“Пар күгәрсендәр” күргәҙмәһе08.07.2015
“Пар күгәрсендәр” күргәҙмәһеҺүрәттәге һоҡланғыс пар – Ҡасҡынбаевтар ғаиләһе. Азат менән Йәмилә күптән түгел үҙҙәренең онотолмаҫлыҡ ғүмер байрамын – туйын билдәләне.
Күркәм тантанаға әҙерлек барышы “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “My big bashkirian wedding”, йәғни “Ҙур башҡорт туйы”, исемле махсус төркөмдә яҡтыртылып барҙы. Унда буласаҡ кәләш менән кейәү милли туй, никах йолалары, аш-һыу, биҙәүестәр хаҡында, шулай уҡ йәш ғаилә өсөн фәһемле һәм бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт йыйҙы, башҡалар менән дә ихлас уртаҡлашты.
– Туйыбыҙҙы икебеҙ ҙә ябай, ләкин үҙенсәлекле, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәргебеҙ килде. Милли мәҙәниәтебеҙҙе төплө өйрәнеп, байрамыбыҙҙа ҡулланыр күп нәмәне белдек, – ти йәш ғаилә.


Вернуться назад