“Төркиәлә белем алғандар юғалып ҡалманы”07.07.2015
“Төркиәлә белем алғандар юғалып ҡалманы” Башҡорт эшҡыуары Юлай Кинйәбулатов тормош юлының Төркиә менән бәйлелеге өсөн ҡыуаныуын йәшермәй. Уныңса, Рәсәйҙең хәле тотороҡло булмаған туҡһанынсы йылдарҙа ошо илдә белем алып, ул донъяға яңыса ҡарарға өйрәнгән, кешелек ҡиммәттәренең дә, иҡтисад ҡанундарының да асылына нығыраҡ төшөнгән. Әңгәмә шул турала.

– Юлай, ҙур тормошҡа юлың нисе­герәк башланды?
– Тамырҙарым менән Баймаҡ районынан булам, Стәрлетамаҡ районының Айыу­сы ауылында тыуғанмын, Мәләүез ҡалаһында үҫтем. Элек партия ҡушыуы буйынса белгестәр эш урынын йыш алмаштырып торған бит, шуға ғаиләбеҙгә райондан-районға күсенеп йөрөргә тура килгән инде. Мәләүездә төпләнгәс, атайым – ит комбинатында, ауыл хужалығы идаралығында, ә әсәйем минераль ашламалар заводында эшләне. Өйҙә өс бала – Азат ағайым, мин һәм Гүзәл һеңлем – тәрбиәләндек.
Атай-әсәйем, үҙҙәре юғары белемле булғас, беҙҙе лә дипломлы итергә тырышты. Урта белемде, Мәләүездән Өфөгә килеп, элек әсәйем уҡыған урында – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында – алдым. Шул саҡта уҡ, бәләкәйҙән музыка мәктә­бендә, ә аҙаҡ данлыҡлы Әҙеһәм Исҡужин­дың ҡурай түңәрәгендә шөғөлләнгәнгәлер инде, сит ҡитғаларҙа уҙғарылған концерттарҙа ҡатнаша торғайным. Төрки донъяһына ҡарата ҡыҙыҡһыныуым ошо йылдарҙа тыуҙы шикелле.
“Төркиәлә белем алғандар юғалып ҡалманы” Гимназиянан һуң Башҡортостан дәүләт медицина университетының фармацевтика факультетына уҡырға ингәйнем. Теүәл фәндәрҙе, айырыуса физиканы яратҡас, өҫтәүенә башланғыс кластарҙан башҡорт­са уҡыу-яҙыуҙы өйрәнмәгәс, бер заман төрөк телен үҙләштерергә керешермен тип уйламаным да. Ҡыҙыҡ: беренсе курста уҡып йөрөгәндә яңы ғына хушлашҡан интернатыбыҙҙа Төркиә белгестәре дәрес бирә башлағанын ишетеп ҡалдым да аҙнаһына ике тапҡыр шунда шөғөлләнергә ҡарар иттем. Моғайын, дуҫтарымдың йоғонтоһо булғандыр.
Махсус курстар бөткәс, имтихан тап­шыр­ҙыҡ та Төркиәгә алып китеүҙәрен көтә башланыҡ. Ул саҡта илебеҙҙә тыныслыҡ булманы, Чечняла һуғыш тоҡанып тора ине. Һабаҡташтарымдың ҡайһыһы – яуға, ҡайһыһы сит илгә уҡырға оҙатылды...
– Ә Өфө, медицина университеты?
– Йәш кешене ни, сит тарафтар нығы­раҡ ылыҡтыра инде. Бурса ҡалаһындағы Улудағ (беҙҙеңсә – Олотау) универси­тетының иҡтисад һәм идара итеү факультетына алдылар. Төркиҙәрҙең ни тиклем күп икәнлеген күреп, иҫ китте: башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, үзбәк, тажик, төркмән, азербайжан, балҡар, нуғай, ҡумыҡ, ҡарасәй, черкес, уйғыр, ғағауз... Һәр милләттең – үҙ һыҙаттары. Уҡыуы, йәшәүе бик ҡыҙыҡлы булды, күп нәмәнең асылына төшөндөк. Тәүге йыл төрөк телен өйрәнеүгә генә бағышланды, сөнки тыуған илебеҙҙә өҫтән-мөҫтән алған белем менән бында бер ни ҙә аңламай инек.
