Хеҙмәт ҡаһарманлыҡтары данға тиң08.07.2015
Хеҙмәт ҡаһарманлыҡтары данға тиң Бөйөк Еңеү миллионлаған ҡорбандар, яугирҙәрҙең һуғыш яланындағы ҡаһарманлығы, тылдағы ҡатын-ҡыҙҙың, бала-сағаның фиҙакәр хеҙмәте менән яуланды. Байтаҡ һыуҙар аҡһа ла, тиҫтә йылдар уҙһа ла, һуғыш ғәрәсәте килтергән ҡайғы-хәсрәт онотолмай, йөрәк һәм тән йәрәхәттәре уңалмай.

Донъяны фашизм тырнағынан ҡотҡарып ҡалыуға фронтта ҡаты һуғыш барғанда тылдағы ҡатын-ҡыҙ ғаилә ағзаларын астан үлтермәҫ өсөн хатта ир-аттың көсөнән килмәҫтәй эштәр башҡара. Яҙмыш уларҙы иң ҡаты, аяуһыҙ һынауҙар алдына ҡуя.
Һуғышҡа киткән ирҙәрен, туғандарын алмаштырып, улар тракторҙарға ултыра, баҫыуҙарҙа ер һөрә, иген сәсә. Ураҡ мәле етһә, ҡул көсө менән көлтә бәйләп башаҡ һуғалар. Бесән сабалар, уны күбәләйҙәр, арбаларға һыйыр егеп, йорттарына ташыйҙар. Кистәрен фронттағы яугирҙәргә ойоҡбаш, бейәләй бәйләйҙәр. Ал-ял белмәй таң һарыһынан ҡараңғы төнгә тиклем тир түгә улар. Әммә күпме генә тырышһалар ҙа, ауылда тормош яҡшырмай, ашарға икмәктең етешмәүе үҙен һиҙҙертә.
Яҙын, ер ҡарҙан әрселгәс, ҡалҡып сыҡҡан селек, талғыр йыуалары, әтмәкес, ҡуҙғалаҡ менән тамаҡты алдаһаң, йәйен-көҙөн йомранға һунар башлана. Уны утта өтәләр, тиреһен бысаҡ менән ҡырып бешерәләр. Серегән картуф, ағас баштарынан сүпләп алған ҡош йомортҡалары, хатта турғай ите лә үҙенә күрә туҡлыҡлы ризыҡҡа әүерелә.
Аслыҡтан йонсоған, талсыҡҡан халыҡ көҙ етеү менән әсе һыуыҡта, тубыҡтан һыу кисеп, баҫыуҙарҙа ятып ҡалған башаҡтарҙы йыйырға ябырыла. Ҡулдары менән ер аҡтарып, көн буйы йыйып алған ашлыҡтың бөртөгөн дә әрәм итмәйенсә елгәреп таҙарталар, утта ҡыҙҙыралар. Ә инде ғаилә ағзалары урындыҡҡа түшәлгән ашъяулыҡ тирәләй уратып ултырғас, ололарҙың береһе яртышар ус ҡына шул ҡурмасты һәр береһенең алдына бүлеп һалып сыға. Икмәк урынына берәр бөртөкләп ҡурмас ҡабып, сәй эсеп ултырған балаһына ҡарап, әсә йөрәге нисек түҙҙе икән!...
Гитлер ғәскәрҙәре илебеҙ төпкөлөнә һаман үтеп инә бара. Уралға эвакуацияланған сәнәғәт предприятиеларын, Ырымбур өлкәһенең Көнсығыш һәм Үҙәк магистралдәрен — һыу, Көньяҡ Уралды электр энергияһы менән тулы кимәлдә тәьмин итеү маҡсатында тәүҙә Ерекле һыу һаҡлағысын, һуңынан ҡеүәтле электр станцияһы төҙөү мохтажлығы килеп тыуа. 1942 йылдың 23 ноябрендә һыу һаҡлағыс төҙөлөшө башлана. Ерекле һыу һаҡлағысын төҙөгәндә 26 000 гектар майҙан ер һыу аҫтында ҡала. Быуаның уртаса тәрәнлеге — 12,5 метр, иң тәрән урыны — 40 метр. Артабан Көньяҡ Уралда ГЭС һәм шуның нигеҙендә ҡеүәтле ГРЭС төҙөү маҡсат итеп ҡуйыла. Һыу һаҡлағыс балыҡҡа бай, уны үрсетеү өсөн бында ғәжәйеп ҙур мөмкинлектәр бар.
