Ялан-Шишмә яландары гөрләй04.07.2015
Ялан-Шишмә яландары гөрләйРеспубликаның көнбайыш төбәгендә ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы туплау ҡыҙыу бара. Йәрмәкәй районында әлегә 7 500 тонна бесән әҙерләнгән, был – планға ҡарата 84 процент.
“Пионерск” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 250 тонна бесән сапҡан, 1 200 тонна сенаж һалған, “Тарҡаҙы” хужалығы 300 тонна бесән өйгән. Уларҙан “Байраҡ”, “Ҡарамалы”, “Урал”, “Һыуыҡкүл”, “Приютовагрогаз” йәмғиәттәре, Салауат исемендәге кооператив, “Моисеев” крәҫтиән (фермер) хужалығы ҡалышмай.

– Стивинзә йылғаһын, Аҡташ шарлауығын күргегеҙ киләме? Ялан-Шишмә ауылына килегеҙ! Бындағы хозурлыҡты һөйләп аңлатырлыҡ түгел. Ошондай хөрриәттә бесән­се­ләр ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙер­ләй, – тип беҙҙе ҡаршы алды “Ялан-Шишмә” яуаплылығы сиклән­гән йәмғиәте директоры Николай Дмитриев.
Ал-ял белмәй эшләгән механиза­торҙар Виталий Иванов менән Константин Николаев ошо яҡтарҙа тыуып үҫкәс, тәбиғәттең мөғжизә­һенә әллә ни иҫтәре китмәй, күберәк ауыл тормошо һәм хәстәре менән яна.
– Тәүлектең һәр сәғәте ҡәҙерле, көндәр аяҙ саҡта мөмкин тиклем күберәк эшләргә тырышабыҙ, – тип һөйләй улар. – Әле пландың 20 процент тирәһе үтәлгән.
Йәрмәкәйҙәр мал аҙығын һәр саҡ артығы менән әҙерләргә күнеккән. Ҡайһы саҡта ҡыш оҙаҡҡа һуҙылып йонсотһа ла, бесән менән һаламдың күплегенән күңелдәре тыныс була. Шуға ла Стивинзә йылғаһы буйы мотор тауышына күмелгән. Рәттән бер нисә йыл улар бесәнде төрөп бәйләүгә күскән, уны трактор ярҙа­мында тейәйҙәр, һәнәккә эш ҡалдыр­майҙар.
Ялан-Шишмә яландары гөрләйНиколай Ильич һөйләүенсә, ҡеүәтле техника күп эште еңеләйтә: элек ошо яланда бесән әҙерләү аҙнаға һуҙылһа, хәҙер уны бер көндә тамамлап та ҡуялар. Һәр шартлы баш малға былтыр 24-25 центнер тирәһе аҙыҡ әҙерләнгән, быйыл унан да күберәк булыр, тиҙәр.
Хужалыҡ етәксеһе Николай Дмитриев ауылдың киләсәге өсөн борсола. Артта һөйрәлгән “Луч” кол­хозын ҡабул итергә берәү ҙә йөрьәт итмәгәндә, уны үҙенең ҡарамағына алған. “Ысынлап тир түкһәң, уңышҡа өлгәшергә мөмкин” тигән тормош девизы менән йәшәй ул.
– Әҙәм балаһы мәңге түгел, мин дә булмаҫмын. Ләкин хужалыҡ һаҡлана икән, ауыл да йәшәйәсәк бит, – ти ул. – Беҙҙә йәштәр рухлы, әүҙем. Улар йорттар һала, үҙ эштәрен аса, ҡыҫҡаһы, шөғөлдәре бар. Мәҫәлән, күптән түгел Андрей Никитинды эшкә алдыҡ, ул – механизатор.
Хужалыҡта 20-гә яҡын кеше үҙенә эш урыны тапҡан. Виталий Алексеев, Константин Николаев, Григорий Григорьев, Виталий Иванов кеүек егәрлеләр йыйылған бында. Улар киләсәккә уй-хыялдары менән дә ихлас уртаҡлашты. Быйыл урып йыйыу комбайнын һатып алырға ниәтләнәләр, һөтсөлөк фермаһына капиталь ремонт үткәреү ҙә күҙ уңында тотола.




Вернуться назад