Ҡала үҫә — ихтыяж арта08.07.2015
Дмитриевка ҡасабаһында Башҡортостан генерациялау компанияһы филиалы — Затон ТЭЦ-ы төҙөлә башланы. Ошо ваҡиғаға арналған тантанала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
Эшселәр электр станцияһының насос ҡоролмаһына нигеҙ һалды. Ошоноң менән төҙөлөш-монтаж эштәре башланып китте. Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары иҫәбенә ингән объект Өфөнө электр һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк. Затон ТЭЦ-ы был юҫыҡта ҡытлыҡты кәметәсәк, халыҡҡа, сәнәғәт объекттарына электр бүлеү сифатын яҡшыртасаҡ. Ул сығарған йылылыҡ “Ағиҙел аръяғы” торлаҡ районына йүнәлтеләсәк.
Станциялағы ҡорамалдарҙың күпселеге Рәсәйҙә етештерелгән. Төп яғыулыҡ рәүешендә тәбиғи газ файҙаланыласаҡ. Киләһе йыл аҙағында бөтөн эштәрҙе тамамлау, станцияны эшкә ҡушыу күҙаллана.