Ҡайһы майҙанға нисә саҡрым?07.07.2015
Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәрендәге төп майҙансыҡтарҙың атамалары сағылған күрһәткес барлыҡҡа килде. Уны М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артындағы Ике фонтан майҙанында ҡуйҙылар.

— Саммиттар алдынан ошо ҙур ваҡиға хаҡында ниндәйҙер матди иҫтәлек ҡал­ды­рыу теләге тыуҙы. Халыҡ-ара форум­дарҙа ҡатнашҡан илдәрҙең төп май­ҙандары яҙылған күрһәткес ҡуйырға булдыҡ. Ба­ғанаға ошондай атамалар ингән туғыҙ алтаҡта ҡаттыҡ, — тине Ике фонтан майҙаны идарасыларының береһе Роман Антоненко.
Күрһәткестәргә ҡарап, мәҫәлән, Ҡаҙағ­с­тандағы Бойондороҡһоҙлоҡ, Ҡырғыҙ­с­тандағы Ала-Тоо, Ҡытайҙағы Тяньаньмэнь, Бразилиялағы Өс власть һәм Мәскәүҙәге Ҡыҙыл майҙандарҙың Өфөнән күпме саҡрымда һәм ниндәй йүнәлештә булыуын белергә мөмкин.




Вернуться назад