Юл йөрөүҙә үҙгәреш07.07.2015
6 июлдән 10-ына тиклем, ШОС һәм БРИКС саммиттарына бәйле, йөк машиналарына Өфөгә юл сикләнә. Был айырыуса баш ҡаланың төньяҡ-көнбайыш, көньяҡ өлөштәренә, М-5 федераль трассаһынан төшөп, Ташкисеү, Дим биҫтәһе аша йөрөүсе автоһәүәҫкәрҙәргә ҡағыла. Улар өсөн Өфө районы сигендә махсус туҡталҡалар (Өфө-Ырымбур юлының 17-18-се километрында, Жилин ауылынан көньяҡтараҡ “Дим” СПМ-ы янында, Мәскәүҙән килешләй М-5 трассаһында, Летчиктар урамынан Затон биҫтәһен төньяҡтан урап үтеү юлына тиклем) эшләйәсәк.
Бынан тыш, 9-10 июлдә Пушкин (Карл Маркс урамынан Цюрупа урамына саҡлы), Ленин (Пушкин урамынан Коммунистик урамға тиклем), Октябрь Революцияһы (Ленин урамынан Цюрупа урамынаса) урамдары — өлөшләтә, ә Зәки Вәлиди урамы 8-енән 10-ына тиклем тулыһынса ябыла. Ошо сәбәпле йәмәғәт транспорты маршруттарында ла ваҡытлыса үҙгәрештәр көтөлә. Өфө ҡалаһы хакимиәте өфөләрҙе был көндәрҙә маршруттарҙы алдан планлаштырырға, бараһы ергә иртәрәк ҡуҙғалырға, ҡалаға ингәндә йәки сыҡҡанда Шакша, Затон йүнәлештәренә өҫтөнлөк бирергә кәңәш итә.
Юл хәрәкәтенә бәйле барлыҡ яңылыҡтар менән Өфө ҡалаһы хакимиәтенең рәсми сайтында (www.ufacity.info) танышырға мөмкин.