Бишауыл-Уңғар ауылының Ҡамышлы күл туғайҙары был көндө бал ҡорттары күс айырған мәлде хәтерләтеп торҙо. Күгәрсендәр, стәрлебаштар, краснокамалар, благовещендар, үҙебеҙҙең райондың ауыл биләмәләре ҡорған тирмәләр бер рәткә теҙелгән умарталарҙы хәтерләтһә, улар эргәһендә мыжғыған меңләгән кеше өҫтән ҡарағанда, ысынлап та, күскә оҡшағандыр. Уңған Ҡырмыҫҡалы халҡы тураһында, ғәҙәттә, “ҡырмыҫҡаларҙы көнләштереп эшләгән һәм йәшәгәндәр” тип һөйләүсәндәр. Һуңғы йылдарҙа был район Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй күләмендә ойошторолған һәм уҙғарылған төрлө сараларҙың үҙәк майҙанына әүерелә бара.
Әле бында уҙғарылған Бесән сабыусыларҙың республика фольклор байрамында ШОС һәм БРИКС саммиттары уңайынан килгән Мәскәү, Ҡырғыҙстан ҡунаҡтарын, Өфө ҡалаһынан һәм республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан, райондың төрлө ауылдарынан вәкилдәрҙе һәм инде ең һыҙғанған салғысыларҙы ҡотлап, хакимиәт башлығы Фәнзил Сыңғыҙов “Сыңла, салғым!” сараһын асыҡ тип иғлан итте.
Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауын уҡып ишеттереп, барлыҡ ҡатнашыусыларҙы, ҡунаҡтарҙы йылы тәбрикләп сығыш яһаны, барыһына ла уңыш теләне.
Баштан уҡ шуныһы күҙгә салынды: бында һәр нәмә бесән, үҫемлектәр, сәскәләр менән ныҡ бәйләнгән. Ҡыҙҙарҙың барыһы ла тип әйтерлек башына сәскәнән үрелгән таҡыя кейгән, өҫ-баштары ла тотош гөлдәр менән биҙәлгән. Яңы сабылған үләндән ҡоролған йәшел тирмәләр һәм ҡыуыштар, улар алдындағы бесән әҙерләү ҡоралдары, тирмәләр эргәһендә егеүле аттарҙың кешнәп тороуы һәм улар янында онотолоп барған боронғо йолаларҙы күрһәтеү — һәммәһе лә бик ҡыҙыҡлы, һәр кемдең иғтибарын йәлеп итә.
Бына Абдулла ауылынан районға билдәле оҫта Илдар Хәсәнов аттарына йүкәнән матур итеп септә үрә, үҙе:
— Бесән сабып та күрһәтергә ине бит әле… — тип һөйләнә.
Эргәһендә Ҡырғыҙстандан килгән ҡунаҡтар Элнур Тагаев, Ренат Урматов, Данияр Турусбеков, Руслан Арапов, Манас Чалданбаев һалабашты тотоп-тотоп, әйләндереп ҡарап, Илдарға ҡырҡ төрлө һорау яуҙыра. Ул рәхәтләнеп, кинәнеп китеп, алдан әҙерләнгәндәй яуап бирә.
Иҫке Бәпестән килгән салғысы Райхана Ғиззәтуллина көйлө салғыһын ҡабат-ҡабат тикшерә. Һәр ваҡыт эштә өлгө күрһәтә был ауыл халҡы, был юлы ла һынатмаҫҡа итәләр. Ауыл Советы хакимиәте башлығы Нурия Иштуғанова уларҙы тағы ла сәмләндереп йөрөй.
Уларҙан алыҫ түгел ҡоролған тирмә ҡаршыһында райондың атаҡлы һунарсыһы Риф Мөхәмәтҡолов үҙе аулап алған йәнлектәрҙең һындарын ысын кеүек итеп эшләп теҙеп ҡуйған. Унда яҡын да барырлыҡ түгел — тиҫтәләгән Мәскәү ҡунағы айыуҙарҙы, бүреләрҙе һәм башҡа төрлө ҡоштарҙы ҡосаҡлап фотоға төшә, улар артынса башҡалар сират көтә. Резеда Сәйфетдинова иһә, шифалы үлән ҡайнатып, һәр кемде сәй менән һыйлай.
Шунда уҡ ҡул тирмәне менән ярма тарталар, килелә тары төйәләр, сәскәләрҙән таҡыя үреп күрһәтәләр, талдан кәрзин яһайҙар һәм башҡа бик күп боронғо йолаларҙы ҡабатлайҙар.
Бында салғысылар ярышы менән бергә тағы бик күп төрлө номинация буйынса конкурстар ойошторола. Мәҫәлән, күбә һалыу, кәбән ҡойоу, гөлләмә әҙерләү, шифалы үләндәр йыйыу, тирмә ҡороу, урман ашы бешереү һәм бесән менән бәйле башҡа бәйгеләр бара.
