә, тиҙләтер инегеҙ?
– Байтаҡ дәүер мәғариф системаһында эшләгәнлектән, ошо өлкәләге хәлдәр менән дә даими ҡыҙыҡһынып торам. Юғары белем биреү системаһында йәш белгестәр әҙерләү һәр кемде лә ҡәнәғәтләндерә алмай. Бер ҡараһаң, юғары уҡыу йорто уҡытыусыларға ҡытлыҡ кисермәй, лицензияһы бар, ләкин, икенсе яҡтан, социаль заказсы, йәғни студенттың ата-әсәһе һәм буласаҡ эш биреүселәр, белем сифатына йыш дәғүә белдерә. Ә бит был уҡыу йорто, уйлап ҡараһаң, аттестация үткән, лицензияһы бар, профессорҙар составы ла тейешле кимәлдә. Күрәһең, студенттар ғилми түңәрәктәргә, профессиональ йәһәттән үҫтереүсе эштәргә йәлеп ителмәй, уларҙың үҙидараһы ойошторолмаған.
Ғөмүмән, күҙәтеүемсә, беҙҙә студенттарҙың уҡыу йорттарында белем биреү сифатына ҡарата талаптары һәм дәғүәләре юҡ, ә улар хәҙерге заманда булырға тейеш. Хәйер, яңы форматта уҡыта башлауға 20 йыл да юҡ бит әле, тимәк, киләсәктә белем биреү өлкәһендә үҙгәрештәр күп буласаҡ.
– “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан бүлексәһе күптән түгел “Реаль эштәр” тигән акцияны башлап ебәрҙе. Уға власть ҡарарҙарының урында һүлпән үтәлеүе сәбәпсе булды. Нисек уйлайһығыҙ: ни өсөн тормош талабы нигеҙендә барлыҡҡа килгән ҡарарҙар шундай яҙмышҡа дусар ителә? Һеҙ халыҡ менән йыш осрашаһығыҙ – кешеләр был турала ниндәй фекерҙә?
– Ҡайһы районға барһаң да, халыҡ, ғәҙәттә, урындағы үҙидара вәкәләттәренә ҡараған проблемаларҙы күтәрә: ниндәйҙер ауылға юл түшәргә кәрәк, ҡайһы бер урамдарҙа электр уты юҡ һәм башҡалар. “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһенең әле һеҙ телгә алған “Реаль эштәр” акцияһы башланып ҡына тора. Уның эшмәкәрлеге нигеҙендә алған мәғлүмәттәргә таянып, артабан республика буйынса маҡсатлы программалар ҙа төҙөргә мөмкин. Дөрөҫ, күп осраҡта муниципалитеттар теге йәки был мәсьәләне хәл итергә аҡса юҡ тип һылтана. Ләкин хоҡуҡи механизмды файҙаланырға һәм, ул биргән мөмкинлектәргә таянып, республика ҡаҙнаһынан законлы рәүештә аҡса һорарға була бит. Һәр район һәм ҡаланың биш йылға төҙөлгән үҫеш программаһы, уның буйынса ҡабул ителгән бюджеты була. Әлбиттә, сығымдарҙы маҡсатҡа ярашлы файҙалана белергә лә кәрәк.
Юғарыла ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы ни өсөн урындарҙа үтәй алмайҙар? Һайлаусылар араһында булғанда шуға иғтибар итәм: район һәм ауыл хакимиәттәрендә асыҡлыҡ, билдәлелек юҡ. Федераль кимәлдә ул бар, ә урында бөтөнләй күҙәтелмәй тиергә мөмкин. Хакимиәт башлығына теләгән бер кеше инә алмай, бөтәһен дә ҡабул итеп ултырырға етәксенең ваҡыты ла юҡ. Шул уҡ ваҡытта халыҡ телевизорҙан хатта акционерҙар йәмғиәттәренең дә отчет тотоуын күреп тора һәм урамда фонарь элеп ҡуйыу өсөн дә урындағыларҙың фекере иҫәпкә алынырға тейешлеген белә. Икенсе төрлө әйткәндә, халыҡтың өмөтө менән үҙидара органдарының мөмкинлектәре тап килеп бөтмәй. Моғайын да, киләсәктә был эште камиллаштырыу юлдары табылыр.
“Реаль эштәр” акцияһы ошо юлдарҙы табырға һәм тормошҡа ашырырға ынтылыш булып тора ла инде. Ғәмәлдә был – һайлаусыларҙың наказдарын йыйыу һәм, ысын теләк булғанда, уларҙы үтәргә мөмкин икәнлеген күрһәтеп биреү.