Тап бына шул ҙур төҙөлөштөң башланыуы Хәйбулла районының күпселек ауылдары халҡын үлемесле аслыҡтан ҡотҡарып ҡала ла инде. Аҡъярҙан, күрше Ҡалтай, Мәмбәт, Ергән, Таңатар, Турат ауылдарынан күпләп ҡатын-ҡыҙ Ереклегә эшкә китә. Араларында әсәйем Вазифа Ғилман ҡыҙы Сынбулатова-Хәйбуллина ла була. Иҫ китмәле ауыр шарттарҙа эшләп, улар ысын мәғәнәһендә ҙур хеҙмәт батырлығы күрһәткән.
Ырымбур ҡалаһының Орск филиалы дәүләт архивы фондының мәғлүмәттәренә һәм теркәү кенәгәләренә ҡарағанда, Хәйбулла районынан Ерекле һыу һаҡлағысы төҙөлөшөнә киткән кешеләрҙең исемлеге бик ҙур. Шуны ла әйтергә кәрәк: бында Ленинград, Смоленск ҡалалары һәм өлкәләренән, Сталинградтан, Украинанан һәм Белоруссиянан, һуғыш барған башҡа ҡала, ауылдарҙан эвакуацияға эләгеп килгән кешеләр һәм белгестәр ҙә байтаҡ булған.
Тарихты дәреслектәр, документаль таҫмалар аша ғына белгәндәр өсөн ошо ваҡиғаларҙы үҙ башынан кисергән ололарҙың һүҙе һәм хәтирәләре – бөгөн алтынға бәрәбәр ҡиммәтле хазина.
Әсәйемдең тап бына шул осор тураһында һөйләп ҡалдырғандары нисә йыл инде күңелемә тынғы бирмәй килде. Әлбиттә, бала саҡта әһәмиәтһеҙ генә тыңланған ваҡиғалар өҙөк-өҙөк булып хәтерҙә һаҡланып ҡалған. Олоғая төшкәс кенә, бының ниндәй ҙур тарихи байлыҡ икәнен аңланым. Әсәйемдең һөйләгәндәрен бер епкә теҙеп, уның менән бергә эшләгән кешеләрҙе эҙләй башланым. Баҡһаң, ул быуын кешеләре бөтөнләй ҡалмаған да тиерлек. Әгәр ваҡытты тағы ла бер аҙға һуҙа ҡалһам, мин үҙем, балаларым һәм ейәндәрем күп нәмә хаҡында белмәй ҡалыр инек. Бәхеткә күрә, ошо осорҙоң берҙән-бер шаһиты Аҡъярҙан Хәипйән ағай Бохарбаевты эҙләп табып осраштым. Минең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә ваҡиғалар тураһында һәр көнө, айы, йылы менән теҙеп һөйләүе таң ҡалдырҙы. Тиҙҙән уға 86 йәш тулыуға ҡарамаҫтан, хәтере шәп. Ул минең белгәндәремде тағы ла тулыландыра төштө.
Әсәйемә Вазифа Сынбулатова Аҡъярҙан Зарифа Бағышаева, Мәүлиха Биксәмбәтова менән бер көндә, 1943 йылдың йәй уртаһында, Ереклегә юлға сыға. Ауыҙға ҡабырлыҡ ризыҡ булмағанлыҡтан, инде аслыҡтан шешенә башлаған 13 йәшлек Хәипйән ағайҙы ла әсәһе, бәлки, унда балам астан үлмәҫ, тип ошо ҡатындар менән бергә юлға оҙата. Эҫе ҡояш аҫтында сарсап-һыуһап, ниһайәт, икенсе көнгә генә барып етәләр.
