Республикабыҙ төрлө милләт вәкилдәрен үҙ ҡуйынына һыйындырған. Араларында сит илдән килеп төйәкләнгәндәр ҙә бар. Әле Нефтекама ҡалаһында йәшәгән Фаруҡ Авжи, мәҫәлән, Башҡортостанға уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында килде. Төрөк ҡәрҙәшебеҙҙе республика менән нимә бәйләй? Төбәккә ҡарашы ниндәй уның? Бындағы тормош менән ҡәнәғәтме? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алыу маҡсатында Фаруҡ бейгә мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға.
– Мәғлүм булыуынса, уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында Башҡортостандың ҡайһы бер уҡыу йорттарына төрөк дәрестәре индерелде. Төркиәнән ебәрелгән педагогтар араһында мин дә бар инем. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында эш башланым. Декан – хөрмәтле Фирҙәүес ханым Хисамитдинова – беҙҙең эшмәкәрлектең, ике аралағы хеҙмәттәшлектең нигеҙе ныҡлы булһын өсөн күп көс һалды. Уға рәхмәтем, ихтирамым сикһеҙ.
Студенттарыбыҙ ифрат ябай, ихлас булды, телде тырышып өйрәнде. Уртаҡ яҡтарыбыҙ күплектәндер, аңлашылмаусанлыҡ тыуманы тиерлек. Әлбиттә, заман ауыр ине, студенттарҙың күбеһенең аҡсаһыҙлыҡтан йонсоуын күреп-белеп торҙоҡ, ярҙам итеп ебәргән мәлдәр ҙә байтаҡ булды. Ғөмүмән, ауырлыҡтарҙы бергә күтәрергә тырыштыҡ. Башҡорт йәштәренең ябай ғына түгел, ә һынмаҫ рухлы, көслө ихтыярлы, белемгә ынтылыусан булыуына ихлас күңелдән һоҡлана торғайныҡ.
Тәүҙә, әлбиттә, бындағы климатҡа, тормош шарттарына өйрәнеп китеүе ауырыраҡ булды. Ҡыш етә башлаһа, ҡойолоп төшә торғайныҡ: һыуыҡҡа нисек түҙергә? Октябрь аҙағы – ноябрь башында уҡ муйынға шарфты бер нисә ҡат итеп урап алабыҙ, ҡолаҡсынлы бүрек кейәбеҙ. Быны күреп, студенттарыбыҙ түҙмәй көлөп ебәрер ине.
Шулай ҙа ҡыш беҙҙе ҡыуып ҡайтара алманы. Кешеләрҙең яҡшы күңелле, ихтирамлы булыуы, татыулыҡҡа ынтылыуы барлыҡ ауырлыҡты еңергә көс бирҙе. Ысынлап та, төрлө милләт халыҡтарының дуҫлығы менән көслө ул Башҡортостан. Беҙ ҙә бында үҙебеҙҙе сит тойманыҡ, ярҙам күрҙек, яңғыҙ ҡалманыҡ. Студенттарыбыҙ ауылдарына ҡунаҡҡа ла алып ҡайтыр ине. Төпкөлдәрҙәге тормошто күреү башҡорт халҡының асылын, холоҡ-фиғелен тәрәнерәк аңлау, тамырҙарын өйрәнеү мөмкинлеген бирҙе. Ауылдарҙағы ябай кешеләр тап беҙҙең атай-әсәй, олатай-өләсәй кеүек. Оҡшаш яҡтарыбыҙ ифрат күп.
Башҡорттарҙың уңған, эшһөйәр булыуына һоҡланам. Иң мөһиме – улар үҙ йолаларына, асылына тоғро, иманлы, милләтенә, теленә, мәҙәниәтенә, тарихына ихтирамлы. Тимәк, киләсәктә лә тамырҙары ныҡлы буласаҡ, быға иманым камил.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғары уҡыу йортонда төрөк теле дәрестәре туҡтатылғас, мәғариф тармағынан китергә мәжбүр булдым. Ләкин Башҡортостандан айырылырға көсөм етмәне – ныҡ өйрәнгәйнем шул. Һөҙөмтәлә бизнесҡа тотондом. Тәүҙә – Өфөлә, унан Стәрлетамаҡта икмәкхана асып, эшемде киң йәйелдерҙем. Әле Нефтекама ҡалаһында ошо уҡ йүнәлеште тормошҡа ашырыу менән мәшғүлмен.
Башҡортостан мине ғаиләле итте. Ҡатыным Резеда – башҡорт ҡыҙы. Хәҙер инде ике балабыҙ Гөлназ менән Юныс буй еткерә. Ҡыҙыбыҙ башҡортса ла, төрөксә лә, урыҫса ла, инглизсә лә яҡшы белә, улыбыҙ ҙа яйлап өйрәнә.
Башҡортостанды, уның халҡын ныҡ яратам. Шулай булмаһа, бында ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт йәшәр инемме ни?! Дуҫтарым ифрат күп. Элекке студенттарым менән дә даими хәбәрләшәбеҙ, хәл белешәбеҙ. Уларҙың күбеһенең уҡытыусы һөнәренә тоғро ҡалғанына ҡыуанам. Хатта ҡайһы берҙәренең дәресенә инеп ултырғаным да бар. Мәҫәлән, Гөлназ Йәғәфәрова, Салауат Йәрмиев, Ләйлә Азаматова һәм башҡа уҡыусыларым миңә шундай шатлыҡ бүләк итте. Онотмағаны, һаман да ихтирам иткәне өсөн ҙур рәхмәт уларға! Башҡа тармаҡта хеҙмәт иткән студенттарымдың уңыштарын да үҙемдекеләй ҡыуанып ҡабул итәм, һәр береһенә бәхет теләйем.
Ҡайҙа ғына эшләһәң дә, йәмғиәттәге тәрбиә кимәле тәү сиратта күҙгә салына. Киләсәк быуын ышаныслы булырмы? Йәштәргә тейешле тәрбиә бирә алырбыҙмы? Ошондай һорауҙар күңелде һәр саҡ “тырнап” тора. Элекке уҡытыусы булараҡ, мәғариф тармағындағы ҡатмарлы мәсьәләләргә һис тә битараф ҡала алмайым. Белем биргән йылдарымды ныҡ һағынам. Уҡытыусы һәр заманда ла донъяла иң изге, мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе булып ҡала. Мине икенсе йортом Башҡортостанға тап ул килтерҙе.
Д. ТӘЛҒӘТОВА
яҙып алды
.