Эйе, халыҡ менән йыш осрашырға тура килә. Хәл ителмәгән проблемалары менән мөрәжәғәт итеүселәр күп, ҡайһы бер кеше ғәҙеллек бик юғары, идеаль кимәлдә булырға тейеш тип һанай, ҡалғандарҙың хоҡуҡтарын уйлап та бирмәй. Ләкин депутат барыһын да эшләй ала тип күҙ алдына килтереү дөрөҫ түгел. Мәҫәлән, уның суд ҡарарҙарына ҡыҫылырға хоҡуғы юҡ.
– Беҙҙең гәзит, нигеҙҙә, ауыл халҡының мәнфәғәттәрен күҙәтә, уның ҡырҡыу мәсьәләләрен күтәреп сыға. Һуңғы йылдарҙа был йүнәлеш тағы ла йәнләнде, сөнки баҙар иҡтисадының талаптары ҡырыҫланды, аграр эшҡыуарлыҡҡа ла еңелдән түгел. Киләһе йылды Ауыл йылы тип иғлан итеү тураһындағы тәҡдимгә нисек ҡарайһығыҙ?
– Һәйбәт һорау. Ысынлап та, киләһе йылды Ауыл йылы тип иғлан итеү халыҡ мәнфәғәтендә бик күп эш башҡарырға, байтаҡ проектты тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирер ине.
Дөрөҫ, был осраҡта социаль юҫыҡта ғына эш итеү етмәй, иҡтисади ысынбарлыҡты ла иҫәпкә алырға кәрәк. Мәҫәлән, бик алыҫтағы бәләкәй ауылға ҡатмарлы коммуникациялар үткәреү һис тә маҡсатҡа ярашлы түгел. Эш урындары булмағанлыҡтан унда йәштәр бөтөнләй ҡалмай икән, был төбәктең киләсәге бармы? “Эш булһа, ауылға күсеп ҡайтыр инек” тигән фекерҙәрҙе ишетергә тура килгеләй. Ә ниңә кемдеңдер кәсеп асҡанын көтөп ултырырға? Үҙең барып, бәләкәй предприятиеға йәки бүтән төрлө шөғөлгә нигеҙ һалырға мөмкин бит.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл кешеләре көтөп ултырырға күнеккән. Бер урында миңә “Зыяраттың кәртәһе өсөн буяу кәрәк” тигән мәсьәлә ҡуйҙылар. Мин әйтәм: “Һеҙҙең кемегеҙҙең туған-тыумасаһы ерләнмәгән ошо зыяратта? Шуға буяу ҙа һатып ала алмауығыҙ, өмә лә ойоштормауығыҙ өсөн оят түгелме ни?!” Ауыл хәҙерге тормош тиҙлегенән арттараҡ ҡала, был беҙҙең менталитетҡа бәйле. Хәйер, ыңғай үҫеш юҡ тип әйтергә лә ярамайҙыр. Ауыл йәштәре араһында, мәҫәлән, эскелек кәмей башланы, аҡса эшләргә ынтылыш көсәйҙе.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН
әңгәмәләште.Рөстәм Ишмөхәмәтов 1977 йылда Ғафури районында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын һәм республика Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Социология фәндәре кандидаты, Өҫтәмә белем биреү халыҡ-ара академияһының ағза-корреспонденты. Өфөнөң 129-сы һөнәрселек лицейында, 140-сы гимназияһында һәм 136-сы лицейында уҡытыусы, профком рәйесе, методика кабинеты етәксеһе булып эшләгән, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында белем биргән. Артабан Бәләбәйҙәге башҡорт гимназияһы директоры, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты проректоры һәм ректоры вазифаларын башҡарҙы, бер үк ваҡытта уға “Бөтә Рәсәй педагогик йыйылышы”ның төбәк бүлексәһенә етәкселек итеү бурысы йөкмәтелде.
2010 йылда Рөстәм Ишмөхәмәтов Башҡортостан Президенты советнигы итеп тәғәйенләнде, 2010 – 2012 йылдарҙа “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы төбәк бүлексәһенең Төбәк башҡарма комитеты етәксеһе булып эшләне. 2012 – 2013 йылдарҙа – Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, ә 2014 йылдан – Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы алып барған “Илдең профессиональ командаһы” проектының федераль кимәлдәге лауреаты, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, “Мәғариф учреждениеларының 2007 йылғы иң яҡшы директоры” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе, бер монография һәм тиҫтәнән ашыу ғилми баҫма авторы, “Белем биреү: традициялар һәм инновациялар” журналының баш мөхәррире.