Бында ғәйәт ҙур төҙөлөш йәйелдерелгән була. Ҡул аҫтында бер ниндәй төҙөлөш материалы ла, транспорт та булмау сәбәпле, һәр нәмәлә ҡул көсө ҡулланыла.
Архив фондында һаҡланған теркәлеү кенәгәһе буйынса, беҙҙең райондан килгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһы ла тиерлек төҙөлөш майҙансығына ебәрелә. Бында эшләгән, йәшәгән кешеләргә самандан барактар төҙөү, ашханала туҡландырыуҙы ойоштороу өсөн ярҙамсы хужалыҡтар булдырыу, йәшелсә үҫтереү эштәре башлана.
Әсәйемә тәүҙә саман һуғырға тура килә. Ат менән баҫҡан әҙер балсыҡты берәүҙәре бер урынға ташып торһа, икенселәре уны ауҙарып бушата, артабан һәнәк менән ҡалыптарға тығыҙлап тултырғас, балсыҡты күтәреп һуға. Биш бүлектән торған көс еткеһеҙ һәр ҡалыпҡа икешәр ҡатын беркетелгән була. Самандың бейеклеге һәм киңлеге – 20-шәр, ә оҙонлоғо 40 сантиметр. Һуңынан кипкән самандан стеналар күтәрелә. Барактың түбәһе үрелгән талдар менән ҡаплана, ә тал үреү менән айырым кешеләр шөғөлләнә, аҙаҡтан өҫтөнә һалам, балсыҡ түшәлә.
Көҙгә табан әсәйем башҡа ҡатын-ҡыҙ менән таш тейәүгә күсерелә. Урал тауы 70 метр бейеклектән тигеҙләп бысаҡ менән киҫелгәндәй бер һыҙаттан шартлатыла, аҡтарылып сыҡҡан шул таштарҙы улар, һауа буйлап һуҙылған вагонеткаларға ҡул көсө менән тейәп, йылғаның икенсе яҡ ярына оҙата, эреләрен икешәрләп тә, күмәкләшеп тә күтәреп һалалар. Таштар хас пирамидалар формаһында тау-тау булып теҙелеп өйөлә бара, шулай һыуҙы быуыуға әҙерлек алып барыла.
Бынан тыш, әсәйемдең һөйләүҙәре буйынса, улар йылға төбөнән ҡаҙып алынған ҡырсынташтарҙы үләненән ҡырып таҙартылған ҙур асыҡ майҙанға носилкалар менән ташыуҙа ла тир түгә, һуңынан был таштар тапалып тигеҙләтелә. Төҙөләсәк һыу һаҡлағыстың нигеҙе ошо таш менән бер метр бейеклеккә күтәрелергә тейеш була.
Көнкүреш шарттары яҡшынан түгел, тәүге осорҙа ерҙе ҡаҙып эшләнгән ҡараңғы землянкаларҙа, һуңға табан барактарҙа йәшәйҙәр, карауаттар урынына — ике-өс ҡатлы һикеләр. Ҡышҡы һыуыҡта барактарҙы яғып йылытыу өсөн Урал йылғаһы буйлап, хатта Магнитҡа тиклем барып етеп, үҫкән талдарҙы ҡырҡалар. Шуныһы яҡшы: ул ҡыҙыу яна ла, тиҙ йылыта ла икән.
Эш өсөн махсус кейемдәргә ҡушып аяҡҡа ағас ботинкалар бирелгән, һәм ни өсөндөр уларҙы ‘’шанхай’’ тип атап йөрөткәндәр. Уның ҡунысы брезент йәки киндер тоҡтан тегелгән, ә табаны уҫаҡ таҡтанан йәки йәш йүкәнән ҡатып эшләнгән. Әммә был ботинкалар тау-таш араһында оҙаҡҡа сыҙамай, ҡаҙауҙары һурыла, ҡалҡып сыҡҡандары аяҡ табанына сәнселә башлай. Ваҡытынан алда уларҙы алмаштырмайҙар, яңыһын бирмәйҙәр. Аяҡтарҙың боҙға, үткер таштарға ҡырҡылып ҡанап киткән саҡтары ла була.
