Ауылыбыҙҙың өлгөлө ғаиләһендә дүрт ул һәм бер ҡыҙҙы үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтырған Яңылбикә менән Сәфәрғәле Ғарифуллиндарҙы һуғыш балалары тип атарға батырсылыҡ иттем. Бының үҙенә күрә сәбәптәре бар: береһе атаһы һуғышҡа киткәндә тыумай ҡала, икенсеһе – ауыр яралар менән яуҙан ҡайтҡан яугирҙең һөйөклө балаһы. Сәфәрғәле Муллағәле улы атаһы һуғышҡа киткәндә тыумай ҡала. Ә атаһы 1943 йылда Орел өлкәһенең Ульяновский районындағы Марьино ауылында батырҙарса һәләк була. 1942 йылдың 9 майында улының тыуыуы тураһында, бәлки, хат аша белгәндер ҙә. Әсәһе уны аслыҡ күрһәтмәй үҫтерергә теләһә лә, бөтөн ауырлыҡты үҙ иңенә һала алмай. Шуға күрә Сәфәрғәле биш класты тамамлағас, совхоз етәксеһе ҡушҡан эшкә йөрөй башлай, тик 14 йәше тулыуға ғына уға хеҙмәт кенәгәһе тултыралар. Бер аҙҙан механик Исҡаҡов Әҡсән уға шул уҡ Темәс ауылында асылған тракторсылар курсында уҡырға тәҡдим итә.
1964 йылдың декабрендә армия хеҙмәтен тултырып ҡайтыуға, әсәһе ҡаты ауырып, мәңгелек йортона күсә. Шул көндә үк Сәфәрғәле үҙенә өйләнергә тигән ҡарар сығара: һалдат һалдаттарса эш итә. Армияға тиклем ҡыҙҙар менән дуҫлашып өлгөрмәй. Әле әсәһенең ҡырҡына тиклем өйләнергә, тейешенсә әсәй рухына аят уҡытырға кәрәк. Ваҡыт аҙ. Шул ваҡыт уға дуҫтары, таныштары ҡыҙҙарҙың рәсемдәрен күрһәтеп ҡарай. Араларында һатыусы булып яңы ғына эш башлаған 17 йәшлек Яңылбикәнең фотоһын күреп ҡала. Бына шул һүрәткә ғашиҡ булып, белмәгән-күрмәгән ҡыҙҙы эҙләп, Һаҡмар ауылына бара.
Яңылбикәнең әсәһе быға тиклем килгән яусыларҙы ишек төбөнән генә сығарып ебәргән булһа, был юлы Зәйнулла Мырҙагилдинды түргә үткәрә. Нимә һөйләшеп, нисек күндергәндер әсәһен, ҡыҙы эштән ҡайтыуға, ҡәтғи ҡарарға килеп, Сәфәрғәле Муллағәле улын кейәүе итеп ҡабул ҡылған була. Йәш ҡыҙ әсәһенең һүҙенән сыҡмай. Эште оҙаҡҡа һуҙмай, Сәфәрғәле ҡыҙҙы 1965 йылдың 27 февралендә ауылына алып ҡайта. Шунан бирле улар 50 йыл Темәстә йәшәй. 17 йәше лә тулмаған ҡыҙҙың донъя йөгөн тарта алырына, бәлки, күптәр ышанмағандыр ҙа, тик был турала уға һүҙ әйтеүсе булмай: ул да хан ҡыҙы түгел, нужа һурпаһын эскән, һуғыш утын күргән яугир Сәләхтең күп балалы ғаиләһендә алтынсы бала булып тыуған.
– Бәхетле ғүмер кисерҙегеҙме? – тип һорайым уларҙан.
– Әлбиттә! – тинеләр. – Бер-беребеҙгә рәхмәтлебеҙ, яҙмышҡа ла ризабыҙ, балаларҙан да ҡәнәғәтбеҙ.
