Рәсәйҙең Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһындағы рәйеслегенә ярашлы 9-10 июлдә Башҡортостанда ШОС-тың Йәштәр советы һигеҙенсе ултырышын уҙғара. Делегаттар “Красноусол” шифаханаһында урынлаштырыла. Форумда Рәсәй, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Тажикстан һәм Ҡырғыҙстандан утыҙға яҡын йәш сәйәсмән ҡатнаша.
Йәштәр советы эшмәкәрлегенең маҡсаты — ШОС илдәрендәге йәш лидерҙарҙың хеҙмәттәшлеген әүҙемләштереү, дәүләт-ара бәйләнешкә, мәҙәни эшмәкәрлекте үҫтереүгә ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса етәкселек органдарына тәҡдимдәр индереү. Осрашыуҙарҙан, форумдарҙан һәм проекттар менән таныштырыуҙан тыш, Мәңгелек утҡа сәскә һалыу, республиканың Милли музейына, Хәрби дан музейына барыу, “Фашизмды еңеүҙә һәм Алыҫ Көнсығышты азат итеүҙә СССР-ҙың әһәмиәте” махсус күргәҙмәһен ҡарау күҙаллана.
Әйткәндәй, ШОС-тың Йәштәр советын ойоштороу башланғысын 2006 йылдың июлендә Шанхайҙағы осрашыу барышында Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткәйне.