Сәнғәт тарихын өйрәнеү өсөн07.07.2015
Бөгөн Өфөләге “Х-МАХ” галереяһында ретроспектив күргәҙмә асыла. Йәй аҙағына тиклем дауам итәсәк күләмле сарала Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа тарафтарынан 30-ға яҡын рәссам ҡатнаша.

— 2015 йыл Өфө өсөн бик әһәмиәтле. Ҡала халыҡ-ара ҙур ваҡиғаға әҙерләнә, ҡайһы бер йәһәттән йомғаҡтар ҙа яһай, — ти сәнғәт белгесе, галерея кураторы Кристина Абрамичева. — Баш ҡалабыҙ халҡы һәм ҡунаҡтар республикалағы сәнғәт тарихын өйрәнеү мөмкинлегенә эйә. Му­зей­ҙар­ҙа һәм галереяларҙа иң яҡшы экспо­наттар, мәғлүмәттәр ҡуйылған. “Х-МАХ” галереяһы ла был эштән ситтә ҡалманы. Саммиттар осоронда ете йыллыҡ эшебеҙҙе сағыл­дырған материалдар тәҡдим итәбеҙ.
Күргәҙмәлә заман сәнғәтенең иң әүҙем йүнәлештәрен күрергә мөмкин. Экспо­зи­цияға сәнғәт донъяһындағы төрлө ваҡиғаларҙа, мәҫәлән, “Пермдәге аҡ төн­дәр” фестивалендә, Новосибирскиҙағы гра­фика триенналеһендә, Мәскәүҙәге заманса сәнғәт биенналеһендә, Санкт-Пе­тер­бургтағы “Эрарта” музейында ойош­торолған “Уфалогия” сараһында күрһәтелгән эштәр ҙә инде.




Вернуться назад