Икеһе лә – ихлас кешеләр: Яңылбикә сауҙа тармағында оҙаҡ йылдар эшләп хаҡлы ялға сыға, ике тиҫтәгә яҡын маҡтау ҡағыҙы намыҫлы хеҙмәтен иҫбатлай. Ә бит ул дәүерҙә балалар бәләкәй, донъя эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Йәш баланың берәйһен күтәреп тыуған йортона ҡайтһа ла, әсәһе уны бер самауыр сәй эсерлек ваҡыттан һуң: ”Ҡайт кейәү эргәһенә, бергә килегеҙ, яңғыҙ йөрөмә. Улай килһәң, ирҙе хурлау, тиңһенмәү була ул. Матур тороғоҙ”, – тип оҙатып ҡала. Мин:
– Матур торҙоғоҙмо һуң? – тип һорайым.
– Һис шикһеҙ. Ҡатын-ҡыҙ ир ҡатыны була белергә тейеш, тип тәрбиәләне мине әсәйем. Шул аҡылды йәштәргә өйрәтәм, – ти.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, ул әсәһенән өйрәнгән ҡул эштәренә ихлас тотона, шуға күрә лә өйө башҡорт милләтенең ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған милли музейға оҡшап, күңелгә йылылыҡ бөркөп, ҡот уйнап тора. Ниндәй генә сараларҙа ҡатнашмай ул: “Таҡмаҡтар бәйгеһе”, “Ҡумыҙсылар”, “Байыҡ”, “Ҡорама туй”, “Сабыр ҡәйнә”, “Килендәр һәм ҡәйнәләр”, “Халыҡ йолаларын тергеҙеү һәм һаҡлау”, “Тормошто үҙ ҡулыбыҙ менән төҙөйбөҙ” кеүек бәйгеләрҙең һәр береһендә еңеүгә өлгәшә. Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл тулғанда хатта Өфөлә үҙенең ҡул эштәре менән бихисап халыҡты һоҡландырып, мәҙәниәт министрының Маҡтау грамотаһына, ә Санкт-Петербургка һабантуйға барып, шулай уҡ Мәҙәниәт министрлығының Дипломына лайыҡ була. Унан өйрәнергә теләгән ҡатын-ҡыҙ ҙа байтаҡ.
Бына шундай көләс, алсаҡ, йәшлек дәртен һаҡлаған ҡатын менән 50 йыл ғүмер кисергән Сәфәрғәленең фиғеленә ”Ир хәстәрле булһа, ҡатын таҫтарлы” тигән мәҡәл раҫ килеп тора. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Сәфәрғәле Ғарифуллинға һәр нәмәне урын-еренә еткереп эшләү теләге әсәһе Һәҙиә инәй тәрбиәһе һөҙөмтәһендә аманат булып һеңгән. 24 йәшлек механизатор “Һәүәнәк” совхозында беренселәрҙән 1966 йылда “Социалистик ярыш отличнигы” билдәһенә, СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең бронза миҙалына лайыҡ була. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, йыл һайын районда хеҙмәт ярышы алдынғыларының чемпион таҫмаһы, биш йыл һайын ”Социалистик ярыш ударнигы” билдәләре менән бүләкләнә.
Ярты быуат йәшәү дәүерендә улар биш балаға – ғүмер, бер етемгә ғаилә наҙы бүләк итеп, иң мөһим бурыстарын үтәгән. Темәс ауылының яңы биҫтәһендә ҙур итеп төҙөлгән йорт ян-яҡҡа ҡот таратып, йылы бөркөп тора. Йәй булһа, ошо ғаилә үҫтергән сәскәләр урамға йәм өҫтәп ултыра, күркәм өй милли зауыҡ менән йыһазландырылған. Һәр башҡорт Ғарифуллиндар ғаиләһе кеүек йәшәһә, килер быуынға тапшырыр аманатыбыҙ юғалмаҫ.