– Төрөктәрҙең һеҙгә ҡарата мөнәсә­бәте ниндәйерәк булды?
– Бик тыныс, ихлас халыҡ улар. Рәсәй менән сағыштыра ла аптырай инек: кеше менән аралашып китеүе еңел, урлау-талау юҡ, берәй ҡайҙа аҡсаң төшөп ҡалһа, килтереп бирәләр, хатта төндә урамға сығыуы ла ҡурҡыныс түгел. Ул йылдарҙа, беҙҙең илдәге кеүек яман хәлгә етмәһә лә, Төркиәлә сәйәси сыуалыштар булып алды: премьер-министр алмашынды, милләтселәр һәм коммунистар фирҡәләре үҙ-ара көрәште. Шулай ҙа, ҡайтһаҡ, тыуған яғыбыҙҙағы күп нәмә ҡырағай һымаҡ күренә ине – 90-сы йылдар бит.
Әлбиттә, илебеҙҙәге сәйәси үҙгәрештәр мәлендә ситтә уҡыу хәйерлегә генә инде ул. Ислам дәүләте ҡанундары беҙҙе тәр­типкә, итәғәтлелеккә, үҙ-ара аралашырға өйрәтте, заманса иҡтисадтың ни икәнен белдек. Стипендия өс тапҡырға тиклем кәмегән саҡта Төркиәнең туристар күп йөрөгән ҡалаларында эшкә урынлашып, күптәребеҙ аҡса табыу серҙәрен үҙләш­терҙе.
“Төркиәлә белем алғандар юғалып ҡалманы” – Шунан ҡайттың да эшҡыуар булып киттеңме?
– Эйе, шәхси шөғөлгә тотондом. Төрлө йылдарҙа Өфөлә магазин хужаһы, “СМАРТС”тың Башҡортостандағы генераль дилеры булырға тура килде, бер халыҡ-ара компанияның вәкиле булып, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта йәшәнем, Түбәнге Новгородта, Дондағы Ростовта сауҙа салондары асып йөрөнөм... Ҡатмарлы, тынғыһыҙ осор ине ул йылдар.
2008 йылда Өфөләге “Смайк” тигән фирмаға етәкселек итә башланым. Эштәре бик шәптән түгел ине уның, яңы ҡорамалдар йүнләргә, байтаҡ нәмәне үҙгәртергә кәрәк булды. Бер нисә йылдан йәмғиәттең исемен дә “Башфлаг” тип алмаштырҙыҡ. Шулай аңлайышлыраҡ, яңғырашлыраҡ, тинек.
– Һинең белемең, тәжрибәң менән икенсе берәү дәүләт хеҙмәтенә урын­лашырға тырышыр ине әле. Бизнеста бит – аҙым һайын хәүеф.
– Юҡ, ундай уйым да булманы. Төркиәнең йоғонтоһолор, моғайын: сит илдәрҙә дәүләткә ялланып эшләүгә ынтылыш юҡ, барыһы ла үҙаллы шөғөлләнә, иҡтисад башлыса эшҡыуарлыҡҡа таяна. Бик ауыр мәлдәр булды, бина өсөн ҡуртым хаҡын алты-ете тапҡырға арттыр­ғандарында ла, офисҡа килеп яна­ғандарында ла, сауҙа әйләнешенә аҡса етмәгәндә лә, яңы проекттар тормошҡа ашмағанда ла, инвестициялар янғанда ла бирешмәнек, баш эймәнек – дуҫтарыбыҙ менән бергә тырыштыҡ, еңеп сыҡтыҡ. Ҡыйынлыҡтар алдында саф һәм ғорур булып ҡалырға, әүҙемлеккә өйрәтә беҙҙе динебеҙ. Ғүмереңде ашап-эсеп, һәр төрлө ләззәтте татып ҡына уҙғарҙың икән, йәшәүҙән ни мәғәнә? Монастыр­ҙағы һымаҡ үҙ өйөңә бикләнеп ятыу, әрәмта­маҡлыҡ Исламға хас түгел.