Әйткәндәй, бығаса туҡтамай тигәндәй ямғыр яуып торһа ла, Ҡырмыҫҡалыла был көн аяҙ ине. Тәбиғәт бәйгеселәрҙең хәленә керҙе, буғай.
Ярыш башланыр алдынан Хоҙайҙан фатиха һорап доға уҡылды. Төрлө хужалыҡтарҙан 24 ир һәм 17 ҡатын көс һынашты. Башта Мәскәү ҡунаҡтары, ғүмерендә беренсе тапҡыр ҡулына салғы алып, бесән сабып ҡараны. Әллә ни ырата алманылар, әлбиттә, әммә бәйгелә ҡатнаша алыуына түбәләре күккә тейгәндәй ҡыуаныштылар.
Ҡамышлы күл туғайында сабыусылар ярышы еңелдән булманы: оҙаҡ ваҡыт яуын булмау сәбәпле, үлән ярайһы уҡ ҡатҡайны. Ләкин таһыллы сабыусылар рәтен белә, салғыларҙы бындай саҡта нисек тоторға, ҡайһылай көйләргә икәнен яҡшы өйрәнгәндәр.
Бесәнселәр бәйгеһендә Ҡырмыҫҡалы ҡатын-ҡыҙҙары айырыуса өлгө күрһәтте. Подлуб ауыл Советынан Ольга Андреева, Һәүәләй ауыл Советынан Гөлнур Камалова, Ефремкин ауыл Советынан Валентина Иванова призлы урындар яуланы. Уларға дипломдар, маҡтау ҡағыҙҙары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Ир-ат араһында Ҡабаҡ ауыл Советынан Владимир Бирколов барлыҡ республикаға өлгө булырҙай бесән сабыу оҫталығын асып һалды. Унан башҡа тиҫтәләгән бесәнсе лә һыр бирмәне. Туғай, һүрәттәге кеүек, бесән бакуйҙарынан тағы матурланып китте. Бәйгелә ҡатнашыусы берәү ҙә бүләкһеҙ ҡалманы.
“Шифалы үләндәр” номинацияһында Стәрлебаштан Люциә Байназарова, Ҡырмыҫҡалы районының Атйетәр ауыл биләмәһенән Руфина Аҡбашева, Ефремка ауыл биләмәһенән Олеся Иванова, Ҡабаҡ ауыл биләмәһенән Резеда Сәйфетдинова, Ҡарлыман ауыл биләмәһенән Зилә Латипова, Һәүәләй ауыл биләмәһенән Бибиямал Әһлиуллина, Ҡырмыҫҡалы ауыл биләмәһенән Рәмзиә Сәғитова башҡаларҙан һәр яҡлап өҫтөн булды.
Бөтә бәйгеләрҙең комиссия рәйесе, бик күп ярыштарҙы күргән академик Әхмәт Сөләймәнов:
— Ҡырмыҫҡалылар тотош институттар, этнографтар өлгө алырлыҡ эш күрһәтте. Боронғо йолаларҙы тергеҙеүҙең иң сағыу тәжрибәһен ҡараным мин бында, — тип һөйләне, ысын күңелдән шатланып.
Көн битендә уҙған бәйгелә салғы яныуҙар, бесәндең шыйлауы туғай симфонияһы булып яңғыраны. Ә сәхнәлә район һәм республика таланттарының ошо үҙенсәлекле байрам уңайынан ойошторолған концерты барҙы. Берәү ҙә ситтә ҡалманы — һөнәрлеләр күрһәттеләр һөнәрен, һөнәрһеҙҙәр күрһәттеләр үҙҙәрен, тигәндәй. Хәйер, бында һөнәрһеҙҙәр килмәгәйне шикелле.
Хәбәремде, Ҡырмыҫҡалы районы вәкиле булараҡ, ошо тантаналы бәйгене асҡанда уҡыған “Сыңла, салғы!” исемле шиғырым менән тамамлағым килә:
Болондарҙы йоҡоһонан уят,
Сыңла, салғы, ысыҡ кипкәнсе.
Йәшел бесән ике йыллыҡ булып,
Матур көндәр уҙып киткәнсе.
Салғы сыңы — сихри болон моңо,
Салғы яныу яңы көй һымаҡ.
Был аҡландар ожмах баҡсаһылай,
Ҡыуыштары тыуған өй һымаҡ.
Бөгөн, болон, һиңә өмөт оло,
Хыялыбыҙ аша ғәмәлгә.
Ҡояш нуры фатихаһын бирә,
Салғы сыңы — сәләм ғаләмгә.
Салғы, сыңла! Болон, иҙрәп тыңла,
Йыл буйына етһен был сыңдар.
Һабантуйҙа бәйге һымаҡ бөгөн —
Был төштәрҙә түгел, ысындар.
Болондарҙа салғы сыңлағанда,
Тыңлағанда уны бөтәбеҙ,
Тыуған ерҙең ҡотҡа ҡотайыуын,
Илгә бәрәкәттәр көтәбеҙ.
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.