Ваҡытым юҡ, тимәй21.02.2012
Ваҡытым юҡ, тимәйУнан аңлата алмаҫлыҡ йылылыҡ бөркөлә: яғымлылыҡ, эскерһеҙлек, ихласлыҡ, сабырлыҡмы, әллә кешеләрҙе аңлай алыу һәләтеме икән? Хоҙай Луиза Ҡаһарман ҡыҙына һәйбәт сифаттарҙы йәлләмәй биргән: матурлыҡ, аҡыл, һәләт, уңғанлыҡ, зирәклек һәм бәхет. Эйе, ул бәхетле. Тормошо, эше, ғаиләһе менән. Ҡатын-ҡыҙ өсөн ошоларҙан башҡа ни кәрәк?
Луиза Дәүләтшина мөхәббәтле ғаиләлә тыуып үҫә. Әсәһе Хәлиҙә Әхмәт ҡыҙы менән атаһы Ҡаһарман Әхтәм улының улдары араһында үҫкән берҙән-бер ҡыҙ булғанлыҡтан, иркәләтәләр уны. Яҡындарының йылы мөнәсәбәтен тойоп, матурлыҡты яратып үҫә ул. Әсәһенең моңло йырҙары, атаһының әкиәттәре Луизаның күңеленә ойотҡо һалғандыр, күрәһең, ул мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ әҙәбиәт менән мауыға, уҡымаған бер китабы ла ҡалмай. Мәктәпте тамамлағас, барыһы кеүек уҡытыусы булырға хыяллана, әммә яҙмыш башҡаса хәл итә. Ғүмере буйы китаптар араһында эшләү бәхете тейә уға. Төрлө вазифалы урындарҙа эшләргә лә тура килә. Бала саҡтан яратҡан китап еҫе, яңы ғына нәшриәттән сыҡҡан баҫмаларҙы тәүләп ҡулға алыу, уны китап уҡыусыларға еткереүҙән дә ҡәҙерлерәк башҡа эштең булыуы мөмкинме һуң, ти әңгәмәсем.
Луиза Ҡаһарман ҡыҙы егерме йылдан ашыу Баймаҡ районының үҙәкләштерелгән китапханаһы селтәрендә директор вазифаһын башҡара. Уның бер ваҡытта ла “ваҡытым юҡ”, йә булмаһа “ҡабул итә алмайым” тип яуаплағанын хәтерләмәйем. Ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итмә, һинең хәлеңде белешергә, йомошоңдо үтәргә ваҡыт таба. Шуға күрә етәкселек ҡамытын тартыу менән бер рәттән нисәмә йыл Баймаҡ район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе вазифаһын башҡара. Тап уның тырышлығы менән республикала беренселәрҙән булып ғаиләлә атай абруйын күтәреү маҡсатында ейәндәр, атайҙар һәм ҡартатайҙар араһында “Өс таған” бәйгеһе, өләсәйҙәр, ағинәйҙәр, килендәр ҡатнашлығында төрлө конкурстар ойошторолдо. Ауыр тормош шарттарында ҡалған балаларҙы тиһеңме, иренән кәмһетелгән йәки туҡмалған ҡатын-ҡыҙҙымы, ғаиләләрендә эскелек арҡаһында барлыҡҡа килгән талаш-ыҙғыштарҙымы, башҡа тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек көндәлек проблемаларҙы һәр саҡ хәл итергә, барыһына ла ярҙам ҡулы һуҙырға ашыға.
— Кешене өмөт йәшәтә, шунлыҡтан һәр кем иртәнге көнгә ышанып бағырға тейеш, — ти Луиза Ҡаһарман ҡыҙы. — Ошо өмөттө ярҙам һорап килеүселәрҙә лә уята алһам, мин үҙемде шул тиклем бәхетле һанайым. Бәхетле булыу — бәхетһеҙлек булмауҙа, ти бер аҡыл эйәһе. Эшкә йылмайып килеп, ҡыуанып ҡайтыу — үҙе бәхет.
Ире Ғүмәр Ишбулды улы менән 34 йыл иңгә-иң терәшеп тигеҙ ғүмер кисерәләр. Эльза менән Артурҙы үҫтереп, икеһенә лә юғары белем биреп, башлы-күҙле иттеләр. Тимур исемле ейәндәре үҫеп килә. Балаңдың балаһын һөйөүҙән дә ҙурыраҡ ҡыуаныстың булыуы мөмкинме?! Яңыраҡ йорт һалып сыҡтылар, өй тирәләй ултыртҡан сәскәләргә хайран ҡалып, тамаша ҡылыуҙары, әле бүлмәләрендәге гөлдәрҙең сәскәгә күмелеүен, һәр ял һайын ихатаға балаларының шау-гөр килеп инеүҙәренән һәм ҡышҡы һыуыҡта ап-аҡ ҡарҙан эҙ ярып, “һыуыҡ ағай” семеткән бит алмаларының бер аҙ ҡыҙара төшөп, алланып яныуынан да үҙен бәхетле һанай Луиза ханым. Бер-береһенә ҡарата ихтирамлы ғаиләлә тыуып үҫкән Луиза Дәүләтшинаның ғүмерлек юлы ла тик ихтирам һәм хөрмәттә, татыулыҡ һәм бәхеттә үтә.
Кәримә УСМАНОВА.
Баймаҡ районы.


Вернуться назад