Элемтәне кем тәьмин итә?08.07.2015
Халыҡ-ара саммиттарға әҙерләнеү һәм үткәреү сараларын элемтә менән “МегаФон” операторы тәьмин итә. Хеҙмәт күрһәтеүгә заказды Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы һәм Президенттың Эштәр идаралығы бирҙе.

“МегаФон” ШОС ағзалары булған дәүләт башлыҡтары советы ултырышы һәм БРИКС саммиты сараларының делегаттарына, етәкселәргә 400 сим-карта тәҡдим итә, урындағы, ҡала-ара һәм халыҡ-ара телефон элемтәһе хеҙмәтен күрһәтә. Ул саммиттар үткәреүгә йәлеп ителгән барлыҡ объекттарҙы, шул иҫәптән Конгресс-холл, аэропорт, матбуғат үҙәктәре, опера һәм балет театрын хеҙмәтләндерә.




Вернуться назад