Эш ауыр. Таң һарыһынан тороп, ҡараңғы төшкәнсе асыҡ һауала эшләйҙәр. Карточкала билдәләнгән норма менән ашайҙар. Паекка көнөнә 700-әр грамм, ә балаға 300 грамм икмәк тура килә. Ололар, үҙҙәренең нормаһын ҡыҫып, әҙләп булһа ла икмәктәрен йыйып бара. Сөнки ауылда ла бит бер киҫәк икмәккә зарығып, уларҙы көтөп ҡалған ғаиләләре бар. Балаларҙы астан үлтермәҫ өсөн йыйған ризыҡтарын йәйәүләп алып ҡайтып та киләләр. Буранлы ҡышҡы һыуыҡ көндәр, аяҡта – ағас ботинкалар, транспорт тигән нәмә юҡ. 45 километр араны юлһыҙ йәйәү үтергә кәрәк, ас бүреләрҙең ҡарауыллап торған саҡтары ла була.
Әлбиттә, балалары ауылда астан үлмәһен тип, ваҡытлыса уларҙы эргәләренә алып килгән ҡатындар ҙа бар, әммә бала бындағы ауыр шарттарҙа оҙаҡҡа ҡала алмай, тиҙ йонсой. Әсәйемдең һөйләүе буйынса, ул да Рафаилын ҡул санаһына ултыртып, тағы ла ауылға алып ҡайтып ташларға мәжбүр була. Өс-дүрт йәшлек был йән эйәһе оҙон юлда нисек өшөп туңмағандыр…
Вазифа Сынбулатова ире хеҙмәткә киткәндә тыумай ҡалған улы Рафаилын һәм әсәһенең ҡулындағы береһенән-береһе кесе биш туғанына ярҙам итеп, уларҙы үлем тырнағынан ҡурсалаған саҡта Хәйруллаһы утлы һыуҙар кисеп, Белоруссияның шырлыҡ урмандарында партизандар отрядында немецтарға ҡаршы һуғышып йөрөй. Артабан Ҡыҙыл Армия сафында Берлинға тиклем барып етә. 1940 йылда хеҙмәткә алынып, унан тура һуғыш усағына эләгеп, ете йылдан һуң ғына ҡайтып төшкәндә, уны инде үҫеп өлгөргән ете йәшлек малайы ҡаршы ала. Әйткәндәй, Ерекле һыу һаҡлағысы 1958 йылдың 17 апрелендә һыу менән тултырыла башлай. Эш 1966 йылдың 8 майында тамамлана. 1959 йылдан Ерекле гидроэлектростанцияһы эшләй башлай. 1962 йылдың 8 июнендә Хөкүмәт тарафынан Ерекле ГРЭС-ын һәм һыу һаҡлағыс ярында Энергетиктар ҡасабаһын төҙөй башлау тураһында ҡарар ҡабул ителә. 1975 йылдың 8 де­кабрендә ГРЭС-тың тәүге сираты даими файҙаланыуға тапшырыла. 1979 йылдың 17 ноябрендә һуңғы һигеҙенсе энергоблок эшкә ҡушылып, ГРЭС проектта ҡаралған ҡеүәткә еткерелә — 2430 МВТ. Аҡъярҙан тағы ла әсәйем менән бергә Ерекле һыу һаҡлағысы төҙөлөшөндә Бибисара Ҡазыхан ҡыҙы Нураева ла эшләй. Ул ире Сәлихйән ағайҙы һуғышҡа оҙатҡас, күрше ауылдарҙан йыйылған бер төркөм ҡатын-ҡыҙ менән килә. Төҙөлөш майҙансығында ул да ауылдаштары менән бер үк шарттарҙа эшләй һәм йәшәй. Теүәл ике йылдан һуң, 1945 йылдың декабрендә, ауылына әйләнеп ҡайта. Ә шул йылдарҙа ире Сәлихйән ағай яу ҡырында биш мәртәбә әжәлдән ҡотолоп ҡала. Ул, Берлин эргәһендәге ҡаты һуғышта бишенсе тапҡыр яраланып, Еңеүҙе госпиталдә ҡаршылай.
