1954 йылда, ете класты тамамлап, данлыҡлы Темәс педагогия училищеһына уҡырға инеү өсөн һынауҙар бирергә килдек. Абитуриенттар күп, бер урынға биш-алты кеше, сөнки Көньяҡ Урал төбәгендә ошо педучилищенан башҡа уҡыу йорто юҡ. Ете һынау бирҙек: рус һәм башҡорт телдәренән, арифметиканан — яҙма һәм телдән, СССР Конституцияһынан... Һынауҙар бик ғәҙел барҙы: яҙма эштәрҙе абитуриенттарҙың күҙ алдында тикшерәләр ҙә, хаталарын аңлатып, һорауҙарға яуаптар алып, белемдәренә күрә баһа ҡуялар. Ете кәртәне үткәнсә абитуриенттарҙың биштән бер өлөшө генә тороп ҡалды.Ошо тиклем балалар араһынан бер ҡыҙ бөтә һынауҙарын да гел ”бишле”гә бирҙе. Был Темәс ауылы һылыуы Сәбилә Сөләймәнова ине. Беҙгә уның менән бер төркөмдә уҡырға насип булды.
Сәбиләнең бала сағы һуғыш осорона тап килә. Шул заман балалары ни күрһә, шуны күреп, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә өйрәнеп, сынығып, эшһөйәр ҡыҙ булып үҫә ул. Атаһы 1942 йылда Орел өлкәһендә Тим йылғаһы буйында ултырған Шолохов тигән ауыл эргәһендәге ҡот осҡос алышта һәләк була. Әсәһе, биш һәм ике йәшлек балаларын өйҙә ҡалдырып, колхозда эшләй.
1945 йылда Сәлимә апаһы беренсе класҡа уҡырға бара. Уның “Әлифба”һы — матур китап, бәләкәс ҡыҙҙың уны ҡарағыһы килеп кенә тора. Берәү ҙә һиҙмәҫтән Сәбилә уҡырға өйрәнеп ала, апаһы менән бер ваҡытта “Әлифба”ны уҡып та бөтә. Мәктәпкә барғас, уҡыу уға бер ҙә ауыр булмай. Байрам һайын, һәр класты тамамлағандан һуң бүләкләнеп тора.
“Хәтеренең ныҡлығы, отҡор булыуы, күп уҡыуы арҡаһында бөтә фәндәрҙе лә еңел үҙләштерҙе, гел яҡшы уҡыны. Әммә ул бер ваҡытта ла эреләнмәне, ярҙамсыл булды, һабаҡташтарынан берәйһе “икеле” алып ҡуймаһын тип борсола торғайны. Хатта дәүләт сығарылыш һынауы мәлендә, дүрт яғына иң хөрт яҙғандарҙы ултыртып, һәр береһенең диктантын тикшереп өлгөрҙө”, — тип хәтерләй I кластан алып педучилищены бөткәнсе бергә уҡыған күрше ҡыҙы Фәтиха Әлибаева.
Бер хәлде икенсе һабаҡташыбыҙ ошолай тип һөйләне: “Семестр өсөн алгебранан контроль эш бара ине. Бер миҫал килеп сыҡмай ҙа ҡуя бит. Сәбиләгә ымлап күрһәттем. Ул тиҙ генә эшләп, ҡағыҙҙы ҡалдырып сығып китте. Мин күсереп яҙҙым да эшемде тапшырҙым, һөҙөмтәлә “бишле” алдым һәм стипендияға өлгәштем”.
Ярҙамсыллығы, кеше тураһында ҡайғыртыусанлығы уның иң көслө сифаттары ине. Бөтә кешенең дә тигеҙ һәләтле булмауы — тәбиғи хәл. Мәҫәлән, уның менән бер партала ултырған ҡыҙ бик йомшаҡ уҡыны, М. Горькийҙың “Дед Архип и Ленька” тигән әҫәренә анализ яһарға тейеш ине. Үҙе эшләй алманы, Сәбилә уға яҙып биреп, ул шуны һөйләп, баһа алды. Әгәр ҙә ул был эшен тапшырмаһа, “икеле” алыр ине лә стипендияһыҙ ҡалыр ине. Ә ул ваҡытта беребеҙ ҙә социаль ярҙамһыҙ уҡый алмаҫ ине. Йәш булһа ла, Сәбилә һабаҡташыбыҙ ошо хәлде ололарса аңлап ярҙамлашҡан. Кем стипендиянан мәхрүм ителә, кем аҡсаһы юҡлыҡтан ҡайта алмай йөрөй — педучилище етәкселегенә ғариза яҙып, аҡса һорап алып, йәнә ул ярҙам итер ине.
Беҙ, Темәс-Белорет педучилищеларында бергә уҡыған һабаҡташтар, татыу ғаилә кеүек йәшәнек. Уҡып сыҡҡас та, һәр биш йыл һайын, һуңға табан өс йылға бер йыйылышып торҙоҡ. Осрашыуҙарҙы ойоштороу, саҡырыу ҡағыҙҙары таратыу гел Сәбилә һабаҡташыбыҙ елкәһендә булды.
Белорет педучилищеһын отличие менән тамамлап, ике йыл эшләп, Башҡорт дәүләт университетында уҡып, Сибай педучилищеһында уҡыусылары хәтерендә мәңге һеңеп ҡалырлыҡ итеп уҡытып, 1970 йылда ул Өфөгә күсерелә. Ә бында инде юғары осош көтә. Мәскәү институтының филиалында эшләй, илдең баш ҡалаһында кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары төҙөй, партияның өлкә комитетында тәжрибә туплай һәм бик ауыр мәктәп реформаһын атҡарыу осоронда мәғариф министры булып эшләй.
Ғүмер йомғағын һүтә белеп йәшәне хөрмәтле әхирәтебеҙ. Эшлекле, һәләтле, нимәгә тотонһа, шуны тормошҡа ашырмайынса туҡтамаған, тынғыһыҙ, арыу-талыу белмәгән, халҡым тип янып йәшәгән һабаҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ.
Фәтхиә КӘРИМОВА,
БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы,
Тәнзилә ҒӘЛИМЙӘНОВА, Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, Фәтиха ХӨСӘЙЕНОВА,
Мәрйәм ИҪТӘКОВА,
Хәкимә ҠУЖИНА.