Донъя беҙҙе һайланы08.07.2015
Донъя беҙҙе һайланы Республикабыҙ баш ҡалаһында ҙур халыҡ-ара осрашыу – ШОС һәм БРИКС илдәренең саммиттары уҙа. “Донъя Өфөнө һайланы!” тигән лозунг аҫтында беҙҙең күҙ алдында көнө-төнө барған ҙур әҙерлек ҡаланы танымаҫлыҡ гүзәл итте, сара үтеп киткәс тә был яңы һәм матур объекттарҙың урындағы халыҡ ҡарамағында ҡаласағын уйлау үҙе бер кинәнес бирә.

Донъя беҙҙе һайланыШОС ағзалары булараҡ, беҙгә Рәсәй, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан һәм Ҡырғыҙстан етәкселәре килә, ә БРИКС илдәренән – Рәсәй, Ҡытай, Бразилия, Һиндостан һәм Көньяҡ Африка Республикаһы вәкилдәре. Тағы ла бер нисә дәүләттең күҙәтеүсе булараҡ ҡатнашыуы көтөлә. Халыҡ-ара хәл ҡатмарлы булғанлыҡтан, саммиттарҙың иҡтисади ғына түгел, ә сәйәси йөкмәтке лә аласағын һәр кем төшөнгәндер инде.
Бындай саммиттар донъя һәм илебеҙ өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә? Башҡорт­остан һәм уның иҡтисады өсөн файҙаһы булырмы? Юғары кимәлдәге осрашыуға арналған мәҡәләләрҙе гәзитебеҙҙең 1-2-се биттәрендә уҡығыҙ.


Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ,
Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты


Бар ҡитғаны торор ҡаратып

ШОС, БРИКС —
Донъя телдәрендә,
Был саммиттар арбай барын да.
Баш ҡаламда, ул Өфөлә уҙа,
Ағиҙелдең бейек ярында.

Вәлидиҙең урамынан килеп,
Гүйә, Салауаттан хупланды.
Шәреҡ хужалары ҙур йыйынға
Баш ҡалама килеп тупланды.

Дүрт күҙ менән көттөк
был көндәрҙе,
Өфөм бар донъяға танылды,
Ул бит мең ҡаланың араһында
Иң лайыҡлы, тиеп табылды.

Бөгөн, ҡалам, һиңә төбәлгән бит
Донъя күҙе, донъя ҡарашы.
Иң кәрәкле мәлдә ҙур башлыҡтар
Ҙур эштәргә ҡайтыр ярашып.

Бөгөн илдәр көтә, донъя көтә
Быуаттарға кәрәк һүҙҙәрҙе;
Иң эшлекле килешеүҙәр тыуып,
Мәңгелеккә асыр күҙҙәрҙе.
Бар ғаләмгә фәһем фекер әйткән
Шәреҡ даһиҙары борондан.
Шундай ҡарар, эштәр көтә донъя
Бөгөн, Өфөм, һинең ҡороңдан.

Хаҡлы ғорурланыр Башҡортостан
Оло йыйын бында барыуға.
Ошо ерҙә тыуған ҙур ҡарарҙар
Яҡтылыҡҡа юлдар ярыуға.

Кешелекте юлдан яҙлыҡтырмай,
Иң-иң дөрөҫ юлды ҡыуырға;
Башҡорт ере ныҡ булышһын ине
Иң ҙур идеялар тыуырға.

Ошо йыйын маҡсатына етһен,
Ҙур планын тотош тултырып.
Ерҙә тормош алға барһын өсөн
Донъя аҡылына ултырып.

ШОС, БРИКС — донъя киләсәге,
Ҡушылалар илдәр яратып.
Улар алда берҙәмлеге менән
Бар ҡитғаны торор ҡаратып.


Вернуться назад