Был ҡатындар, тормоштоң ҡаты һынауҙары алдында бер-береһенә терәк-таяныс булып, ил өсөн һалдат батырлығына тиң героик хеҙмәт күрһәтеүҙәрен һәм шуның менән Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуҙарын белделәрме икән ул саҡта?!
…Аҡъярҙан үҙенән оло апаларына эйәреп, Ерекле һыу һаҡлағысы төҙөлөшөнә сығып киткән Хәипйән Мәхмүт улы Бохарбаевтың да шул осор хәтерендә мәңгелеккә уйылып ҡалған. Үҫмер малайҙың ҡулына ат тоттороп, ашханаға һыу ташыусы һәм башҡа эштәрҙе башҡарыусы итеп билдәләйҙәр. Төҙөлөш майҙансығында атҡа һыбай ултырып, саманға балсыҡ баҫа. Үҙеңдең ултырған атыңа тағы ла икенсе, өсөнсө атты бәйләп эйәртеп, балсыҡ баҫһаң, һиңә икмәк нормаһын тағы ла арттыралар, тип хәтерләй Хәипйән ағай. Әрһеҙләшеп йыйған икмәген нисек итеп ауылға алып ҡайтыуы тураһында һөйләүен иҫем китеп тыңлайым — бала күңеле менән һаман өйҙә ҡалған әсәһен, туғандарын уйлаған. Парлы саңғыға икмәктәр тултырылған тоғон тарттырып бәйләй, тракторсы ағайҙары кәнсиргә кәрәсин һалып әҙерләп биргән факелды ала. Ни өсөн тиһәң, юлда шуны яндырып, килеп сыҡҡан бүреләрҙән һаҡланырға мөмкин икән. Бына ҡайҙа ул икмәктең мәғәнәһе, уның көсө. Икмәк ас бүренән ҡурҡыуҙы ла оноттора…
Һуғыш тамамланғас, 1945 йылдың 17 ноябрендә, Хәипйән ағай Аҡъярына ҡайтып килә. Инде физик эш менән кәүҙәгә нығынып үҫә төшкән үҫмер малайҙы мәктәп директоры Төхвәт Вахитов ҡабаттан мәктәпкә уҡырға саҡыра һәм VIII класҡа ултырта. Туғыҙҙан һуң уҡыуын дауам итеп тормай, почтаға эшкә төшә. 1949 йылда армия сафына алына, Белоруссияла танкист булып хеҙмәт итеп, өс йыл да өс ай тигәндә тыуған яғына әйләнеп ҡайта.
Тормоштоң әсе-сөсөһөн күреп өлгөргән Хәипйән ағай хеҙмәт юлын МТС-та участка механигы булып дауам итә. Тракторҙар бригадаһы бригадиры булып эшләй, Фрунзе исемендәге колхозға килгәс тә ошо йүнәлеште дауам итә, был 1956 йылдарҙа сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү осорона тура килә. Пенсияға сыҡҡанға тиклем оҙаҡ ҡына йылдар ферма мөдире вазифаһын башҡара. Һуңынан да хаҡлы ялда тип тормайҙар, ревизия комиссияһы рәйесе итеп һайлап, эшһеҙ ятырға форсат бирмәйҙәр.
Хәипйән Бохарбаев һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа фиҙакәр хеҙмәте өсөн байтаҡ ҡына наградаға лайыҡ булған. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 6 июнендәге Указы менән ”1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы һәм башҡа юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән. Күкрәгендәге наградаларға Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы бирелгән миҙал да өҫтәлде.
Бөгөн ул ҡатыны Мәрйәм апай менән бәхетле ҡартлыҡ кисерә, балалары һәм ике ейәне, бер ейәнсәренең уңыштарына ҡыуанып, матур тормошта йәшәй.
II Бөтә донъя һуғышы йылдары хаҡында минең һөйләгәндәр барлығы бер эпизод ҡына, әммә үҫеп килгән быуын өсөн был ҙур әһәмиәткә эйә.






Вернуться назад