Ишле ғаиләнән ҡеүәт алған07.07.2015
Ишле ғаиләнән ҡеүәт алған Ғүмер буйы балаларға урыҫ һәм татар әҙәбиәттәрен өйрәткән, район тормошонда ҡайнап йәшәгән абруйлы уҡытыусы Фәниә Йәнекәева шиғри күңелле, балаларҙы, һөнәрен мөкиббән яратҡан кеше булды.


Фәниә Исхаҡ ҡыҙы 1931 йылда районыбыҙҙың Лена ауылында ғаиләлә 11-се бала булып тыуа. Атаһы сирек быуат ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышлай, Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. Күмәк хужалыҡ төҙөлә башлағас, барлыҡ мал-тыуарын, мөлкәтен биреп, колхозға инә һәм ветеринар булып эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын һәр саҡ ҙур тетрәнеү менән хәтергә алыр ине Фәниә Исхаҡ ҡыҙы. Бер ҡараңғынан икенсеһенә ҡәҙәр баҫыуҙа эшләү, ҡул менән иген урыу, көлтә бәйләү, көҙгө ямғырҙарҙа, ҡышҡы һыуыҡтарҙа баш күтәрмәй хеҙмәт итеү... “Был ауыр йылдар ҡурҡыныс төш кеүек хәтер йомғағына уралған”, – тиер ине уҡытыусы.
Лена ауылында мәктәп булмай, шу­ға күрә Фәниә Яңы Аташ, Бишҡурай, Дө­мәй мәктәптәрендә белем ала. Унан урыҫ теле уҡытыусыһы Надежда Де­вя­силованың кәңәше буйынса, К. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына имтихан биреп, татар теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға инә. Унда әҙәби түңәрәккә йөрөп, шиғыр яҙыу серҙәренә өйрәнә. Аҙаҡ урыҫ теле уҡытыусыһы булыу теләге менән Бөрө дәүләт педагогия институтында ла уҡып, икенсе диплом ала. Фәниә Исхаҡ ҡыҙының артабанғы тормошо Баҡалы районының Иҫке Маты, Илештең Үрге Йәркәй мәктәп­тәре, ундағы 10-сы һөнәри-техник училищеһы менән бәйле. Был уҡыу йорттарында урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй ул.
Фәниә Йәнекәева менән партияның район комитетында эшләгән ваҡытта таныштым. Конференциялар, ауыл хужалығы буйынса йыллыҡ отчет йыйылышы, Октябрь революцияһы, Еңеү байрамдары һәм башҡа сараларҙа пионерҙарҙың сәләмләү тантанаһы була торғайны. Уға мәктәп бер ай ал­дан әҙерләнә башлай. Фәниә Исхаҡ ҡыҙы иң ҙур уңыш алған колхоз рәйестәренә, алдынғы бригадирҙарға, ферма мөдирҙәренә, меха­низа­тор­ҙарға, һауынсы­ларға бағышлап, йөрәк ҡылдарын тирбәтерлек шиғыр юлдары яҙа. Беренсе секретарь Тәлғәт Рахманов шундай нескә күңелле кеше ине, пионерҙарҙың сәләмләүен ихлас яратып, күҙ йәштәре аша ҡарай торғайны.
1975 йылда район үҙәгендә һөнәри-техник училище асылды. Унда мин директорҙың дөйөм фәндәр буйынса урынбаҫары, Фәниә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш баш­ла­ныҡ. Уҡыу­сылар етмәгәнлектән, үҙе­беҙҙәге һәм яҡындағы райондарҙың мәктәптәренә барып, ата-әсә менән һөйләшеп, балалар йыя торғайныҡ. Өҫтәүенә уларға йәшәү өсөн фатир эҙләйбеҙ... Ошондай ауыр мәлдә Фәниәнең тәүәккәллеге, сыҙам­лығы күптәргә өлгө булды. Уҡыу­сылар менән дә тиҙ арала уртаҡ тел таба, уларҙа белем алырға теләк тыу­ҙыра ала ине ул. Иң тәртипһеҙҙәрҙе лә сабырлығы, кешелеклелеге аша тәрбиәләп алыр булды.
Асыҡ дәрестәрҙе йыш үткәрә торғайныҡ. Фәниә Исхаҡ ҡыҙының уҡытыуҙы тәрбиә, һөнәр биреү менән оҫта бәйләй белеүенә һоҡлана, унан өлгө ала инек. Хеҙмәттәшебеҙ ғүмер буйы ғилемен камиллаштырыуҙан туҡтаманы. Һөнәри белем биреү буйынса республика йыйылыштарында, семинарҙарҙа бай тәжрибәһе менән уртаҡлашты. 1979 йылда Бөтөн Союз уҡытыусыларының Өфөлә үткәрелгән съезында ҡатнашыу бәхетенә лә өлгәште. Тырыш хеҙмәте баһаланмай ҡалманы Фәниә Исхаҡ ҡыҙының. Ул төрлө министрлыҡ, комитеттарҙың грамоталарына, “РСФСР-ҙың һөнәри техник белем биреү алдынғыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Арҙаҡлы педагогтың уҡыусылары араһында Башҡортостандың атҡа­ҙан­ған артисы Ф. Сиражетдинова, атҡа­ҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре М. Хафизов, Ф. Әйүпов, күренекле яҙыусылар, шағирҙар М. Кәбиров, Ф. Гәрәев, төрлө һөнәр оҫталары М. Исмә­ғилев, Ш. Ямалетдинов, З. Ғилә­жев, Ф. Нәҙершина, Ф. Хәйертдинов, Ж. Ғәлимов, Р.Шәм­сиев һәм баш­ҡалар бар. Фәниә Исхаҡ ҡыҙы улар менән сикһеҙ ғорурлана торғайны.
Фәниә менән Әмир Йәнекәевтәр 34 йыл бергә ғүмер кисереп, ике ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтерҙе. Балаларының барыһы ла юғары белемле, лайыҡлы тормош көтә.
Хеҙмәттәшебеҙ хаҡлы ялға сыҡҡас та өйҙә буш ултырманы, райондың ветерандар хорында йырланы, мәҙәни сараларҙа ихлас ҡатнашты. Ысын уҡытыусылар тап шундай булалыр ҙа.




Вернуться назад