Һуңғы йылдарҙа, айырыуса ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек ҡыҙғанда, эштәребеҙ көйлө бара, заказдар ағыла ғына. “Башфлаг” – Санкт-Петербургтағы “NordWerk” тигән компанияның дилеры, шуға юғары кимәлдәге бик күп ҡунаҡхана, автосалондар, күргәҙмә залдары, шулай уҡ хакимиәт биналары өсөн флагты беҙ эшләп бирҙек. Бәләкәй фирмалар, шәхси эшҡыуарҙар ҙа офистарын биҙәүгә бик етди ҡарай хәҙер. Вымпел, шеврон, түшкә таҡмалы билдә лә яһаталар, һауыт-һабаға, кейемгә логотип төшөртөп алалар.
– Төркиәгә барып йөрөйһөңмө? Һабаҡташтарың менән аралаша­һыңмы?
– Уҡып ҡайтҡаныма 15 йыл булды инде, ә берҙе лә юлланғаным юҡ ул тарафҡа. Ялҡытҡандыр (көлә). Егеттәр менән иһә һаман дуҫбыҙ, армиялағы хеҙмәттәштәр кеүек. Ике түгел, биш-ете йылыбыҙ бергә үтте бит. Төркиәлә белем алып ҡайтҡан­дарҙың барыһы ла был тормошта үҙ урынын тапты шикелле, байтағы бизнесҡа тотондо. Әле бына минең менән Улудағ университетында уҡыған башҡорт егете Роман Сайтаков “Башфлаг”тың ифрат яуаплы эштәрен алып бара.
– Тағы берәй йүнәлешкә тотонорға уйламайһығыҙмы?
– Июндә генә партнерым Вадим Хәсәнов Һиндостандағы эшҡыуарҙар менән берлектә сәй етештереү проектын тормошҡа ашыра башланы. Уңышҡа өлгәшер, моғайын: Рәсәйҙәге сәйҙең яртыһын беҙҙең Башҡортостан менән Татарстан эсә бит (көлә). Туғыҙ йәшлек улым Сәйетғәле лә быйыл болануттан сәй яһарға өйрәнеп алды, шуны һатып, кеҫә телефоны алам, ти.
– Балаларығыҙға үҙенсәлекле исем­дәр ҡушҡанһығыҙ: Сәйетғәле, Солта­ниә, Мәликә... Кемдең кәңәшен тот­­то­ғоҙ?
– Атай-әсәйҙең дә, кәләшем Гөлшаттың да тәҡдимдәре иҫәпкә алынды.
– Айырым тәрбиә ысулдарығыҙ бармы?
– Үҙебеҙсә, йолаларға һәм дингә таянып үҫтерәбеҙ инде балаларҙы. Төркиә­ләге кеүек, улымды алты-ете йәштән эшкә, кәсепкә өйрәтәм. Ул ғаиләһен ҡараясаҡ бит. Ҡатын-ҡыҙ иһә өйҙөң йәме булырға тейеш, шуға Гөлшат ғаилә эштәре, тәрбиә менән генә мәшғүл. Быйыл, үҙемә 40 йәш тулғас, йәнә ҡыҙым тыуғас, тормоштоң ҡәҙерен тағы нығыраҡ аңлай башланым, күңелдә яуаплылыҡ тойғоһо артты.


Вернуться назад